Йөклө һәм бала имеҙгән әсәйҙәр өсөн махсус аҙыҡ-түлек
Кемгә: аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә. Буласаҡ әсәйҙәр йөклөлөк буйынса иҫәпкә ҡуйылғандан һуң киләһе айҙан бала тапҡанға тиклем, шулай уҡ бала имеҙгән әсәләр балаға алты ай тулғансы аҙыҡ ала.
Нисек алырға: ғаиләнең аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына ингәнен раҫлаған белешмә юллағыҙ. Уны Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалы, Күп функциялы үҙәк офисы аша эшләтергә йәки Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге сайтында vk.cc/cxNDRv белешмәгә заказ бирергә мөмкин. Аҙыҡ-түлекте иҫәптә торған дауаханала һәм һөт кухняларында алырға мөмкин.
Тулыраҡ мәғлүмәт: vk.cc/cysiYY.
7⃣ Балалар өсөн бушлай аҙыҡ
Кемгә: өс йәшкә тиклемге балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына
Нисек алырға: 6-сы пункттағы кеүек үк белешмә кәрәк. Аҙыҡты үҙең беркетелгән дауаханала һәм һөт кухняларында алырға була.
8⃣ Балалар лагерҙарына һәм шифаханаларға юллама
Кемгә: бөтә ғаиләләргә
Күпме: тәҡдим ителгән хаҡ иҫәбенән сығып (2024 йылда —тәүлегенә 1 190 һум), путевка хаҡының 70 проценты күләмендә өлөшләтә түләү.
Нисек алырға: махсус мәғлүмәт системаһында (vk.cc/cyskqZ) ғариза ҡалдырырға йәки йәшәгән урын буйынса Мәғариф идаралығына мөрәжәғәт итергә.
Ғариза биреү буйынса күрһәтмә ошонда: vk.cc/cyskZT.
9⃣ Рецепт буйынса бушлай дарыуҙар
Кемгә: 3 йәшкә тиклемге бөтә балаларға һәм күп балалы ғаиләләрҙә 6 йәшкә тиклемге балаларға.
Нисек алырға: педиатрға барырға. Үҙең менән түбәндәге документтарҙы алырға: бала тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ, баланың СНИЛС-ы, мотлаҡ медицина страховкаһы полисы, баланың йәшәү урынын раҫлаусы документ (ЖЭК-тан белешмә). Табип рецептты өс данала яҙа, шуларҙың икәүһен ата-әсәгә бирә. Препараттарҙың тулы исемлеген һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: vk.cc/cyslKh
🔟 Балалар баҡсаһы өсөн ата-әсәләр түләүенең бер өлөшөн компенсациялау
Кемгә: бөтә ғаиләләргә
Күпме: тәүге балаға — балалар баҡсаһы өсөн түләүҙең 20 проценты, икенсе балаға — 50 һәм өсөнсөһөнә — 70, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына 100 процент
Нисек алырға: балалар баҡсаһына биргәндә ата-әсәнең ғаризаһы нигеҙендә