Һаҡмар
+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март , 11:10

Ағинәйҙәр - балалар менән бергә

Ниғәмәт мәктәбендә үткәрелгән "Наурыз" байрамында ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары ҡатнашыуы сараға йәм өҫтәне. Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Ниғәмәт мәктәбендә үткәрелгән Наурыз байрамында ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары ҡатнашыуы сараға йәм өҫтәне . Улар байрамды асып , байрам тураһында мәғлүмәт бирҙе , мөнәжәттәр әйтте . Һуғынан балаларҙы төрлө ярмаларҙан ҡушып бешерелгән тәмле бутҡа менән һыйланылар , татлы күстәнәстәр таратылды . Байрамда уҡыусылар ойошторған йәрминкә бай булыуы һоҡландырҙы . Сара төрлө мауыҡтырғыс уйындар , концерт номерҙары менән үрелеп барҙы . Байрам ауыл халҡын берләштерҙе , бөтәһе лә күңелдәре булып , аралашыуҙан ҡәнәғәт булып таралышты .
Фәнүрә Ғәббәсова , Ниғәмәт ауылы ағинәйҙәре ойошмаһы рәйесе.

Ағинәйҙәр - балалар менән бергә
Ағинәйҙәр - балалар менән бергә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: