Мәктәп йылдары уҡыу менән генә түгел, ә төрлө конкурстары, ярыштары, тәрбиәүи саралары менән дә иҫтә ҡала. Шундай сараларҙың береһендә, Баймаҡ районының Йәштәр комитеты үткәргән шаяндар һәм отҡорҙар конкурсында, 8а класы менән ҡатнашырға насип булды.
Был эште ҡушҡастар, башта аптырап ҡалдым. Минең был өлкәлә тәжрибәм бөтөнләй юҡ бит. Шулай ҙа, уйлана торғас, башҡа төрлө идеялар килә башланы һәм 2 көндә сценарий әҙер булды. "Көньяҡ" микрорайонынан булғас, командаға "Көньяҡ башҡорттары" тигән исем һайланыҡ. Балалар менән 2 көн репетиция эшләп, конкурсҡа юлландыҡ. Улар ҡурҡмай, мин ҡалтырайым 🤣 Мине тынысландырған булалар 😀Яҡшы ғына сығыш яһанылар, жюри биргән һорауҙар алдында ла юғалып ҡалманылар, ситуациянан юмор менән сығыу юлдарын оҫта таптылар.
Уҡыусыларымды икенсе яҡтан да астым. Афариндар! Улар менән ғорурланам! Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тырышлыҡ беҙгә еңеү килтерҙе. Эйе, 2-се урын беҙҙең өсөн ҙур еңеү! Беҙ тәүге тапҡыр ҡатнашабыҙ.
Күп мәктәптәр йыйылма команда менән килгән, ә беҙ бер кластан шундай команда эшләй алдыҡ. Был конкурсҡа әҙерләнергә ярҙам итеүсе, мине дәртләндереп тороусы, уҡыусыларға ҡумыҙ серҙәрен өйрәтеүсе Рәшиҙә Сәфәрғәли ҡыҙына, командаға йәм биреп, еңеүгә ҙур өлөш индереүсе 6а класс уҡыусыһы Иҙелбаев Азаматҡа, үҙҙәренең идеялары менән ярҙам итеүсе коллегаларыма, апайыма Лилиә Мусина, беҙҙең көйәрмәндәргә һәм, әлбиттә, 8а класы уҡыусыларына ҙуууурҙан рәхмәтемде еткерәм!
Барығыҙ ҙа имен-һау булығыҙ!
Земфира Юламанова.