Салауат Юлаев һәйкәле – Башҡортостан биҙәге
Баш ҡалабыҙҙа милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәлде реставрациялау тураһында төрлө имеш-мимештәр тыуҙы. Был мөһим эш ни өсөн башҡарылырға тейешлегенә туҡталайыҡ.
Төҙөкләндереүҙе талап итә
1967 йылда скульптор Сосланбәк Тавасиев эшләгән был монумент Европала иң ҙур һәйкәлдәрҙең береһе булып һанала. Шул ваҡыттан алып ул ремонтланғаны юҡ. Һәйкәлгә реставрациялау кәрәклеге уның тыш яғынан да, эске яғынан да күренә. Быны ике мәртәбә үткәрелгән экспертиза ла дәлилләне. 2024 йылдың 14 октябрендә Башҡортостан мәҙәни мираҫы һәйкәлде һаҡлау буйынса эштәрҙе үткәреүгә документацияның дәүләт экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса актты баҫтырып сығарҙы. Уны Ҡазандың махсус фәнни-реставрациялау идаралығы эшләне, экспертизаны “С.П.Бург һәм партнерҙар” ЯСЙ-һы хеҙмәткәрҙәре үткәрҙе. Уларҙан күренеүенсә, монумент авария хәлендә һәм реставрацияға мохтаж. Скульптурала ҡойоу элементтарының таралыуы күҙәтелә, һөҙөмтәлә металда ярыҡтар һәм тутығыу барлыҡҡа килгән. Постаменттың үҙендә лә ярыҡ плитәләр, сатнаған фрагменттар, емерелә башлау күҙәтелә. Һәйкәл урынлашҡан ҡурғандың ере ултырған, йылға яғына шылған. Шуға күрә скульптура ғына түгел, һәйкәл урынлашҡан пьедестал да, бейек ҡурған да ремонт талап итә. Ремонт башлауҙы һуҙыу һәйкәлдең емерелеү хәүефе менән янай. Шуға күрә уны реставрациялау буйынса эштәр 2024 йылдың ноябрендә башланасаҡ, Өфө бюджетынан финансланасаҡ. Был маҡсатҡа 300 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү планлаштырыла.
Ниҙәр эшләнәсәк?
Иң тәүҙә һәйкәлде тотоп торған эске металл каркасты алмаштырасаҡтар. Ул серегән һәм авария хәлендә. Икенсенән, скульптураны тәртипкә килтерәләр. Боҙолған элементтарҙы тергеҙеүҙән тыш, белгестәр һәйкәлгә 2005 йылда юғалған тарихи ҡара-һоро төҫтө ҡайтарасаҡ һәм геометрик биҙәкле сүкелгән айыл формаһындағы күкрәксәне тергеҙәсәктәр. Постаментты ҙурлығы, формаһы һәм фактураһы буйынса бер иш ҡара шымартылған гранит блоктар менән көпләйәсәктәр. Шулай уҡ проект ҡурғандың тәүге формаһын, габариттарын тергеҙеүҙе һәм уны нығытыуҙы күҙ уңында тота. Был һәйкәлгә уның тарихи үҙенсәлеген ҡайтарырға мөмкинлек бирәсәк.
Иң яҡшыһы – оҫтаханала тергеҙеү
Эксперттар бер тауыштан скульптураны постаменттан алып, махсус әҙерләнгән һәм йыһазландырылған бинала реставрациялау мөһимлеген белдерҙе. Был һәйкәлдең эске таяуҙарын алмаштырыу кәрәклеге менән бәйле.
– Һәйкәл бер нисә ҡаттан тора. Тышҡы яғында ғына 60-тан ашыу элемент бар. Уларҙың эсендә таяу каркасы урынлашҡан. Экспертиза таяуҙарҙың иҫкергән, авария хәлендә булыуын күрһәтте. Уларҙы һәйкәл һүтелгән осраҡта ғына ремонтлап була. Башҡа төролө быны эшләү мөмкин түгел, — тине Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлау идаралығы начальнигы урынбаҫары Айнур Мөслимов.
Скульптура торған пьедесталды ла ремонтларға кәрәк. Бетондың техник торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел. Һәйкәлдең ауырлығы 40 тоннанан ашыу, уны һүтеп алмайынса ремонтлау хәүефле. Бынан тыш, Салауат батыр урынлашҡан ҡурғанды ла төҙөкләндереү мөһим. Скульптураны алмайынса, был эштәрҙе тормошҡа ашырып булмаясаҡ. Тап ошо сәбәптәр арҡаһында проектлаусы һәйкәлде һүтеү һәм был эште хәүефһеҙ башҡарыу кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итә.
– Һәйкәлде алғанда скульптор реставрациялау сараларын ҡыйынлыҡһыҙ башҡарасаҡ. Әлеге ваҡытта проект документацияһын әҙерләү менән шөғөлләнгән ойошманың “Ватан-әсә саҡыра!” һәйкәле менән реставрация эше тәжрибәһе бар, — тип билдәләне эксперт.
Шул уҡ ваҡытта ни өсөн “Ватан-әсә саҡыра!” һәйкәле урынында ремонтланды, ә Салауат батыр һәйкәлен мотлаҡ цехҡа алып барырға кәрәк, тигән һорау тыуа.
— Волгоград скульптураһын ремонтлау уның тышҡы өлөшөндә үткәрелде. Бынан тыш, ул һәйкәлдең әле урынлашҡан ерендә үк бетондан ҡойолоуы ла һүтеп алыуға ҡамасауланы. Был айырым осраҡ, — тип һөйләй 40-тан ашыу монументаль композиция авторы, билдәле скульптор Салауат Щербаков.
Салауат Юлаев һәйкәлен оҫтаханала реставрациялау бик күп өҫтөнлөктәргә эйә, тип иҫәпләй ул. “Цехта һәйкәлде асырға, яҡтыртырға, йылытырға, каркасты ҡарарға, алмаштырырға, иретеп йәбештереү эштәрен башҡарырға мөмкин. Тимәк, оҫтаханала ул бөтә художество үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып тулыһынса тергеҙелә ала. Урамда һауа шарттары ла, башҡа уңайһыҙлыҡтар ҙа кире йоғонто яһай. Өҫтәүенә постаментты һәм ҡурғанды ремонтлау мәсьәләһе киҫкен тора”, - тине Салауат Щербаков.
Бындай тәжрибәләр бар
Күп кенә билдәле архитектура объекттары реставрация ваҡытында һүтеп алына. Донъяға билдәле “Эшсе һәм колхозсы” скульптураһын 2004 йылдың октябрендә ашығыс рәүештә ремонтҡа алып китәләр — ул ярым емерелгән металл өйөмө хәлендә була. Тутыҡ скульптураға шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта уны тергеҙеү өсөн 40 өлөшкә бүлергә тура килә. Реставрациянан һуң Мәскәүҙең төп символдарының береһе яңы постаментҡа ҡуйыла.
Ҡыҙыл Майҙанда урынлашҡан Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский һәйкәлдәре лә яңыртыла. Боронғо һәйкәл халыҡтан йыйылған аҡсаға төҙөлә, уны эшләү 1812 йылдағы Ватан һуғышы ваҡытында ла туҡтатылмай. Ошондай ысул менән 2020 йылда Мәскәүҙә маршал Жуков һәйкәле лә төҙөкләндерелә. Бындай миҫалдарҙы илебеҙҙең башҡа ҡалаларында ла, сит илдәрҙә лә табырға мөмкин. Мәҫәлән, 2017 йылда Лондонда Елизавета башняһын, ул Биг-Бен булараҡ билдәле, һүтеп алып реставрация яһайҙар. Ремонт эштәре биш йыл дауам итә.
“Реставрациянан һуң тағы 100 йыл торорға тейеш”
“Һәйкәл алып ташланасаҡ, урынына ҡайтарылмаясаҡ”, тигән имеш-мимештәр нигеҙһеҙ. Был турала борсолорға кәрәкмәй. Һәйкәлде тергеҙеү буйынса эш Өфөлә алып барыласаҡ. Бының өсөн баш ҡалала бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Салауат Юлаев һәйкәле республиканың айырылғыһыҙ символы булып тора. Күп кенә рәсәйлеләр өсөн Башҡортостан тап Салауат Юлаев исеме һәм уның һәйкәле менән бәйле. Батыр образы Башҡортостан халҡы тормошоноң бөтә өлкәләренә лә үтеп ингән. Уның исеме менән күп һанлы архитектура объекттары, урамдар, ауылдар, райондар, ҡалалар аталған. Украинала, Эстонияла, Ҡаҙағстанда ла милли геройыбыҙҙың исемен йөрөткән урамдар бар. Салауат Юлаев исемен бөтә илгә билдәле хоккей клубы ла данлай.
Республикала йыл һайын Салауат Юлаев көндәре билдәләнә, Салауат йыйыны республика фольклор байрамы үтә. 2024 йылдың йәйендә батырҙың тыуған ерендә – Салауат районында “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплексы асылды.
Республиканың гербында ҡалҡып сыҡҡан ҡояш фонында Салауат Юлаев һәйкәле урын алған. Был символдар һәм объекттар Салауат Юлаевтың Башҡортостан өсөн оло әһәмиәтен күрһәтә.
Хатта заман батырҙары ла Салауат Юлаев менән тығыҙ мөнәсәбәттә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ милли гвардия ғәскәрҙәре составында Салауат Юлаев исемендәге айырым әһәмиәттәге ике башҡорт батальонында хеҙмәт итә. Батальондарҙың яугирҙәре Донбасс һәм Курск өлкәһендә хәрби заданиеларҙы батырҙарса башҡара. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Салауат батыр Александр Невский, Кузьма Минин, Дмитрий Пожарский, Александр Суворов һәм Михаил Кутузов менән бер рәттән тарихи әһәмиәттәге батырҙар рәтенә инә. 1941 йылда совет экрандарына Рәсәй киноһының башында торған Яков Протазанов ижад иткән “Салауат Юлаев” нәфис фильмы сыға.
Башҡортостандың милли батыры образы немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә әүҙем ҡулланылған. 1943–1945 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла башҡорт халҡының милли батыры исемен рәсми йөрөткән ике хәрби часть — бронепоезд һәм артиллерия полкы булған. Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт атлы дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов һалдаттары алдында сығыш яһағанда: “Салауаттың тоҡомдары сигенә белмәй!”- тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡулланған.
Салауат Щербаков, скульптор, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле авторы:
- Беҙ хәҙер тарихи ҡарар ҡабул итәбеҙ. Беҙҙең ейән-ейәнсәрҙәр ошо һәйкәлде күреп үҫәсәк, милли геройыбыҙ һәм донъя кимәлендәге монумент менән ғорурланасаҡ. Беҙ тешебеҙ ауыртһа, махсус урынға теш табибына барабыҙ, белгесте йортобоҙға саҡырмайбыҙ. Әлбиттә, һис шикһеҙ, цехта йүнәтергә кәрәк, белгестәр күҙәтеүе аҫтында эшләргә, нигеҙен алмаштырырға кәрәк. Рәссамдарҙың, тарихсыларҙың, әҙәбиәтселәрҙең эше мөһим, әммә хәҙер конструкторҙар, тимер буйынса техник белгестәр эш итергә тейеш. Һәйкәл үҙенең элекке йөҙөн юғалтырға тейеш түгел.
Рита Өмөтбаева, тележурналист, Баймаҡ районы яҡташтар ойошмаһы рәйесе:
- Сосланбәк Тавасиевтың уникаль ижадын ваҡыттың аямауы һәм әлеге ваҡытта һәйкәлде реставрациялау мөһим булыуын аңларға тейешбеҙ. Салауат батырҙың һыны киләсәктә лә Башҡортостандың баш ҡалаһын һәм бөтә республиканы лайыҡлы биҙәйәсәгенә ышанам.
Ришат Ишембәтов, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе:
- Салауат Юлаевтың һәйкәле – республикабыҙ биҙәге, тарихи символы ул. Шуға күрә скульптура һәр саҡ яҡшы торошта, тәртиптә булырға тейеш. Һәйкәлдең ҡуйылыуына байтаҡ йылдар үткән. Шуға күрә уны ремонтлап, ултырған урынын тәртипкә килтереп, яңынан оҙайлы тиҫтә-тиҫтә йылдарға етерлек итеп ҡуйырға кәрәк.