+21 °С
Болотло
Өфө полицияһына магазин директорының 40 йәшлек урынбаҫары мөрәжәғәт иткән. Ул быйыл яҙ һатып алыу-һатыу сайтында автомобилдең двигателе һатып алырға теләүен белдерә. Ир билдәһеҙ һатыусынан тейешле вариант таба һәм унан тауар һатып алырға була БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ҡала кешеһе һатыусыға двигателде тиҙерәк алырға өмөтләнеп 200 мең һум аҡса күсергән. Әммә бер аҙҙан ул бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Һөҙөмтәлә ир үаҡсаһыҙ һәм автомобилдең двигателһеҙ ҙә ҡалған.
Уйламаған сайттарҙан алыш-биреш итерҙән ныҡлап барыһын да тикшерегеҙ. Таныш булмаған телефондарҙы алмағыҙ! Һаҡ булығыҙ!