Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль , 10:50

Балаларға нисә йәшкә тиклем

бушлай дарыуҙар бирелә?

Балаларға нисә йәшкә тиклем
Балаларға нисә йәшкә тиклем

Бушлай аҙыҡ кемдәргә бирелә?

- Ауырлы һәм бәпәй имеҙгән әсәләргә, балаларға махсус аҙыҡ бирелеүен ишеткәйнем. Ул кемдәргә бирелә?

Ауырлы һәм бала имеҙгән әсәйҙәр өсөн махсус аҙыҡ-түлек аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр категорияһына ингәндәргә бирелә. Уны буласаҡ әсәйҙәр йөклөлөк буйынса иҫәпкә ҡуйылғандан һуң киләһе айҙан бала тапҡанға тиклем, шулай уҡ бала имеҙгән әсәләр балаға алты ай тулғансы аҙыҡ ала. Уны алыу өсөн ғаиләнең аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына ингәнен раҫлаған белешмә юллаарға кәрәк. Уны халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалы, күп функциялы үҙәк офисы аша эшләтергә йәки республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге сайтында https://calc.bashkortostan.ru/appointment_doc/ белешмәгә заказ бирергә мөмкин. Аҙыҡ-түлекте иҫәптә торған дауаханала һәм һөт кухняларында алырға мөмкин.

Балалар өсөн бушлай аҙыҡ өс йәшкә тиклемге балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына бирелә. Шулай уҡ атап үтелгән ойошмаларҙан белешмә кәрәк буласаҡ. Аҙыҡты үҙегеҙ беркетелгән дауаханала йәки һөт кухняларында алырға була.

Кескәйҙәргә дарыуҙар яҙыу тәртибе

- Балаларға нисә йәшкә тиклем рецепт буйынса бушлай дарыуҙар бирелә?

- Бушлай дарыу 3 йәшкә тиклемге бөтә балаларға һәм күп балалы ғаиләләрҙә 6 йәшкә тиклемге балаларға бирелә. Педиатрға бала тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ, баланың СНИЛС-ы, мотлаҡ медицина страховкаһы полисы, баланың йәшәү урынын раҫлаусы документ менән мөрәхәғәт итергә кәрәк.

Балалар баҡсаһына барғанда

- Балалар баҡсаһы өсөн түләүҙең күпмелер өлөшө компенсациялана, тиш ишеткәйнем. Уның тәртибе ниндәй?

- Эйе, балалар баҡсаһы өсөн ата-әсәләр түләүенең бер өлөшөн компенсациялау хоҡуғы бөтә ғаиләләргә бирелә. Тәүге балаға — балалар баҡсаһы өсөн түләүҙең 20 проценты, икенсе балаға — 50 һәм өсөнсөһөнә — 70, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына 100 процент ҡаплана. Ул кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһына биргәндә ата-әсәнең ғаризаһы нигеҙендә эшләнә.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: