Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
6 Август 2024, 11:00

Эскәмйәлә ултырам

 бәләкәс йүгереп уйнай. Ошо мәлдә эскәмйәгә бәпестәрен коляскаға һалып алған әсәләр ҙә йыйылып китә. Кемеһенеңдер балаһы имсәк кенә, күберәк йоҡлай, икенселәренеке атлай башлаған. Ошо әсәләр балаларына ашатҡан пюре һәм башҡа ризығының һауытын аяҡ аҫтына ташлағанын күреп аптыраным. Сүп йәшниге янында ғына тора, ә ул тирә-яҡты ҡыйлай. Унан йүгереп йөрөгән балалары ла кәнфит-шоколадының ҡағыҙын ҡайҙа етте шунда ташлап китә, ә был әсәләр артынан барып алмай ҙа, өйрәтмәй ҙә. Минең ейәнсәремә өс йәш, әммә ошо бәләкәс тә уларҙың ҡылығын аптырап күҙәтә ине...

Эскәмйәлә ултырамЭскәмйәлә ултырам
Эскәмйәлә ултырам

Ҡалабыҙҙы бысратыуҙа, ҡыйлауҙа йәштәрҙе ғәйепләйбеҙ. Барҙыр ундайҙары ла. Әммә күпселек осраҡта өлкәндәр ҙә уларҙан ҡалышмай бит. Үҙәк майҙанда эшләп торған фонтан барыбыҙҙы ла ҡыуандыра. Бигерәк тә эҫе мәлдә балалар рәхәтләнде. Тынсыу фатирҙан сығып, кис янына барып ултырыу бигерәк рәхәт ине. Ейәнсәремде алып мин дә йөрөнөм. Эскәмйәлә ултырам, бәләкәс йүгереп уйнай. Ошо мәлдә эскәмйәгә бәпестәрен коляскаға һалып алған әсәләр ҙә йыйылып китә. Кемеһенеңдер балаһы имсәк кенә, күберәк йоҡлай, икенселәренеке атлай башлаған. Ошо әсәләр балаларына ашатҡан пюре һәм башҡа ризығының һауытын аяҡ аҫтына ташлағанын күреп аптыраным. Сүп йәшниге янында ғына тора, ә ул тирә-яҡты ҡыйлай. Унан йүгереп йөрөгән балалары ла кәнфит-шоколадының ҡағыҙын ҡайҙа етте шунда ташлап китә, ә был әсәләр артынан барып алмай ҙа, өйрәтмәй ҙә. Минең ейәнсәремә өс йәш, әммә ошо бәләкәс тә уларҙың ҡылығын аптырап күҙәтә ине. Сөнки беҙ уны атлай башлағанынан өйрәткәнбеҙ. Урамда ниҙер ашаһа (ә был һирәк була), ул ҡағыҙын йәшниккә алып барып һала.

Эскәмйәлә көнбағыш сирткәндәр ҙә аптырата. Матур итеп түшәлгән плитәләргә ирҙәрҙең ҡаҡырығын төкөрөп китеп барыуы башҡа һыймаҫлыҡ хәл! Йәштәр түгел, ә нәҡ урта йә оло йәштәгеләр. Шул тиклем дә тәрбиәһеҙ кешеләр булыр икән тип аптырарға ғына ҡала. Үҙебеҙ йәшәгән ҡала бит. Балаларға, йәштәргә өлгө күрһәтәйек, тәртипле булайыҡ.

Зәйтүнә

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас