Бала саҡта, хәйер, тормош дауамында ла оло инәйҙәрҙең: “Йорт-ил тыныс булһын, һуғыш сыҡмаһын!”- тигән теләктәрен ишетһәк тә, ул беҙҙең күңелебеҙгә үтеп инмәне. Сөнки әҙәм балаһы үҙендә татымайынса һирәк нәмәне аңлай ала.
Махсус хәрби операцияның башланыуы ла йәмғиәттә быға тиклем йәшәп килгән күп фекерҙе үҙгәртте, кемдең-кем икәнен дә күрһәтте. НАТО илдәренең беҙҙең илебеҙ сигенә яҡынлағандан-яҡынлай барыуы алда ниҙер буласағын төҫмөрләтә ине. Шулай ҙа ике йыл ярым эсендә яугирҙәребеҙ батырҙарса Ватан һағына баҫыр, йөрәктәрҙе тетрәндергән юғалтыуҙар ҙа булыр, тип бер кем дә уйламағандыр. Бөгөн илебеҙҙе һаҡлаған ир-егеттәр, Украина сигендәге өлкәләрҙә ҡаһармандарса баҫып торған йәш һалдаттарыбыҙ оло ғорурланыу тыуҙыра. Әлбиттә, улар өсөн борсолоу күңелдәрҙе өтә, һуғыш бөтөүен теләп доғалар бағышлана, ҡорбандар салына. Халыҡ бер көс булып уҡмашып яугирҙәргә ярҙам әҙерләй. Кемде булһа ла айырып әйтеп тә булмай, сөнки күҙ нурын түгеп ойоҡбаш бәйләүселәр ҙә, маскировка сеткаларын үреүселәр ҙә, төрлө ризыҡ әҙерләүселәр ҙә, аҡсалата ярҙам итеүселәр ҙә – барыһы ла тик оло рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ.
Шул уҡ ваҡытта йөрәкте өшөткән күренеш тә бар. Уның тураһында яҙыуы ла ауыр, әллә нисек кеүек. Шулай ҙа был һүҙҙәр күптәрҙе уйланырға мәжбүр итһә, бәлки, күңелһеҙ ваҡиғаларға ла урын булмаҫ.
Һуғыш – ҡорбанһыҙ булмай. Быны МХО-лағы егеттәребеҙ ҙә яҡшы аңлай. Улар менән яҙышҡанда ла уларҙың үлемгә ниндәйҙер фәлсәфәүи ҡарашы барлыҡҡа килеп өлгөргәнен аңлайһың. Һәләк булған батырҙарыбыҙҙы лайыҡлы ерләү, мәңгелек донъяға оҙатыу ойошторола. Был йәһәттән район хакимиәте, хәрби комиссариат, урындағы йәмәғәт ойошмалары, яугирҙең ауылдаштары, яҡындары барыһын да эшләй. Белеүегеҙсә, һәләк булған яугирҙәр өсөн түләүҙәр ҡаралған. Хөкүмәт шул рәүешле яугирҙең ҡаһарманлығына рәхмәтен белдерә, яҡындарына ярҙам күрһәтә. Тик “яҡындар” араһында килеп тыуған талаш-тартыш күңелде тетрәндерә. Оло йәштәге апайҙың: “Улым һәләк булғас, илауҙан тыйыла алманым. Мәсеткә барып ҡына тынысландым. Сөнки беҙҙең диндә улай күп илау ярамай. Әкренләп тынысландым. Доғалар уҡып үҙемде тотам. Бер танышым: “Һин улың өсөн түләүҙе күпме алдың?”-тигәс аптырап киттем. Белешә башланым. Мин ул аҡсанан баш тартҡан булып сыҡтым. Аптыраным, түләүҙәр тураһында белмәй ҙә инем, нисек баш тартҡанмын? Шунан хәтеремә килде: улымды алып ҡайтып ерләгән көндө килен ниндәйҙер ҡағыҙға ҡул ҡуйҙыртҡайны. Мин баламды юғалтыуҙан аңыма килә алмай ултырғанда, ул аҡса уйлап йүгереп йөрөгән. Ояты ни тора...”-тип хәсрәте менән уртаҡлашыуына бер һүҙ ҙә әйтә алманым.
Сөнки унан алда ғына бер ҡәйнә менән килендең һәләк булған яугирҙең түләүҙәрен бүлешә алмауҙары бар илгә яңғырап, әллә күпме матбуғат баҫмаларында баҫылып сыҡты. Ҡәйнә кеше законлы никахҡа тормай бала тапҡан килененә лә, ейәненә лә аҡсаны бүлергә теләмәй. ”Был ҡатын улым менән йәшәмәне. Баламдың проблемалары килеп сығыу менән, уны ташлап китте”, - ти әсә. Килен кеше лә үҙ һүҙен һүҙ итергә теләй, ҡуймай, аҡса талап итә. Оҙайлы суд, тикшереү эштәре һәләк булған яугирҙең ул ҡатын менән йәшәмәүен һәм баланың икенсе ирҙән булыуын асыҡлай.
Икенсе ерҙә тағы ла бер тетрәндергес хәл. Әсә улы һәләк булғандан һуң аҡсаның беренсе иренә бирелеүе менән килешә алмай. “Улыбыҙҙы ҡараманы, алимент та түләмәне. Ул беҙҙе ташлап сығып киткәндә, балама бер йәш тулған ине. Хәҙерге иремә кейәүгә сыҡтым. Улымды ул үҫтерҙе бит. Ни өсөн беренсе иремә аҡса булырға тейеш?” - ти ул. Ата кеше судта үҙенекен тылҡый, “улыма барып йөрөнөм, ҡараным”. Закон яғынан аҡса әсәйгә лә, атайға ла бүленә. Ирҙе аталыҡ хоҡуғынан мәхрүм итмәгәндәр икән, тимәк, барыһы ла законға ярашлы эшләнгән. Әлбиттә, әгәр баланы балиғ булғанға тиклем биш йыл үгәй атаһы тәрбиәләгәнен суд аша иҫбатлап булһа, түләүҙәр уға китәсәк. Тик был ҡатын әйтеүенсә, уның судтан судҡа йөрөргә хәле ҡалмаған.
Ғаиләһеҙ яугирҙәр һәләк булһа ла, талаштар сыға. “Атай-әсәйебеҙ юҡ. Мин – бер туған һеңлеһе генә бар. Атайыбыҙ беҙҙе кескәй саҡта ташлап икенсе ҡатынға сығып киткәйне. Унда бер малай һәм ҡыҙ тыуған. Беҙ улар менән аралашманыҡ. Ағай һәләк булғас, атайымдың ҡатыны шылтыратты: “Тиҙҙән түләүҙәр буласаҡ, һин аҡсаны өскә бүлергә тейешһең! Үҙеңә һәм минең улыма һәм ҡыҙыма. Һеҙ – бер атанан. Аҡса уларға ла булырға тейеш, мин белештем”. Уның оятһыҙлығына аптырап, башҡа мине ҡаңғыртмауын һораным да, телефонды һалдым. Барыбер ҡуймай, суд менән янай”. Был йәш ҡатындың кисерештәрен аңлағандар ҙа, аңламағандар ҙа бар. Талаш көсәйә, бар илгә тарала...
Ни өсөн шундай хәлгә барып төштөк, тип аптырарға ғына ҡала. Яҡын кешеңде юғалтыу һине тормоштан кәмендә биш-алты йылға сығарып ташлай. Аҡса ҡайғыһы ла, башҡаһын уйларға ла хәлеңдән килмәй. Йәне һурып алынған өрәк булып көнитмешеңде дауам итәһең. Шуға күрә аҡса өсөн низағ сығарыусыларға ерләп, тәне һыуынып та өлгөрмәгән яугирҙәрҙең рухы алдында уңайһыҙ түгелме икән? Дингә ышанмаусылар ҙа әҙәм балаһының йәне мәңгелек булыуын фәнни яҡтан иҫбатланыуын беләлер. Тимәк, барыбер һәр ҡылығың өсөн яуап бирергә тура киләсәк. Был – бер. Икенсенән, үлеме шундай талаш сығарған яугирҙәрҙең йәне тыныслана алырмы икән? Аҡса – ул ҡағыҙ ғына. Күпме булһа ла, ул бәғзеләргә барыбер етмәй. Шул уҡ ваҡытта әҙ аҡсаны ла бәрәкәтле итеп тотоноп, бәхетле йәшәгәндәр күп. Күҙ асып йомған арала үтеп киткән ғүмер йылдарын шундай талаш менән бысратһаң, тормош бушҡа үткәндәй була бит.
Унан һуғышта йөрөгән яугирҙәрҙең ошондай хәл-ваҡиғаларҙы ишетеп йөрөгәнен уйлаһаң, ҡыйын булып китә. Улар секунд һайын ғүмерен батырҙарса хәүеф аҫтына ҡуйғанда, йылы өйҙә, туйғансы ашап-эсеп, кәйеф ҡороп йәшәүселәрҙең һәләк булған иптәштәренең аҡсаһы өсөн талашыуын белеүе еңелдән түгелдер. Шуға күрә нәфсене тыйып, намыҫ менән йәшәргә, һәләк булғандарҙың рухына аяттар бағышлап, тереләрҙең имен-һау ҡайтыуын теләргә кәрәк.
Яугирҙәребеҙҙең Ватаны өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булыуҙан тыш, тыныс тормоштағы яҡындарын хәстәрләүе лә күңелдә хистәр буранын уята. Редакцияға килгән ағайҙың һөйләгәндәре лә тетрәндерҙе: “Һаулығым ҡаҡшағас, йыш больничный алырға тура килде. Шул саҡта түләнмәгән кредиттарым, кешеләрҙән алған бурысым йыйылып китте. Себер яҡтарына барып эшләп ҡайтайым тиһәм, һаулыҡ юҡ, кем алһын мине. Инде башты элмәккә генә тығырға ҡалды тип йөрөгәндә, махсус хәрби операцияла йөрөгән өс туған ҡусты ярҙамға килде. Уға кем әйткәндер минең хәлде, белмәйем, үҙе шылтыратты. Бер килке бурысымды ҡапланы. Илай-илай рәхмәтемде уҡыным, “яйлап ҡайтарырмын” тигәйнем, “Ярай, ярай, ғүмер булһа, ҡарарбыҙ. Уның өсөн борсолма. Аҡса түгел, кеше лә бөгөн - бар, иртәгә – юҡ. Ә изгелек барыбер мәңгелек ул. Ярҙам итә алып та, ниндәй намыҫ менән һине шундай хәлдә ҡалдырайым? Бирешмә, дауалан, һауыҡ! Кем рәхмәте төшөрөн кем белә, мин дә еңеү менән әйләнеп ҡайтырмын”,- тине. Ҡустыға көн-төн рәхмәттәр уҡып, имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйем. Проблемам хәл ителгәс, һаулығым да нығына башланы. Ҡустыма “һиңә гәзит аша рәхмәт яҙҙырам” тигәйнем, риза булманы. “Ҡуйсы, ағай, кешегә ярҙам итеүҙе геройлыҡҡа әйләндермә, ул ғәҙәти күренеш булырға тейеш”, -тине. Ҡустымдың ике наградаһы бар, батырҙарса һуғыша. Нишләп аралашмай йәшәнек икән тип кенә үкенәм. Аллаһ бирһә, ҡайтҡас рәхәтләнеп саҡырышып йәшәрбеҙ”.
Шулай уҡ ялға ҡайтҡан яугирҙәребеҙҙең белем алған мәктәбенә, ауылына ярҙам итеүҙәрен күреп ғорурланырға тура килә. Улар бит МХО-ға күп кәрәк-ярағын да үҙ аҡсаһына һатып ала. Шуға күрә кемдер хаҡында “ул аҡса өсөн китте” тип әйтер алдынан, уйланығыҙ. Ул аҡсаны ир-егеттәребеҙ тыныс тормошта ла эшләй алыр ине, әммә улар Ватан һаҡлауҙы үҙ бурысы итеп күргән.
Кешегә ҡайғы-хәсрәт килгәндә, проблемаларға күмелһә, ул үҙенең туғандары, дуҫтарының кем икәнлеген белә. Ә илгә бәлә ябырылһа, тотош йәмғиәттең йөҙө асыла. Батырҙарыбыҙҙың ут эсендә йөрөүе лә, ҡаһармандарса һәләк булыуы ла күптәрҙең ысын фиғелен йыртып асты. Аҡса ла, байлыҡ та, ғүмерең дә – ваҡытлыса ғына. Ә бына эшләгән яҡшылыҡтарың, таҙа намыҫың әллә нисәмә быуын нәҫелеңә сауап булып төшөр. Шуға күрә һәләк булған яугирҙең аҡсаһына талашып, уның рухын рәнйетер алдынан, уйлан!..
Гүзәл Иҫәнгилдина.