Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март , 16:55

"Шәфәҡ"тәрҙең ҡыуанысы ҙур

Ураҙа хөрмәтенә ҙур бүләк булды. Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

"Шәфәҡтәрҙең " ҙур ҡыуанысы менән уртаҡлашып китәйем әле! Иҫке Сибай мәктәбе Аллаға шөкөр, үҙ ишектәрен асып, быйылғы уҡыу йылын яңы бинала башлап ебәрҙе. Ундағы заманса йыһаздарҙы күреп һушы китмәгәндәр һирәктер. Киләсәктә улар балаларыбыҙға, ауылыбыҙға оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен. Иҫке мәктәптең теген машинкаларын, ошо изге айҙа, Ағинәйҙәр бүлмәһенә тапшырып, беҙҙе шул тиклегем ҡыуандырып, "Шәфәҡтәргә" иғтибар бүлеп, ҡанатландырып ебәргән мәктәптең директоры Сәлих Мөхитдин улына, мәктәп коллективына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Артабанда берҙәм, татыу булайыҡ! Ауылым , халҡым тип янып торған ир - уҙамандар, ауылдаштарым менән ғорурланып, дәртләнеп эшләргә, йәшәргә, ижад итергә яҙһын!

Илүзә Йосопова,

"Шәфәҡ" ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе.

"Шәфәҡ"тәрҙең ҡыуанысы ҙур
"Шәфәҡ"тәрҙең ҡыуанысы ҙур
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: