Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль , 15:25

"Ирәндек" фонды иң шәп егеттәрҙе билдәләй

Икенсе Этҡолдан 11 йәшлек батыр егет Азиз Сирғәлинға ҙур уңыштар теләйбеҙ!

"Ирәндек" фонды иң шәп егеттәрҙе билдәләй
"Ирәндек" фонды иң шәп егеттәрҙе билдәләй

Ысын ир-егеттәргә атта елдәй елеү ҙә, уҡ-һаҙаҡты тота белеү ҙә, баш бирмәгән атты буйһондороу ҙа хас. Был йәһәттән  "Ирәндек" башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса шәфҡәтлелек фонды (рәйесе Алмас Шөгөров) бик күп эштәр башҡара. Ойошма үткәргән конкурс күп йәштәрҙе, балаларҙы йәлеп итә. Һәм бына матур йолаға ярашлы, атты өйрәтеү конкурсы дауам итә. 

Икенсе Этҡолдан 11 йәшлек батыр егет Азиз Сирғәлинға ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Егеттәрҙе таһыллыҡҡа өйрәткән, ҡуш йөрәкле иткән саралар үткәргән өсөн "Ирәндек" башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса шәфҡәтлелек фондына ҙур рәхмәт. Афарин!

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: