Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль , 17:30

Ағинәйҙәр һәм балалар

Был ауыл ағинәйҙәренә лә, балаларына ла һоҡланмау мөмкин түгел.

Сыңғыҙ ауылы ,, Ағинәй " йәмәғәт ойошмаһы үҫеп килгән быуын менән бәйләнеш булдырған , балаларҙа милли традицияларға ҡыҙыҡһыныу , илһөйәрлек , ватансылыҡ тойғолары тәрбиәләй . Мәктәптең саҡырыуы буйынса ағинәйҙәр уҡыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе — балаҫ һуғыу станоктарын алып барып , балаҫ һуғып күрһәтте , үҙҙәре тергеҙгән милли кәсептәр - тула , сарыҡ , шаршау һ б ҡул эштәре менән таныштырҙы . Балалар ҙа , мәктәп хеҙмәткәрҙәре лә , уҡытыусылар ҙа бик ҡыҙыҡһынып һораштылар , үҙ ҡулдары менән балаҫ һуғып ҡараны . Оҫта ҡуллы һәм йөҙҙәренән миһырбанлыҡ нурҙары һибелеп торған ағинәйҙәр : ,, Боронғо кәсептәребеҙ , йолаларыбыҙҙы киләсәктә һеҙ ҙә таратырһығыҙ , илһөйәр һәм телһөйәр булып үҫегеҙ " , - тип балалар менән әңгәмә ҡорҙо , фәһемле һәм күңелле һөйләшеүҙәр тәмле сәй табынында дауам итте . Мәктәп директоры Рәйлә Баҙарбай ҡыҙына , уҡытыусылар Миңзәлә Хөснулла ҡыҙына , Миңзәлә Тәфтизән ҡыҙына һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт ! Ишһылыу Рәжәпова , Сыңғыҙ ауылы ағинәйҙәре рәйесе .

Ағинәйҙәр һәм балалар
Ағинәйҙәр һәм балалар
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: