Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель , 09:30

Ташҡындан һаҡ булығыҙ!

Быйыл ҡар күп, көҙгөһөн дә яуым-төшөм күп булды. Шуға күрә ташҡын хәүефе барлыҡҡа килде. Күрше Ырымбур өлкәһе, Ҡаҙағстандың күп өлөшөн һыу баҫты. Шуға күрә бер үк һаҡ булығыҙ!

Ташҡындан һаҡ булығыҙ!
Ташҡындан һаҡ булығыҙ!
Йыл һайын йоҡа боҙ арҡаһында әллә күпме кеше һәләк була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында балалар һәм балыҡсылар йыш осрай...
 
Бына ошондай фажиғәләрҙең булмауы өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мөһим. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: кешегә 10-12 сантиметр ҡалынлыҡтағы боҙ ғына артыҡ ҡурҡыныс янамай, ә унан йоҡарағы иһә - хәүеф-хәтәр сығанағы.
 
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты граждандарға йылға-күлдәрҙә булғанда түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра:
һыу ятҡылығындағы рөхсәт ителмәгән урындарҙан үтмәгеҙ;
йылға-күлдәрҙең йоҡа боҙло өлөштәрен урап үтегеҙ;
ҡараңғы төшкән мәлдә һәм томан, ҡар, ямғыр яуған ваҡытта боҙ менән ҡапланған йылға-күлгә яҡын бармағыҙ;
боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән тибеп тикшермәгеҙ;
әгәр ҙә боҙ менән ҡапланған күл йәки йылға буйлап үтмәйенсә булмай икән, һис юғында кешеләр һалған һуҡмаҡ буйлап атлағыҙ;
айырым боҙ киҫәгендә төркөмләп йөрөү кәңәш ителмәй.
 
Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙҙы боҙ менән ҡапланған йылға-күлдәргә яңғыҙын ебәрмәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Автор:
Читайте нас: