Һаҡмар
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар , 20:20

Мин яман булып ҡалдым

Өсөнсө килен ҡайтып киткәндең икенсе көнөнә ҡәйнеш беҙгә килеп ингән...

Мин яман булып ҡалдым
Мин яман булып ҡалдым

Ҡәйнешемдән өсөнсө ҡатыны айырылып ҡайтып китте. Әмәлгә, быныһынан балаһы булып өлгөрмәне. Сөнки тәүге ике ҡатынынан булған улдарына алимент түләмәҫ өсөн эшкә урынлашмай. Иң аптыратҡаны: был юлды уға ҡәйнәм өйрәтә, йәнәһе, һине эшкә һанамай айырылғастар, балаларын да үҙҙәре ҡараһын. Ә улының туҡтауһыҙ эсеүе, аҡса эшләмәүе һаналмай!

Өсөнсө килен ҡайтып киткәндең икенсе көнөнә ҡәйнеш беҙгә килеп ингән. Уның иремә: “Их, ағай, ул да булдымы тормош! Ҡатыным булғанда эсергә бирмәй ине, хәҙер эсергә бар ҙа – закускам бөтөнләй юҡ. Ҡана, еңгәйҙең берәй банка салатын биреп ебәр әле”,-тигәнен ишетеп, ҡыуып сығарҙым.

Хәҙер ҡәйнәмә мин яман булып ҡалдым. "Баҙ тулып ултырған банкаңдың береһен бирһәң, астан үлер инеңме?!"-тип әрләп ташланы. Ә әрәмтамаҡ улының бер ғәйебе юҡ!

Ҡ.

Автор:
Читайте нас: