Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
4 Август 2024, 07:35

Башҡортостанда балалары булған бөтә ғаиләләр ҙә

дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ғаиләләрҙең өҫтәмә ташламалары бар...

Башҡортостанда балалары булған бөтә ғаиләләр ҙә дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ғаиләләрҙең өҫтәмә ташламалары бар.

Яҙмала ҡайһы бер ярҙам саралары хаҡында һөйләйбеҙ. Тулы исемлекте күрһәтелгән һылтанма буйынса таба алаһығыҙ: vk.cc/cyqdu9.

Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие

Кемгә: бөтә ғаиләләргә.

Күпме: һәр балаға 28 294,95 һум.

Нисек алырға: ғариза яҙып тормайынса, сабыйҙың тыуыуын теркәү факты буйынса эшләгән ата-әсәнең береһенә Социаль фондтан түләнә. Әгәр эшләмәһәгеҙ, Рәсәй Социаль фондының клиенттар хеҙмәтенә йәки йәшәгән урынығыҙ буйынса Күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә йәиһә Дәүләт хеҙмәттәре аша пособие юлларға кәрәк.

1,5 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса айлыҡ пособие

Кемгә: бөтә ғаиләләргә.

Күпме: 10 611,33 һумдан башлап, йәки эшләүселәр өсөн алдағы ике календарь йылдағы уртаса эш хаҡының 40 проценты. 2024 йылда пособиеның иң ҙүр күләме — 49 123,12 һум.

Нисек алырға: эшләгәндәргә пособиены эш биреүселәрҙән алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә туранан-тура Социаль фонд түләй, эшләмәгәндәргә Социаль фондҡа йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә йәиһә Дәүләт хеҙмәттәре аша ғариза бирергә кәрәк.

Документтар исемлеге - vk.cc/cltLCo.

 Берҙәм пособие

Кемгә: йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән түбән булған һәм 0-17 йәшлек балалары булған ғаиләләргә.

Күпме: пособие күләме ғаиләнең килеменә бәйле.

Нисек алырға: Дәүләт хеҙмәттәре, Күп функциялы үҙәк офисы йәки Социаль фонд бүлексәһе аша юлларға. Тулыраҡ мәғлүмәт һылтанма буйынса – vk.cc/ckvg1R.

Балаға айлыҡ пособие

Кемгә: 18 йәшкә тиклемге балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә.

Күпме: 233,55 һумдан башлап.

Нисек алырға: ата-әсәләрҙең береһенә Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалына (vk.cc/cvVddZ) йәки йәшәү урыны буйынса Күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт ошонда – vk.cc/cyqeO3.

Яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһы

Кемгә: бөтә ғаиләләргә

Составы: одеял өсөн мөйөш, кофта, эске кейем, башлыҡ, янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамал, сумка, одеял, бәйләнгән комбинезон

Нисек алырға: бала табыу йортонан сыҡҡанда бирелә

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас