Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль , 15:45

Тағы бер зыян күреүселәрҙең

береһе мухомор ... ашаған

Тағы бер зыян күреүселәрҙең
Тағы бер зыян күреүселәрҙең

Йыл һайын бәшмәк яратыусылар араһында ағыуланыусылар теркәлә. Быйыл ошондай 7 осраҡ теркәлгән, тигән мәғлүмәт бирә Роспотребнадзорҙың матбуғат хеҙмәте. Биш кеше билдәһеҙ бәшмәктән ағыуланып дауаханаға эләккән. Бер кеше маринадланған (!) гөрөздә бәшмәге менән ағыуланған. Тағы бер зыян күреүселәрҙең береһе ... мухомор ашаған. Быйыл ямғыр яуғас, бәшмәк тә күп. Әммә уны йыйғанда ла, ашағанда ла үтә һаҡ булығыҙ.

Бәшмәк менән ағыуланыуҙың төп билдәләре уларҙы ашағандан һуң 1,5-2 сәғәт үткәс кенә барлыҡҡа килергә мөмкин: баш ауыртыу, күңел болғаныу, ҡоҫоу, ашҡаҙанда көслө ауыртыу, эс китеү. Температура бер аҙ күтәрелеүе ихтимал. Йөрәк тибеше әкренәйә, аяҡтар һыуыҡ була.

Ашарға яраҡлы бәшмәктәр менән дә ағыуланырға була. Ҙур бәшмәктәрҙә файҙалы матдәләр менән бер рәттән, йыш ҡына кеше организмына зарарлы йоғонто яһаусы аҡһымдарҙың тарҡалыу продукттары ла бар. Шуға күрә сағыштырмаса йәш бәшмәктәр генә ашарға яраҡлы. Бынан тыш, ағыуланыуҙың сәбәбе тейешенсә таҙартылмаған, әҙерләнмәгән йәки боҙолған, киптерелгән һәм консерваланған бәшмәктәр булыуы мөмкин. Бәшмәкте цинк һауытта маринадларға ла, тоҙларға ла ярамай!

Әгәр консервалау алдынан бәшмәктәр насар таҙартылған һәм йыуылған булһа, уларҙа хәүефле ауырыу – ботулизмға килтергән зарарлы матдәләр була. Был кеше өсөн иң ҡурҡыныс ағыу. Ботулизм менән ауырыу бәшмәк ашағандан һуң 12 - 72 сәғәт үткәс барлыҡҡа килә. Уның билдәләре: баш ауыртыу, ауыҙ кибеүе, күңел болғаныуы, ҡоҫоу, эс китеү, төкөрөктө йота алмау һәм күреү һәләте боҙолоуы (күҙ алды ҡараңғылана, предметтар икәү-өсәү булып күренә). Бер-ике билдә булһа ла, ашығыс рәүештә табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сөнки был ауырыу үлемгә лә килтерә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: