Һаҡмар
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар , 21:00

Тормош ҡиссаһы

Үҙем уйлайым, әгәр икеһе лә килһә, бар дөрөҫлөктө асып һалам, икеһе лә ныҡ оҡшауын әйтәм. Тик беренсе һылыу: “Ҡуй, ҡойоп ямғыр яуа бит. Иртәгә осрашырбыҙ!”- тине. Ә минең һөйөклөм: “Хәҙер килеп етәм”,-тине. Мин уға: “Ҡойоп ямғыр яуа бит әле”,-тиеүемә: “Мин һине ике йыл өҙөлөп көттөм, ямғыр нимә ул!”-тине...

Тормош ҡиссаһы
Тормош ҡиссаһы

Тормош ҡиссаһы

Бәхетле парҙың сере

Бер бабай менән әбей үҙенең 60 йыл бергә йәшәүен туйлаған. Ҡунаҡтар йыйылған, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр. Тантана бик шәп барған. Бәхетле, йөҙҙәрендә әле лә һөйөү сатҡылары балҡыған парҙан: “Нисек шундай ғаилә ҡорорға?”-тип һорағандар.

Әбей: “Иптәшем бик шәп, хәстәрлекле, иғтибарлы булды миңә ҡарата. Шуға күрә мин дә уға тик яҡшы булырға тырыштым”,-тигән.

Ә бабай 60 йыл һаҡлаған серен асҡан:

- Мин һөйөклөм менән генә осрашмай инем. Тағы бер ҡыҙ булды. Ул ваҡытта осрашыу бергә урамды әйләнеп килеү, киноға барыу ғына ине. Артығын ҡыланманыҡ, хатта ҡосаҡлашманыҡ та. Икеһе лә ныҡ оҡшай ине миңә. Әрмегә киттем. Икеһе лә хат яҙҙы. Мин дә яҙҙым. Ҡайтҡас ни эшләрмен, нисек икеһенең береһен һайлармын тип көйә инем. Мин ҡайтҡан көндө көслө ямғыр яуа ине. Ул ваҡытта ҡайҙан такси?! Хатта автобустар ҙа һирәк ине. Мин ҡыҙҙарҙың икеһенә лә шылтыраттым һәм: “Әрменән ҡайттым, туғандар йыйылған, үҙем бара алмайым. Үҙең килмәҫһеңме?”-тинем.

Үҙем уйлайым, әгәр икеһе лә килһә, бар дөрөҫлөктө асып һалам, икеһе лә ныҡ оҡшауын әйтәм. Тик беренсе һылыу: “Ҡуй, ҡойоп ямғыр яуа бит. Иртәгә осрашырбыҙ!”- тине.

Ә минең һөйөклөм: “Хәҙер килеп етәм”,-тине. Мин уға: “Ҡойоп ямғыр яуа бит әле”,-тиеүемә: “Мин һине ике йыл өҙөлөп көттөм, ямғыр нимә ул!”-тине.

Һәм шул мәлдә мин үҙемдең ғашиҡ булыуымды аңланым. Өйләнештек. Бар тормош дәүерендә лә һөйөклөмдөң ни тиклем терәк-таяныс була белеүен, ҡарашымдан ғына аңлап тороуын ҡарап яҙмышымда нәҡ ул ҡалыуына һөйөнөп бөтә алманым.

Тантанаға йыйылғандар тын ҡалды, унан ҡул саба башланылар. Шул саҡ әбейҙең хәйләкәр генә әйткән һүҙҙәре яңғыраны:

- Ә мин һинең тағы бер ҡыҙ менән осрашҡаныңды һиҙеп-белеп йөрөнөм. Әммә “Барыбер минеке буласаҡ!”-тинем һәм булдың да!

Был юлы инде ҡунаҡтарҙың барыһы ла әбейенә ауыҙын асып ҡатып ҡалған бабайға ҡарап рәхәтләнеп көлдө.

Бында шундай серҙәр йәшеренә ул бәхеле парҙар араһында.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: