Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар , 15:15

"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы

Подписка йомғаҡтары буйынса Темәс (башлығы Байрамғолова Айгөл Ғүмәр ҡыҙы), Ниғәмәт (Әминев Амур Зиннәтулла улы), Ишбирҙе (Иҙелбаев Динар Радик улы), Билал (Иҫәнъюлов Данис Рәфҡәт улы), Ишмөхәмәт (Ишмөхәмәтов Илнур Мансур улы), Ярат (Байымова Альбина Булат ҡыҙы), Таулыҡай (Уразбаев Ҡәйүм Рәжәп улы) ауыл биләмәләре иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште – улар тиражды арттырыуға өлгәште. Шул уҡ ваҡытта Моҡас (Атанғолов Нияз Әхмәр улы), Аҡморон (Әбүбәкиров Марс Әҡсән улы), Ҡолсора (Ишмырҙин Ришат Садиҡ улы) ауыл биләмәләре лә гәзиткә яҙылыуҙы тейешле кимәлдә ойошторҙо һәм тираж тотороҡло һаҡланды...

"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы
"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы

Бөгөн редакцияла “Һаҡмар” дуҫтарын йыя” сараһы юғары кимәлдә үтте. Унда 2024 йылдың беренсе ярты йыллығына иң күп тираж йыйыуға булышлыҡ иткән дуҫтарыбыҙ йыйылды.  Бөгөнгө тантанала район башлығының беренсе урынбаҫары Азат Булат улы Шәрипов, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Вәкил улы Ишембәтов, Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Салауат ҡыҙы Салихова, ауыл биләмәһе башлыҡтары, почта бүлексәләре, мәғариф, китапхана, һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашты.

Әйтергә кәрәк, 2024 йылдың беренсе яртыһына яҙылыу кампанияһы ойошаҡелы үтте, “һаҡмар” гәзите үҙенең тиражын һаҡлап ҡала алды. Бында, әлбиттә, редакция коллективының, район хакимиәтенең, ауыл биләмәһе башлыҡтарының, почта, мәҙәниәт, мәғариф, йәмәғәт ойошмалары етәкселәренең, рухлы милләттәштәребеҙҙең хеҙмәте айырыуса ҙур булды.

Подписка йомғаҡтары буйынса Темәс (башлығы Байрамғолова Айгөл Ғүмәр ҡыҙы), Ниғәмәт (Әминев Амур Зиннәтулла улы), Ишбирҙе (Иҙелбаев Динар Радик улы), Билал (Иҫәнъюлов Данис Рәфҡәт улы), Ишмөхәмәт (Ишмөхәмәтов Илнур Мансур улы), Ярат (Байымова Альбина Булат ҡыҙы), Таулыҡай (Уразбаев Ҡәйүм Рәжәп улы) ауыл биләмәләре иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште – улар тиражды арттырыуға өлгәште. Шул уҡ ваҡытта Моҡас (Атанғолов Нияз Әхмәр улы), Аҡморон (Әбүбәкиров Марс Әҡсән улы), Ҡолсора (Ишмырҙин Ришат Садиҡ улы) ауыл биләмәләре лә гәзиткә яҙылыуҙы тейешле кимәлдә ойошторҙо һәм тираж тотороҡло һаҡланды. 

"Һаҡмар"ҙың дуҫтары рәхәтләнеп аралашты, тәмле сәй табынында әңгәмә ҡорҙо һәм. әлбиттә. бүләкләнде. Рәхмәт, дуҫтар!

"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы
"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы
"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы
"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы
"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы
"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы
"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы
"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы
"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы
"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы
"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: