Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль , 20:30

Йөҙәр мең кредит алам да, хатта күңелле...

Атай “аҡылы” менән йәшәгәс ирем дә эште “ярты”ға башҡарҙы. Ярай әле үҙем аҡса эшләп табып, балаларымды аяҡҡа баҫтырҙым...

Йөҙәр мең кредит алам да, хатта күңелле...
Йөҙәр мең кредит алам да, хатта күңелле...

Хәҙер ғүмер ҡояшыбыҙ байып барғанда башҡа аҡыллы ғына фекерҙәр килә башланы. Мәҫәлән, йәш ғүмер кире ҡайтһа, иң тәүҙә иремдең хеҙмәт хаҡын үҙем алыр инем. Әтеү мин уның күпме эшләгәнен дә, алған “зерә платаһын” да белмәнем. Һәр ваҡыт ҡайным ала торғайны, хатта бала ауырыһа ла дарыуға тинләп бирер ине. Ә ҡунаҡ, “аҡбаш” өсөн аҡса йәлләмәне. Аҙна һайын ҡунаҡ, уға ла түҙер инек, урамда күрше ауыл кешеһен күрһә лә эйәртеп алып ҡайта. Ул ауылда ҡыҙы йәшәй бит, эсеп алғас эй маҡтар ине “ҡоҙалары” Ә саҡырылған ҡунаҡта һәр ваҡыт ҡыҙҙары көрәгәсе булды, үҙҙәре лә яҡшы “һемерә” ине. Ауыр тупраҡтары еңел булһын. Шул эсеүҙәре сәбәпле күпкенә фажиғәләре ғүмерҙә оноторлоҡ түгел. Әле лә аптырауымдың сиге юҡ, нишләп аталары балаларын эсерепултырҙы икән?! Ҡыҙҙары өсөн ғорурланып, әллә кем булып китә инек. Үткән заманда һөйләргә тура килә. Сөнки бер “өйөр” ғаиләнән бик аҙ ҡалдыҡ. Йәшләй генә киттеләр, сөнки эскелек көслө булды. Ҡунаҡсыллыҡ билгеһе - “ярты” ине. Кем күберәк эсерә – шул шәп! Хәҙер, Аллаға шөкөр, саманан уҙмайҙар. Шулай ҙа бар әле ҡорбан ите ашағанда ла эсеорап улытырғандар. Ҡунаҡ булһаң – тыйнаҡ бул, тигәнде белмәй инде улар. Намаҙ уҡып ултыра торған пенсионарҙар бит әле үҙҙәре!

Аллаға шөкөр, хәҙер эш өсөн дә аҡсалата бирә башланылар. Юғиһә беҙҙең ирҙәр ғүмер буйы “ярты”ға эшләне. Әле лә көмөшкә биреп эшләткәндәр бар, улар – ирһеҙ ҡатындар (тәртиплеләре ғәфү итһен). Ирлеләр уның менән шөғөлләнмәй, сөнки эскән ирҙең ни тиклем ҡурҡыныс икәнлеген аңлай.

...Ваҡытында ҡайным беҙҙең йортто эшләргә төрмәнән ҡайтҡан ике кешене ялланы. Нишләп улай итте икән, тип баш ватам. Әлбиттә, уларҙың да оҫта ҡуллыһы булалыр. Әммә эш унда түгел, арзан хаҡҡа күнгәндәрҙер. Уның ҡарауы йәй буйы “ҡунаҡ” булып ятып, көҙгә генә ҡайтып киттеләр. Эшләгәндәре ҡыйыш-мыйыш, йышмай түбә һалып, өй ҡыйыҡлағандар. Уылда ла оҫталар етерлек бит инде, шул эште 4-5 көндә бына тигән итеп эшләп китерҙәр ине.

Егеттәр, ҡыҙҙар, тормош ҡорһағыҙ, үҙегеҙсә йәшәгеҙ. Хеҙмәт хаҡығыҙҙы аҡыл менән тотоноғоҙ! Атай-әсәйҙе лә тыңларға кәрәктер, әммә минең кеүек үкенергә яҙмаһын. Атай “аҡылы” менән йәшәгәс ирем дә эште “ярты”ға башҡарҙы. Ярай әле үҙем аҡса эшләп табып, балаларымды аяҡҡа баҫтырҙым.

Әле шул “ҡыйыш-мыйыш” донъяны төҙәттереп яңы йәшәй башланым. Йөҙәр мең кредит алам да ремонт эшләтәм. Хатта күңелле! Кредитҡа бабайҙың пенсияһы етә, ваҡытында башы эшләмәгәс, әйҙә түләһен! Йола буйынса улына өй һалырға тейеш тә бит, “миңә шулай ҙа бара” тип көн итә. Аллаға шөкөр, хәҙер йәштәр үҙҙәре лә оҫта. Тик эшкә аталары түгел, ә себер өйрәтте! Йәш ғүмеҙе заяға үткәрмәгеҙ, балаҡайҙар, был һеҙгә оло кешенән аманат!

Ф. инәйегеҙ.

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: