Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август , 15:55

Күпме генә иҫкәртһәк тә

халыҡ мутлашыусыларҙан алданып, уларға аҡсаһын күсереүен дауам итә. Тәүлек эсендә генә кешеләрҙең миллиондары бурҙар кеҫәһенә күсә. Кемдер ғүмер буйы йыйып барған аҡсаһын бирә, күптәр кредит алып, был аҡсаны енәйәтселәргә ебәрә. Ә мутлашыусылар көндән-көн яңы яуыз алдауҙар таба...

Хәҙер инде улар: “Биргән анализдарығыҙ бик насар!” -тип ҡурҡыта. Үҙен белгес тип танытып, енәйәтселәр ҡорбандарына яңынан тикшереү үтеү мөһимлеген белдерә. Артабан “табип” әлеге мәлдә “пациент”тың диагнозы буйынса дауаланыу программаһына яҙылыу барыуын белдерә. Уға алдан яҙылыу өсөн аҡса күсерергә кәрәк, тип алдайҙар.

Мутлашыусылар ышандырырлыҡ итеп эш итә: ниндәй анализдар тапшырырға кәрәклеген, ниндәй документтар әҙерләргә һәм дауаханаға ятыу өсөн ниндәй әйберҙәр йыйырға кәрәклеген дә һөйләйҙәр. Ни өсөн шулай килеп сыға? Енәйәтселәр дауахананан урланған йәшерен мәғлүмәт менән файҙаланырға мөмкин, шуға күрә улар ысын табиптарҙың исемдәрен һәм һеҙҙең ысынбарлыҡтағы диагнозығыҙҙы атай. Бынан нисек һаҡланырға? Мәғлүмәтте ҡабаттан тикшерегеҙ. Рәсми сайттан медицина ойошмаһының ҡыҙыу линия номерын табып, һеҙгә ысынлап шул ойошманан шылтыратҡандармы-юҡмы икәнен белегеҙ. Хәҙерге заманда табиптарҙың үҙҙәренең ауырыуҙарына шылтыратыуҙары бик һирәк осраҡ булыуын онотмағыҙ.

Тағы бер таралған юл - мутлашыусылар үҙҙәрен Дәүләт хеҙмәттәре (Госуслуги) вәкиле тип таныта һәм аҡса туплауҙы арттырырға тәҡдим итә. Ышаныслыраҡ яңғыраһын өсөн банктағы ставкаларҙың артыуы хаҡында хәбәр итәләр һәм, “Үҙәк банк”ҡа шәхсән барып, ошо хаҡта белешергә ҡушалар. Улар, йәнәһе лә, ошо мәсьәләне хәл итеүсе махсус хеҙмәткәр менән тоташтыра, уныһы аҡсаны “хәүефһеҙ” иҫәпкә урынлаштырырға, хатта аҡса йыйыуҙан кешбэк бирергә вәғәҙәләй. Артабан клиенттан шәхси мәғлүмәттәрен тикшереүҙе, артабан СМС менән килгән кодты, банк ҡушымтаһына инеү өсөн логин йәки паролде хәбәр итеүҙе һорайҙар. Шул рәүешле, мутлашыусылар клиенттың иҫәбенә инеү мөмкинлегенә эйә була һәм иҫәптән аҡса алып юҡҡа сыға. Шулай уҡ кешенең бар мәғлүмәтенә үтеп ингәс, мутлашыусылар уның исеменән ҙур суммалағы кредит та ала.

Уяу булығыҙ! Рәсәй банкы хеҙмәткәрҙәре (шул уҡ Үҙәк банк) бер ҡасан да кешеләргә шылтыратмай, шәхси мәғлүмәттәр һорамай һәм иҫәп менән ниндәй ҙә булһа операция эшләргә тәҡдим итмәй. Ниндәй генә һорау булһа ла, банкҡа үҙ аллы шылтыратыу яҡшыраҡ.

Алданмау өсөн иң хәйерлеһе – таныш булмаған һанлы телефонды алмау. Быны оло быуын кешеләренә лә аңлатығыҙ. Шулай уҡ уҡ: “Мы из ФСБ, МВД, вы срочно должны!..” -тип башланған һүҙҙәргә ышанмағыҙ. Тыңламағыҙ, телефонды һүндерегеҙ. Сөнки ҡайһы саҡта граждандар шулай башланған һөйләшеүҙән ҡурҡып, үҙҙәренең бар мәғлүмәтен мутлашыусыларға әйтеп бирә. Мутлашыусылар шуның менән файҙаланып, һеҙҙең иҫәпте талай, һеҙҙең исемгә кредит юллай. Алдманмағыҙ! Уяу һәм һаҡ булығыҙ!

Эдуард Әһлиуллин, Баймаҡ эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары, эске эштәр хеҙмәте подполковнигы.

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: