Миләүшә Юлдашбаеваны районда белмәгән кеше юҡтыр. Ярат мәктәбенең алдынғы ҡарашлы директоры, махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә ярҙамды ойошторған әүҙем ирекмән, маскировка селтәрен үреү серҙәрен бар районға өйрәткән сая ҡатын һәм бәхетле әсә лә ул. Миләүшә Азамат ҡыҙының социаль селтәрҙәрҙә йога менән шөғөлләнеп, башҡаларҙы ла өйрәтеүен күреп һоҡландым һәм бар нәмәгә ваҡыт тапҡан ханым менән әңгәмә ҡорорға булдым.
- Миләүшә Азамат ҡыҙы, бөгөн эште, йәмәғәт тормошон ситкә ҡуйып, тик йога тураһында һөйләшеп алайыҡ. Һеҙ уға нисек килдегеҙ?
- Әҙәм балаһының ғүмеренең төрлө миҙгеле бар. Улар һәр береһе үҙенсә матур. Әммә иллегә яҡынлаған йә ошо йәште үткән күп ҡатындар, гормондар үҙгәрешен кисергәндә, тулылана, артыҡ ауырлыҡ йыя башлай. Минең менән дә ошондай хәл булды. Һәм минең ҡыҙҙарым, ә минең өс ҡыҙым бар, йога менән шөғөлләнергә тәҡдим итте.
- Һеҙ шунда уҡ йога менән шөғөлләнә башланығыҙмы?
- Ҡайҙан! (көлә). “Аңламайым мин ул йога тигән нәмәгеҙҙе. Ултыраһың инде күккә текләп, ундай нәмә буламы”, - тип һөйләнеп, тәүҙә баш тарттым. Әммә ҡыҙҙарым ҡуйманы: “Юҡ, әсәй, йога – ул гимнастика, тик уны яйыраҡ, иркенләп эшләйһең. Бар тәнең тартыла-һуҙыла, шул уҡ ваҡытта көс тә йыяһың”,-тине. Мин һаман бирешмәйем, баш тартам (йылмая). Унан Гөлминаз ҡыҙым мине өгөтләп-өгөтләп бер йога клубына индерҙе. “Әсәй, эшләп кенә ҡара, беренсе күнекмәнән үк һиңә оҡшаясаҡ. Әлбиттә, тәү ҡарамаҡҡа ябай булып күренгән күнекмәләрҙе эшләү өсөн тырышырға кәрәк буласаҡ”, - тине.
- Һеҙ тыңлап, йога эшләй башланығыҙмы?
- Эйе, башланым. Ябай ғына күнекмәләр һымаҡ. Тик тәүҙә бер нәмә лә килеп сыҡмай ине. Йә тейешенсә ултыра, йә һуҙыла алмайым. Тән шул тиклем ҡатҡан! Хәҙер уйлайым, үҙемде үҙем шундай хәлгә еткергәнмен бит. Ҡулдарҙың бер генә лә көсө юҡ, һығылмалылығым юғалған. Улай-былай бөгөлә алмағас, стенаға һөйәлеп ултырып эшләй башланым (көлә). Ябай ғына эшләтәләр һымаҡ, ә ауыр килеп сыға! Былар менән бергә эшләп өлгөрә алмайым. Шуға күрә күнекмәләрҙе яҙҙырып алып, һуңынан үҙ аллы шөғөлләнә башланым. Артабан йога эшләүе оҡшап китте.
- Йога клубтары, башҡа тренерҙар – түләүле бит. Сөнки кеше һинең менән ваҡытын уҙғарып, нисектер ярҙам итә икән, ул бының өсөн хаҡ алырға ла тейеш.
- Эйе, йогаға ылығып киткәс, бер йылға абонемент һатып алдым да ҡуйҙым. Ул ваҡытта аҡсанан өҙөлөп тора инем. Барыбер бүлеп түләүгә булһа ла яҙылып, абонемент һатып алдым. Рәхәтләнеп шөғөлләнә башланым.
- Шул ваҡыттан серле йоганан айырылғанығыҙ юҡмы?
- Ҡайҙан инде (йылмая). Бер йыл шөғөлләндем тигәндә, ҡапыл һүрелдем. Тәүҙә аҙнаһына ике-өс мәртәбә эшләп маташтым, һуңынан бөтөнләй ҡул һелтәнем. Кешегә тормошон үҙгәртеүе, өйрәнгән-күнеккән ғәҙәти тормошонан баш тартыуы бик ауыр бит ул. Был үҙенә күрә ныҡ ҡына ихтыяр көсөн талап итә. Үҙем һиҙеп йөрөйөм, өс ай эсендә яңынан ҡаттым. Шунан инде үҙемде әрләп-өгөтләп яңынан шөғөлләнә башларға ҡушып ҡуйҙым.
- Артабан йогаға башҡаларҙы өйрәтә башланығыҙмы?
- Тәүҙә мәктәптә ойошторҙом, укытыусыларҙы, теләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырып аҙнаһына 3 тапҡыр шөғөлләнә башланыҡ. Шунан укытыусыларымды оҙон тәнәфестә спортзалға индереп разминка һымаҡ үткәреп йөрөнөм бер мәлде. Аҙаҡ онлайн форматҡа күсеүҙе планлаштырып, тәүҙә туғандарыма эшләтеп булдым. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ялҡтым. Үткәрһәм – үткәрәм, үткәрмәһәм – юҡ. Бушлай ине бит, үҙеңде бурыслы тоймайһың. Унан Гөлфиә Мөхәмәтдинованың клубы тураһында ишектеп, уға яҙылдым. Ул Белорет ҡалаһында йәшәй һәм онлайн гимнастика үткәрә. Был клубҡа яҙылғас, Гөлфиә мине шәмбе көндәрендә йога үткәрергә саҡырҙы. Уның клубында аҙнаға бер йога үткәрә башланым. Ошо мәлдә үҙем дә өлгөрөп еттем һәм клубымды асып ебәрҙем. Бына тиҙҙән уға бер йыл була.
- Нисек эшләп алып киттегеҙ?
- Көн дә таңғы алтынан йога үткәрә башланым. Дүшәмбенән йомаға тиклем. Ә шәмбе Гөлфиәлә үткәрә инем. Уның клубында эшләгәнгә бер йыл булып китте. Ике арала йөрөүе иғтибарымды ситкә йәлеп итә, ауырыраҡ була башлағас, Гөлфиә менән йылы ғына хушлаштыҡ та, үҙемдең клубыма рәхәтләнеп, ныҡлап тотондом.
- Хәҙер эшегеҙ нисек бара?
- Иртәле-кисле йога үткәрәм. Кискеһен төрлө әйберҙәр – гимнастика таяҡтары, ҡәләмдәр бәләкәс туптар менән эшләйбеҙ, кирбес өҫтөнә баҫып торабыҙ. Барыһы ла тура эфир аша бара. Һәм ошо киске сәғәттәрҙә күп кәңәштәр бирәм. Унда ҡыҙҙарға үҙемдең көнөм нисек үтеүе тураһында ла һөйләп алам. Унан һәр күнекмәнең нимәгә килешеүен аңлатам. Был киске күнекмәләр файҙалы кәңәштәр рубрикаһының бер өлөшө кеүек.
- Иртәнге йога нимәһе менән айырыла?
- Иртәнсәк тик йога ғына үткәрәм. Уға тулыһынса бирелергә кәрәк. Бөтөн уйҙарыңды ситкә ҡуйырға, тик тәнебеҙҙе күҙәтеп, яйлап, рәхәтләнеп һуҙылып-тартылып, һәр күҙәнәгебеҙҙе тойоп йога эшләйбеҙ. Дүшәмбе - “настрой на всю неделю” йәғни бер аҙнаға ниәт ҡуябыҙ, шишәмбе- һығылмалылыҡ, шаршамбы – төҙ арҡа өсөн, кесе йома – эстең, арҡа мускулдарының, ҡулдарҙың көсөн арттырыу, йома – ҡатын-ҡыҙ ағзаларының һаулығы өсөн йога булһа, шәмбе МФР менән (күп функциялы махсус ҡулайлама) күнекмә. Уның да үҙ тәртибе бар.
- һеҙ йога менән шөғөлләнә башлағандан һуң үҙегеҙҙә ниндәй үҙгәрештәр тойҙоғоҙ?
- Һаулығым яҡшырҙы, һығылмалылығым ҡайтты, мускулдарым нығынды. Уны үҙең генә түгел, башҡалар ҙа күрә икән. Бер хиджама эшләтергә барған танышыма эйәреп хиджамаға киттем. Уға эшләй, мин ҡарап ултырам. Хиджама эшләүсе: “Тәнең бәлйерәп тора, үтә бушаҡ (рыхлый), мускулдарың бөтөнләй юҡ, гимнастика эшләмәйһеңме әллә”, - тип танышымды шелтәләй башланы. Ул: “Йүгерәм”,- тине. Улар яҡын аралашҡас, бер-береһенә шундай шелтә эшләй ала ине. Мин барып ятҡайным, хиджама эшләүс: “Кил әле, бына ниндәй булырға тейеш арҡа”,-тип минең арҡалағы мускулдарға төрткөсләп күрһәтә башланы. Ул ваҡытта мин ике ай ғына шөғөлләнә инем әле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ыңғай үҙгәрештәр күҙгә күренеп тора икән тигән фекергә килдем шунда.
- Йогаға килеүҙең төп сәбәптәренең береһе артыҡ ауырлыҡ тигәйнегеҙ. Кәменеме?
- Эйе. Мин 80 килограмдан үткәйнем. Шуның 16-һын башта уҡ ташланым. Тик артыҡ тиҙ ябыҡтым һәм был минең хатам ине. Һуңынан ошо ҡапыл ябығыуҙың һөҙөмтәләрен тәртипкә килтергәнсе ныҡ тырышырға тура килде. Ауырлыҡты ҡапыл кәметергә ярамай.
- Йоганың тағы ла күҙгә күренеп үҙгәрткән күренеше?
- Арҡаны төҙ тота башлайһың. Был һаулыҡ өсөн бик мөһим. Бер ҡунаҡтан һуң танышым: “Мәжлес буйы һиңә ҡарап тик ултырҙым. Арҡаңды төп-төҙ тотаһың. Һиңә ҡарап мин дә шулай ултырырға тырыштым, әммә һәлпелдәп төшәм дә ҡуям. Һин нисек улай тик ултыра алаһың?”-тип һораны. Ә мин дөрөҫөн әйткәндә, уны тоймайым да. Йога күнегеүҙәре үҙенән-үҙе барыһын да үҙ урынына ҡуя.
- Йоганың ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бигерәк файҙалы икәнен ишеткәнем бар.
- Был ысынлап та шулай. Күнекмәләр ҡатын-ҡыҙ ағзаларына ныҡ ыңғай тәьҫир итә. Был бик мөһим. Сөнки ҡатындар бала таба, ауыл ерендә улар ауыр күтәрә, башҡаһын эшләй. Йылдар үтә бара ошо эске ҡатын-ҡыҙ органдары бушай, уларҙың да мускулдары йомшара һәм бәлйерәй, шунлыҡтан һаулыҡ ҡаҡшай, күп ҡатындарҙың тотанағы булмай башлай. Шундай саҡта йога ныҡ ярҙам даитә. Даими шөғөлләнһәң үҙеңдәге шундай ваҡ-төйәк һымаҡ күренгән, эстән ошо хәләтеңә күнеп бөткән етешһеҙлектәр юҡҡа сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалаһың икән ул! Унан, ҡайһы бер кешеләр, йылдар үтә бара, ҡулдарын күтәреп күлдәген, эске кейемдәрен дә сисә алмай башлай, ә һин йәһәт кенә сисеп ырғытаһың. Еләккә бараһың икән, сүкәйеп күпме йөрөһәң дә аяҡтарың ойомай. Бына ошондай ябай ғына күренгән нәмәләрҙе лә эшләй алмайынса йөрөгәнсе, үҙең менән шөғөлләнеү яҡшыраҡтыр тип уйлайым мин. Йыбанмаҫҡа кәрәк.
- Тышҡы ҡиәфәтегеҙ йәшәреп, тәнегеҙ нығыныуы шунда уҡ һиҙелә. Ә тағы ниҙәргә килеште йога?
- Йоганың килешмәгән ере юҡ инде ул. Күңел тыныслығы бирә. Миңә шуныһы бигерәк тә оҡшай. Элекке яндырай, ярһыу Миләүшә юҡ хәҙер (йылмая). Бер мәлде коллегам: “Апай ябыҡҡайны, йомшаҡ күңелле булып китте, шуны һиҙәһегеҙме ул?”- тип әйтеп һалды. Ә бит бындай күңел торошо ябығыуҙан түгел, ә йога менән шөғөлләнеү арҡаһында үҙеңде көйләп өйрәнеүҙән килде. Донъяға ҡарашым үҙгәрҙе
Бына күптән планға алған ирекмәндәр йыйынын шәп итеп үткәрҙек бит инде. Шул көндө ауылыбыҙға осрашыуға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары килде. Элекке ваҡытым булһа, ирекмәндәр йыйынында сығыш яһағандан һуң мин йәһәт кенә ауылға осрашыуға тип сабыр инем. Ҡырҡҡа ярылырҙай булып көйәләнер инем. Уйланым-уйланым да, мин ҡабаланып, ике кәмәнең ҡойроғон тоторҙай булып йөрөмәҫкә ҡарар ҡылдым. Ауыл хакимиәте башлығы унда, эштәр идарасыһы бар. Ойоштороу эштәрендә ярҙам иттем дә, күптән хыял иткән ирекмәндәр йыйынына барып, рухташтар менән осрашып, тыныс ҡына яйлап йөрөп ҡайттым. Һәм мин быны бик еңел ҡабул итә алыуыма үҙем аптыраным.
- Тимәк, йәшәйешегеҙгә ҡарашығыҙ ҙа үҙгәрә?
- Эйе. Тағы бер ябай ғына миҫал. Мәктәптәрҙе ҡабул итеү башланды. Улар беҙҙең мәктәпте тикшерергә килер көнгә мин офтальмологҡа яҙылған инем. Хоҙай Тәғәлә мине һынаған кеүек күп нәмәне шулай ҡатлап-ҡатлап бирә. Элекке Миләүшә нимә эшләр ине? Дөрөҫ, табипҡа барыуҙан баш тартыр ине. Ә мин дауаханаға шылтыратып, хәлде аңлаттым һәм ҡабул итеүҙе иң иртә сәғәткә күсерттем дә, табипҡа киттем. Кистән коллективты иҫкәрттем дә, һаулығымды хәстәрләп ҡалаға юл алдым. Приемка килергә торғанда сығып китеү элек башҡа һыймаҫлыҡ хәл булыр ине, ә хәҙер... Йога тыныс һәм айыҡ аҡыл менән эш итергә ярҙам итә. Уйҙарың алмашына, үҙгәрәһең, быларҙың барыһына ла яйлап киләһең.
- Һеҙҙең сафҡа баҫҡан ҡатындарҙың артыуын күҙәтеп барам. Тура эфир барышында улар менән нимә тураһында һөйләшәһегеҙ?
- Ҡыҙҙар киске йога тип йөрөткән күнекмәләр ваҡытында төрлө-төрлө темаларға һөйләшәбеҙ. Уның темаһы минең көн дауамында ниҙәр күреүем-кисереүем, нимәләр хаҡында уйланыуыма ла барып тоташа. Балаларҙы нисек дөрөҫ тәрбиәләргә, ни өсөн улар китап уҡымай, хәрәкәт итмәй, башҡортса һөйләшмәй, ни өсөн һаҡау – барыһы хаҡында һөйләшәбеҙ. Нисек дөрөҫ итеп мунса төшөргә, һыу эсергә, туҡланырға кәрәклеге тураһында кәңәштәр бирәм. Үҙ тәжрибәмдән, тормошомдан сығып эш итәм. Бына, мәҫәлән, кешеләрҙең һоғо, күҙе тейә. Был ысынлап та бар. Ундайҙарҙы “ҡаты күҙле” тип йөрөтәбеҙ. Уларҙан үҙеңде һаҡлау саралары тураһында һөйләшеп киттек бер көндө. Былһөйләшеүҙән һуң бер ҡатын: “Миңә төбәп һөйләгән кеүек булды. Беҙҙең бер коллегабыҙ бар. Эргәбеҙҙә ултырһа, хәлебеҙҙе ала. Беләбеҙ уның арҡаһында хәлһеҙләнеүебеҙҙе, ә бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ”, -тине. Эйе, ундай энерговампирҙар ысынлап та бар һәм уларҙан һаҡланыу сараларын белергә, ҡулланырға кәрәк. Миндә шөғөлләнгән ҡатындар шулай төрлө кәңәш һорай. Яуаптарын бергәләп эҙләйбеҙ.
- Көн һайын ниҙер һөйләү өсөн күпте белергә лә кәрәк бит...
- Әлбиттә. Ҡатын-ҡыҙҙарға кәңәштәр, уларҙың һорауҙарына яуаптар биреү өсөн төрлө курстарҙа уҡыйым. Уҡытыусы бит мин. Ушинскийҙың: “Учитель подобен губке: с одной стороны должен вбирать, с другой – отдавать” тигән һүҙҙәре бар. Шуға күрә белемемде төрлө юҫыҡта үҫтерәм. “Үлән сәйе”, “Бал менән дауалау” тигән курстарҙы һатып алып уҡыным. Бер нәмә лә бушлай бирелмәй бит инде. Шул “Үлән сәйе” курсында үҙемә асыш яһаным. Үләндәр беҙҙе дауалап ҡына ҡалмай, улар беҙҙең һаҡлаусы ла икән. Бына махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙҙең ғүмерен һаҡлау өсөн бетеү эшләргә була. Бының өсөн шайтан таяғы сәскәһен киптереп, яугирҙең бер аҙ сәсен ҡырҡып алып, бетеү итеп эшләйһең. Әлбиттә, был мәлдә үҙеңдең изге теләктәреңде-доғаларыңды уҡыйһың. Ошо бетеү егеттәргә йәнһаҡсы буласаҡ.
- Һеҙҙең һыуҙы дөрөҫ итеп эсеү тигән һүҙҙәрегеҙ барыһын да ҡыҙыҡһындыралыр. Серегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ.
- Кеше көнөнә 1,5 литр һәм унан да күберәк һыу эсергә тейеш. 1 кг ауырлыҡҡа 30 г һыу иҫәбенән эсһәк дөрөҫ була. Йоҡонан уянғас та иң беренсе теш-телде таҙартабыҙ. Телде лә мотлаҡ, сөнки төн эсендә беҙҙең эсебеҙҙән сыҡҡан токсиндар унда йыйыла. Әгәр таҙартмай һыу эсһәк, уларҙы кире эскә йотабыҙ. Һыуҙың үлеһен түгел, ә тереһен эсәбеҙ. Бының өсөн һыуыҡ һыуға ҡайнар һыу өҫтәп, эҫерәк итеп эсергә кәрәк. Унан ултырып тороп, йотомлап, рәхәтләнеп бер стакан һыуҙы эсәбеҙ. Әҙерәк йөрөп килгәс, тағы берҙе эсергә була. Мин йога алдынан ике стакан һыу эсеп өлгөрәм. Уянғас эскәндән һуң, йүгереп малға сығып китәм, һыйыр һауам, унан тағы бер стакан һыу эсәм. Иртәнсәк йылы һыу эсһәң, ул шунда уҡ ҡан буйлап тарала, ә һыуыҡ һыу ашҡаҙанға төйөн булып ята. Йылы һыу эсәктәрҙе таҙарта, токсиндарҙы ҡыуалатып сығара. Ашар алдынан 20 минут алда һыу эсеүҙе ғәҙәткә индерһәң, тәьҫирен тиҙҙән күрәһең. Беҙҙең халыҡ ашағандан һуң шул ыңғайы сәй эсергә күнеккән. Ә уны ашағандан һуң 20 минут үткәс эсһәң файҙалыраҡ. Көнө буйы эсә торған һыуҙы һауытҡа ҡойоп ултыртып ҡуйһаң, күпме эскәнең күренеп тора. Ғөмәмән, иртәнге рәттә һыуҙың күберәк өлөшөн эсергә тырышырға кәрәк. Төштән һуңға әҙәйтеңкерәп, киске 6-ға нормаңды тултырып ҡуйһаң яҡшы була. Кемдәрҙер киске һигеҙҙә лә эсә, әлбиттә. Тик төнгә ҡарай эсмәҫкә кәңәш итәләр инде. Бөйөрҙәргә көс төшөүе ихтимал, ти врачтар.
- Мунсаға ҡағылышлы кәңәштәрегеҙҙе лә ишетке килә...
- Мунса төшөүҙең дә үҙенең рецепттары бар. Мәҫәлән, әфлисун менән мунса төшөү. Үҙең менән ике әфлисун алып бараһың һәм уны мунса ташына һалып ҡуяһың. Беҙ йыуынғансы ул шунда бешеп ята. Йыуынаһың, сабынаһың, сайынаһың һәм мунса соланына сығып, яйлап ултырып берәүһен әрсеп ашайһың. Икенсеһен уртаға ҡырҡып тәнеңде ышҡыйһың, тәбиғи скраб була инде. Эстән дә, тыштан да таҙарынаһың. Әфлисун эстәге токсиндарҙы ҡыуалатып сығарырға ярҙам итә. Мин тәүҙә тәнемә бал һөртөп ултырам, унан әфлисун. Ошо ысул мунсанан таҙарып, яңырып сығырға ярҙам итә. Кемдең хәленән килә, ике тапҡырҙан ете тапҡырға тиклем сабынырға мөмкин. Был ваҡытта, әлбиттә, араһында ромашка сәйе эсеп, яйлап ултыралар
- Һеҙҙә нисә йәштәге ҡатындар шөғөлләнә?
- 35 йәштән өлкәндәр. Үҙемә яҡын йәштәгеләр булғас, уларҙы яҡшы аңлайым. Йоганың төрлө кимәлдәге күнекмәләре бар, шул иҫәптән бик ҡатмарлылары ла. Беҙгә ҡатмарлы күнегеүҙәр кәрәкмәй. Минең өсөн иң мөһиме- ҡатын-ҡыҙ һаулығы. Шуға күрә беҙ ябай, әммә ысынлап та тәьҫир иткәндәрен һайлайбыҙ. Тын алыу күнекмәләре аша үҙебеҙҙе һауыҡтырырға өйрәнәбеҙ. Быға кеше әкренләп килә. Йога башында бар уйҙарҙы баштан сығарабыҙ. Дөрөҫ итеп тын алабыҙ. Был үпкәнең, эстең мускулдарын нығыта. Төп өлөштө эшләгәндән һуң йога ваҡытында барлыҡҡа килгән бар шифалы энергияны бер йомғаҡҡа кире тәнебеҙгә таратыу практикаһын үткәрәбеҙ. Тын алышы аша үҙебеҙҙе һауыҡтырырға өйрәнәбеҙ.
- Йогаға бәйле тағы берәй ҡыҙыҡлы ваҡиғаға туҡталайыҡ.
- Медосмотр ваҡытында УЗИ-ға ебәрҙеләр. Үтеңдә үҙгәрештәр бар, тине белгес. Кем булып эшләүемде һораны ла, уҡытыусы тигәс, “аңлашылды, бындай үҙгәрештәр дөрөҫ һәм ваҡытында туҡланмауҙан килә” тип аңлатты. Һәр ваҡыт бер үк ваҡытта ғына ашарға кәрәк, шунһыҙ булмай, тине. Хәҙер үҙемде ҡарай башлауымды, дөрөҫ туҡланыу тураһында әйттем. Аҙаҡ : “Миңә күпме ваҡыт ошо бүлеп туҡланыу процедураһын күҙәтергә кәрәк?”- тип һораным. Тиҙерәк йүнәлге килә бит. Табип: “Бер йылдан килерһең дә, ҡарарбыҙ”,- тине. Шунан уйлайым, ысынлап та 50 йылдан ашыу йыйылған ауырыуҙан бер-ике айҙа ҡотолоп булмай бит. Һаулыҡ тамсылап ҡайта. Өҫтәүенә йәш үҙгәрештәре лә бара. Табип миңә ҡарап ултырҙы ла, ниндәй спорт менән шөғөлләнеүемде һорап ҡуйҙы. Аяҡ кейемен кейгәндә, ятҡанда, торғанда етеҙ хәрәкәт итеүгә иғтибар итте. “Йога. Әллә ярамаймы?”-тип һорайым. “Ниндәй йога менән шөғөлләнеүегеҙгә ҡарап”,-ти. 35 йәште үткән ҡатындар өсөн уларҙың һаулығы өсөн йүнәлтелгән еңел йоганы алып барыуымды әйттем, тәнемдәге үҙгәрештәр хаҡында һөйләп бирҙем. Ҡыуанып китте: “Үәт, маладистар! Ошо хаҡта мөмкин тиклем күберәк ҡатын-ҡыҙҙарға һөйләргә, еткерергә тырышығыҙ әле”,-тине. Унан: “Шәкәрҙе нимә менән алмаштыраһығыҙ?”-тип һораны. Бал менән икәнлекте ишетеп, икебеҙ ҙә интернет аша бер үк табиптарҙың эштәре, кәңәштәре менән танышып барыуыбыҙҙы аңланыҡ.
- Хәҙер тәнде таҙартыу мөһимлеге тураһында күп яҙалар. Һеҙ был йүнәлештә кәңәштәр бирәһегеҙме?
- Ҡатындар тәнде таҙартыу буйынса дәрестәр һорай ул, әммә мин әлегә баш тартам. Сөнки минең ундай махсус белемем юҡ. Дөрөҫ туҡланыуҙы марафон итеп үткәрәм. Бал менән массаж эшләргә өйрәтәм. Әммә тән таҙартыу процесын түгел, махсус белемһеҙ кеше организмының эшмәкәрлегенә ҡыҫыла алмайым. Сөнки таҙарыныу барышында тәндә киҫкен үҙгәрештәр башлана. Ә уларҙы нисек итеп дауаларға мин белмәйем.
- Үҙегеҙҙәге ниндәй үҙгәреш иң нығы ҡыуандырҙы?
- Барыһы ла һөйөндөрә. Йога аша бар тормошоңдо үҙгәртә алыу, тын алырға өйрәнеүең, матурайып, һөйкөмләнеп китеүеңә ҡыуанаһың. Тәнем ойоуы бөттө. Йога менән шөғөлләнгәнгә тиклем йоҡлай алмай инем. Тәнем ойоп, ярты сәғәт һайын уяна инем, тегеләй-былай әйләнәм. Иртәнсәк туҡмалған кеше һымаҡ тораһың, көнө буйы хәлһеҙ йөрөйһөң. Ә хәҙер быларҙың барыһы ла үтте. Һау һәм тыныс йоҡом ҡайтты. Шуға күрә әлхәмдүлиллаһ, тием.
- Һеҙ ауыл ерендә йәшәйһегеҙ, мал ҡарайһығыҙ. Эшегеҙ ҙә бик яуаплы, әүҙем йәмәғәт тормошо алып бараһығыҙ. Йоҡлап, ял итеп өлгөрәһегеҙме?
- Эйе, ауыл ерендә йәшәгәс, малһыҙ ҙа булмай. 4 һыйыр һауам. Бынан башҡа ҡош-ҡорт, баҡса һ.б. бар. Шуға күрә йәйгеһен йоганы иртәнге етелә, кискеһен һигеҙҙә, ҡышҡыһын таңғы алтыла, кис унынсы яртыла үткәрәм. Миңә шулай уңай. Сөнки организм ял итергә тейеш. Йоганан һуң ырғып тороп эшкә лә йәбешергә ярамай. Күпмелер ваҡыт ял итеп алырға кәрәк. Йоҡларға киске ун – ун беренсе ярты, иң һуңы ун берҙә ятам. Сөнки сәғәт ундан төнгө икегә тиклем йоҡоноң иң файҙалы һәм тәмле сағы, был ваҡытта йәшлек, һаулыҡ гормондары барлыҡҡа килә. Ошо ваҡытты үткәреп ебәреп, аҙағынан, 8 - 9 сәғәт йоҡлаһаң да, йоҡоң туймай. Сөнки шифалы йоҡо минуттары үткән. Бына шундай ябай ғына ҡағиҙәне күҙәткәндә лә йәшәүе еңел була.
- Һеҙҙе тыңлап, хәҙер үк йога күнегеүҙәренә ҡушылғы килә. Тик күпкә алдан башлағандар араһында яңыларға ҡыйын булмаҫмы?
- Юҡ, мин күнекмәләрҙе ҡатмарлы итеп үткәрмәйем. Һәр кем минең менән яйлап эшләп алып китә. 30-35 минут үткәрәм һәм шул йога барышында бөтә күнекмәләрҙе аңлатып һөйләйем. Ҡыҙҙарҙан: “Һеҙгә минең шулай туҡтауһыҙ аңлатыуым ҡыйын түгелме?”,-тип һорағайным, “Юҡ, беҙгә шулай күпкә еңел”,-тинеләр. Быны мин үҙем шөғөлләнгән билдәле клуб тренерынан өйрәнгәйнем. Ул да шулай барыһын да ентекләп аңлата ине. Шуға күрә кем килеп ҡушылһа ла, ауыр булмаясаҡ, бергә эшләп алып китәсәк. Теләге генә булһын.
- Һеҙҙе ҡайҙа табырға?
- Мин Бәйләнештә, ватсап, телеграмда бар. Табыуы ауыр түгел.
- Туҡланыуға туҡталайыҡ. Һеҙ ниҙәрҙән баш тарттығыҙ, нисек туҡланаһығыҙ?
- Дөрөҫ туҡланыуға төрлө диеталар аша килдем. Төрлөсә менюларҙы ҡулланып ҡарағандан, өйрәнгәндән һуң, беҙгә, башҡорттарға ошо ерлектә үҫкән ризыҡты ашарға кәрәк тигән һығымтаға килдем Шыттырылған борсаҡ, нут, бойҙай ҙа бик файҙалы. Уларҙы ниндәйҙер салаттарға ҡушып ебәрергә мөмкин. Юғиһә, шундай ризыҡты ҡиммәт хаҡҡа әллә ҡайҙан яҙҙырып алыусылар бар. Йәшелсә, аҡһым ашарға кәрәк. Ашағанда өс ус ҡағиҙәһен күҙәтеү мөһим. Ризыҡтың күләме шулай булырға тейеш. Магазин икмәге, шәкәрҙән баш тартырға тырышам.
- Тормош иптәшегеҙ һеҙҙең шөғөлөгөҙгә нисек ҡарай?
- Клубта онлайн шөғөлләнгәндә “әллә нидәй урыҫтар табып алған ул” тип көлә ине. Унан күнегеп китте. “Бына шөғөлләнәм, һиңә һау ҡатын кәрәк бит”,-тинем. Унан башҡортса шөғөлләнә башланым. Ирем: “Хәҙер башҡорттарын табып алғанһың бит”,-тип шаяртты. Ә үҙем йога эшләтә башлағас, тәүҙә аптыранды. Сөнки хәҙер һөйләй-һөйләй эшләйем бит инде. Иптәшем: “Нимә эшләйһең ул?”-тип һораны. “Хәҙер үҙем йога эшләтә башланым”,-тигәнде бик ыңғай ҡабул итте. Ысынлап та һәр иргә һау ҡатын кәрәк. 2017 йылда аварияға тарып, көскә кеше булғайным. Кеше булдым тиһәм дә, эйелеп аяҡ кейемемде лә кейә алмай, мейем ҡойолоп барған кеүек булып, башым әйләнә торғайны. Ана шул хәлдән мин үҙемде йога ярҙамында һөйрәп сығарҙым, төҙәлдем. Ирем хәҙер йога ваҡыты етә башлаһа: “Һин йогаңа инмәйһеңме ни? Ваҡытың етеп бара”,-тип үҙе иҫкәртә. Әлбиттә, мин уға барыһын да аңлап ҡабул иткәне өсөн бик рәхмәтлемен.
- Миләүшә Азамат ҡыҙы, төплө һәм файҙалы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә! Киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың һаулығын яҡшыртыуға индергән тырышлығығыҙ өсөн дә изге теләктәр еткерге килә.
Гүзәл Иҫәнгилдина.