Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар , 10:50

Интернет аша һатып алғанда

Әгәр тауар боҙоҡ булһа, һеҙ уны алмаштырыуҙарын, аҡсағыҙҙы кире ҡайтарыуҙы һорай алаһығыҙ, етешһеҙлекте бөтөрөүҙәрен йәки, етешһеҙлекте иҫәпкә алып, хаҡты кәметеүҙәрен талап итә алаһығыҙ. Быны гарантия ваҡыты тамамланғансы эшләргә кәрәк. Чек булмауы был ғәмәлдәрҙән баш тартыу өсөн нигеҙ була алмай...

Интернет аша һатып алғанда
Интернет аша һатып алғанда

 Интернет аша һатып алыу хоҡуҡтарын «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында»ғы закон көйләй.

Һатып алыр алдынан тауар тураһында буклеттар, фото, видео, башҡа сығанаҡтарҙан тулы мәғлүмәт алырға хоҡуғығыҙ бар.

Һеҙгә тапшырылғанға тиклем тауарҙың күпселегенән - теләгән ваҡытта, ә тауарҙы ҡулға алғандан һуң, сәбәбен аңлатмайынса, ете көн эсендә унан баш тартырға хоҡуҡлыһығыҙ. Магазиндар был ваҡытты оҙайта ала.

Әгәр һатыусы тауарға яҙма рәүештә кире ҡайтарыу тәртибе һәм ваҡыты тураһында мәғлүмәт бирмәһә, һатып алыусы уны алған датанан 90 көн эсендә кире ҡайтара ала.

 Тауарҙы кире ҡайтарғандан һуң һатыусы 10 көн эсендә аҡсаны бирергә тейеш. Тик һатып алыу хаҡы ғына кире ҡайтарыла, ул хаҡҡа йөктө килтереү хаҡы (сифаты тейешле кимәлдә булмаған тауарҙы килтереү сығымдарынан тыш) инмәй.

Тауарҙы кире ҡайтарыу өсөн:
— Тауарҙы кире ҡайтарыу тураһында талап ҡағыҙы тултырырға. Уға иҫәп-хисап документының төп нөсхәһен һәм чекты (үҙегеҙ өсөн күсермә яһағыҙ), һатып алыусының паспорт күсермәһен беркетергә.
— Магазинға тауарҙы, гарантия талонын һәм комплектлаусы бөтә әйберҙәрҙе тапшырырға. Ярлыҡтар һәм биркалар һаҡланырға тейеш.
— Һатыусынан аҡса алырға йәки тауарҙы икенсеһенә алмаштырыуҙы рәсмиләштерергә. Алмаштырған ваҡытта тауар хаҡындағы айырманы түләргә йәки кире ҡайтарырға кәрәк. Гарантия талоны һәм чек алырға онотмағыҙ.

Кире тапшырғанда тауар тәүге характеристикаларына тап килергә, йәғни тауар йөҙөн һәм үҙенсәлектәрен һаҡларға тейеш. Күп кенә магазиндар, әгәр төргәк боҙолһа, тауарҙы кире ҡайтарып булмай, тип билдәләй. Был талап законһыҙ.

Әгәр тауар боҙоҡ булһа, һеҙ уны алмаштырыуҙарын, аҡсағыҙҙы кире ҡайтарыуҙы һорай алаһығыҙ, етешһеҙлекте бөтөрөүҙәрен йәки, етешһеҙлекте иҫәпкә алып, хаҡты кәметеүҙәрен талап итә алаһығыҙ. Быны гарантия ваҡыты тамамланғансы эшләргә кәрәк. Чек булмауы был ғәмәлдәрҙән баш тартыу өсөн нигеҙ була алмай.

Әгәр тауарҙы кире ҡайтарыу акты төҙөгәндән һуң 10 көн эсендә аҡсағыҙҙы ҡайтармаһалар йәки телдән баш тартһалар, һатыусы исеменә дәғүә яҙығыҙ. Шунан һуң судҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Судта бөтә мәғлүмәтте: түләү документтарын, чекты, электрон хат алышыуҙы, тауарҙың үҙен, гарантияны, төргәкте һәм, мөмкин булһа, һатыусының аҡсаны кире ҡайтарыуҙан баш тартыуын иҫбатлаусы дәлилдәрҙе күрһәтергә кәрәк.

"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы

Автор:
Читайте нас: