Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар , 22:40

Күрәсәкте күрмәйенсә, инеп булмай гүрҙәргә

Нимә кәрәк, һеңлем? Яңылыш килеп индеңме әллә? – тип уратып алып китте Зилә ханым. – Юҡ. Бәпесемде күрәйем тип килгәйнем. Ҡыҙым, сабыйым хәҙер үҫкәндер. Тәпәй баҫалыр инде. Үҙем хаҡында һөйләп тормайым. Ишеткәнһегеҙҙер. – Ниндәй бәпес һөйләйһең? Юҡ. Бирмәйем Алтынайымды. Ул минеке. Уны тыуҙырғас, бер тапҡыр ҙа ҡосаҡлап имеҙмәнең. Етмәһә, бала тип килгәнһең. Был ваҡытта Зилә балаһын йыртҡыстан һаҡларға теләүсе ҡошто хәтерләтте. – Эй, апай. Ул саҡта мин үлем менән йәшәү араһында инем бит.

«Эй, Хоҙайым, мин тыуғас, әсәм аҡ биләүгә биләп, бәхетле бул, балам, тимәгәндер, моғайын. Бәхет теләгән булһа, был тиклем дә әсе күҙ йәштәремде түкмәҫ инем», – тип уйлап, ҡарашын уҡыусыларынан айырып, тәҙрәнән тышҡа баҡты Зилә. Бөгөн туғыҙынсы синыфта һуңғы имтихан. Уҡыусылар баш күтәрмәй ирекле темаға инша яҙа. Синыфына күҙ йүгертеп алды ла, ҡабаттан хыял диңгеҙенә сумды ул.

Мотаһарға кейәүгә сығып, ҡартайғансы бергә-бергә шатлыҡ-ҡыуанысҡа төрөнөп йәшәү ине Зиләнең хыялы. Өйләнешкәндең тәүге йылдарында бер-береһе өсөн генә йәшәне йәштәр. Ләкин ваҡыт үтеү менән йорттоң ҡотһоҙлана барыуын икеһе лә тойҙо. Күрше-тирә йорт алдары сабый тауышына күмелгән саҡта айырыуса ҡыйын ине уларға. Эй, был тормош. Ниңә әҙәм балаһына һынауҙар ҡуя икән?.. Имтихан аҙағы етеүгә Зиләне директор бүлмәһендәге телефонға саҡырҙылар. «Тағы ни булды икән? Өсөнсө көндө бер уҡыусы тәртип боҙғас, ата-әсәһен саҡырттырғайным. Әллә был хаҡта районға билдәле булдымы икән?» – тип уйлап, хафаланып килеп инде бүлмәгә. Директор трубканы уға бирҙе лә, ҡамасауламаҫ өсөн сығып китте. – Зилә Рәхимовна, һаумыһығыҙ. Дауахананан, дөрөҫөрәге, бала табыу йортонан борсойбоҙ. Яҙған ғаризағыҙҙы социаль хеҙмәткәрҙәр тикшереп, ризалыҡ биргәйне. Бына шул хаҡта һөйләшергә иҫәп. Әле беҙҙә яңы тыуған сабый бар. Әсәһе ауыр хәлдә. Ҡалғанын килгәс һөйләшербеҙ. Көтәбеҙ. Ҡапыл әйтелгән хәбәргә ҡаушаһа ла, бер аҙҙан Зилә тынысланды. Имтихан тамамланып, эш бөтөү менән туп-тура бала табыу йортона йүгерҙе. Аяҡтары ергә теймәне. Һәр хәлдә, үҙенә шулай тойолдо. Шатлығынан күҙенә йәш тығылды. Нисәмә йыл балаһыҙ кәкүк кеүек хис итте үҙен. Ире Мотаһар, ҡатынын яратып өйләнһә лә, бала булмағас, һуңғы ваҡытта һыуына төшкәндәй. Быны йәш ҡатын һәр саҡ тойоп йәшәй. Таныш бинаға килеп ингәндә, йүгереүҙән хәле бөткәйне. Дежурҙа торған шәфҡәт туташы, уға һыу биреп: – Апай, шул тиклем йүгермәһәгеҙ һуң... – тине. – Йүгермәй ни. Күпме көттөм был хәбәрҙе. Ҡайҙа? Ҡайҙа баш табип? Тиҙерәк күрәйем, һөйләшәйем. Тәүҙә кемгә инергә? Шәфҡәт туташы шылтыратып һораны ла, Зиләне баш табиптың бүлмәһенә оҙатты. Унда ингәс, нығыраҡ тулҡынланды йәш ҡатын. Йөрәге ярһып типте. Баш табип Ислам Хәсәнов менән бүлмәлә бала табыу йорто етәксеһе Гөлсара Вәлиева ла бар ине. Зиләнең килеүен көткәндәр, ахыры. Инеү менән: – Әйҙәгеҙ, үтегеҙ, Зилә ханым, – тине Гөлсара Азат ҡыҙы. – Һеҙ бер нисә ай элек бала алыу мәсьәләһе буйынса ғариза яҙғайнығыҙ. Әле бына шундайыраҡ мөмкинлек сығып тора. Ап-аҡ, түңәрәк йөҙлө ҡыҙ бала. Әсә кеше бик ауыр хәлдә. Бөйөрөндә яман шеш. Туғандары юҡ, тиһәм, хата булмаҫ. Йәш ҡатындың берҙән-бер яҡын кешеһе – 86 йәшлек әсәһе. Башҡа бер кеме лә юҡ. Өләсәй кеше килеп киткәйне лә ... тик ҡыҙы арыуланмаһа, сабыйҙы ҡарай алмайым, ти. Ә атай кешенең ҡайҙалығы билдәһеҙ. – Нисек инде, ауырыу? Бәлки ... үлмәҫ тә... – тине Зилә. Ә эстән, әлбиттә, ҡыуанып бөтә алманы. Ҡыҙсыҡ менән үҙен күҙ алдына килтерҙе. – Сабый һап-һау. Тик бына әсәһе генә... Икенсе аҙна яталар. Килеп алыусы юҡ. Өләсәй кеше, ҡыҙым һауыҡҡансы бала эргәһендә ятһын, ти. Иҫән ҡалырына өмөт юҡ кеүек. Беҙ, бәлки, һеҙ йәш әсә менән һөйләшеп килешерһегеҙ, тип уйланыҡ. Кем белә, бәлки, сабыйының бәхете өсөн ризалашыр, – тип өҫтәне баш табип. Бер мәлгә өнһөҙ ҡалды Зилә. Ни әйтергә белмәне. Һөйләшер ҙә ул... Әгәр ҡатын иҫән ҡалһа? Бер өйрәнһә сабыйға, аҙаҡ үкенмәҫме? Башта ҡайтып, ире, Мотаһары менән һөйләшеп, кәңәшләшергә кәрәк. Шуға ла: – Бик ҡыйын хәл икән, Гөлсара Азатовна. Миңә уйларға ваҡыт бирегеҙ. Өйҙәгеләр ни әйтер? – тип баш табиптың бүлмәһенән сығып китте. Башында ике уй алыша – береһе: «Шатлан, ҡыуан, ҡыҙ бала бит. Күпме көттөң, һантый, ҡулыңдан ысҡындырма. Бындай бәхет бүтән осрамаҫ һиңә», – тип ҡотортһа, икенсеһе: «Йүләрләнмә, әсәһе әлегә иҫән. Сабыйҙы алырһың да, әгәр әсә кеше һауыҡһа? Ул сағында үкенмәҫһеңме? Сөнки сабыйҙы кире биреүе, ай-һай... Ашыҡма, уйла», – тип, зиһенен таратты. Ҡайтҡас, Мотаһар менән ныҡлап һөйләшергә кәрәк. Ни әйтер? Ҡыҙ бала булғас, ҡулынан ысҡындырғыһы килмәй. Алмаһа, әсәһе үлер ҙә, кем ҡарар. Өләсәһе, ҡарай алмайым, тигән бит. Ҡайтып инеүгә көн кискә ауышҡайны инде. Ире тамағына ашамай, аптырап ултыра икән. Ҡатынын күргәс: – Ҡайҙа йөрөйһөң? Эшеңә шылтыратҡайным, күптән китте, тиҙәр, – тип ҡоро ғына ҡаршыланы. – Эйе шул, иртәрәк китергә тура килде. Мотаһар, һөйләшеп алырға ине. – Күпме һөйләштек инде. Булһа, бирер ине Хоҙай, – тип һүҙ башлағайны ла ире, Зилә уны шундуҡ бүлдерҙе: – Тыңла әле, Мотаһар. Яратышып, ғүмергә бергә булырға, тип ант биреп өйләнештек. Гел мине ғәйепләнең дә торҙоң. Табиптарға ла күп йөрөнөм. Аныҡ ҡына бер нәмә тапманылар. Ә үҙең һуң? Бер ҡасан да дауаханаға барырға теләмәнең. Бер әхирәтем, бала табыу йортонда сабыйын ҡалдырыусылар була, тик ғариза яҙырға кәрәк, тигәнгә яҙғайным. Бөгөн шылтыратып, ҡыҙ бала барлығы хаҡында әйттеләр. – Нисек ғариза яҙҙың? Үҙеңдеке булмағас, кеше балаһын алырғамы? – тип аптыраулы һораны Мотаһар. – Һинең ҡаршы булырыңды уйлап, өндәшмәнем. Зинһар, ҡаршы килмә, ҡыҙ бала бит. Һөйөүең ысын булһа, аңла. – Анһат ҡына уйлайһың түгелме? Сабыйҙың, моғайын, әсәһенән башҡа, атаһы, туғандары барҙыр? Ошо хаҡта уйланыңмы? – Әсәһе бар, әле дауаханала ята. Ауыр хәлдә. Бөйөрөндә яман шеш, тиҙәр. Атай кеше сығып киткән. Бер хәбәре лә юҡ. Туғандарынан, ҡартайған әсәһенән башҡа, бер кеме юҡ. Уныһы ла, ҡыҙым иҫән ҡалмаһа, балаһын ҡарай алмайым, тигән. Шулай булғас, был беҙҙең бәхеткә бит. Һүҙ оҙонға һуҙылды. Ҡапыл ғына бер ҡарарға килә алмай ине Мотаһар. Әсәһе иҫән бит... Алдан «үлтерергә» ярамай. Баланы алғас, һуңынан әсәһе һауыҡһа, ни булыры билдәле бит. Уйламаған ерҙән атай кеше лә килеп сыҡһа? Ир уртаһына еткәндә Мотаһарҙың бала һөйгөһө лә, «атай», «әсәй» һүҙен ишеткеһе лә килә. «Улым», йә булмаһа «ҡыҙым» тип иркәләгеһе, наҙлағыһы килә. Бик оҙаҡ уйлағас, етди ҡарарға килделәр. Зилә тәүҙә йәш әсә менән һөйләшә. Аҙаҡтан күҙ күрер. Иртәгәһенә үк ҡатыны, бала табыу йортона шылтыратып, ире менән уртаҡ фекергә килеүен, сабыйҙың әсәһе менән һөйләшергә теләүен белдерҙе. ...Палатала ҡаты ауырыуҙар ғына, ахыры. Сөнки кемдер ыңғыраша, кемдер аппарат аҫтында, ә сабыйҙың әсәһе Әлиә система аҫтында ине. Йоҡомһорап ятҡан еренән ҡапыл күҙен асып, ишектән инеүсе Зиләгә аптырап ҡараны. Йәнәһе, һеҙ кемгә? Аяҡ осона ғына баҫып инеп, йәш әсәнең карауаты ситенә ултырҙы. Тик уныһы аптырап ҡараны ла, һөйләшкеһе килмәүен белдереп, ҡабат күҙен йомдо. Бер аҙ ултырып, аптырағас, кире коридорға сыҡты Зилә. Нисек һөйләшергә һуң, тип торғанда, бала табыу йорто етәксеһе килеп сыҡты. – Шунан, һөйләштегеҙме? – Юҡ. Боролоп та ҡараманы. – Ашыҡмаһағыҙ, көтөгөҙ. Оҙаҡламай уға процедураға. Шунда һөйләшербеҙ, – тип, Гөлсара Азат ҡыҙы ары атланы. Коридорҙағы эскәмйәгә ултырҙы Зилә. Тулҡынланды, үҙен енәйәт эшләгән кеше һымаҡ тойҙо. Күпме ултырғандыр, уны бала табыу йорто етәксеһе бүлмәһенә саҡырҙылар. Ингәс, өҫтәл эргәһендә ултырған Әлиәне күреп, уңайһыҙланды. Бер аҙҙан тынысланып, төпкә үтте. – Әлиә, үҙең күреп тораһың. Беҙ ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Бына Зилә ханым, ғүмер буйы мәктәптә балалар менән эшләгән уҡытыусы. Ҡыҙыңа сығырға ваҡыт. Әммә килеп алыусы юҡ. Уйланыҡ та, бәлки, һауығып сыҡҡансы, ҡыҙыңды ваҡытлыса уға бирергәме икән, тигән уйға килгәйнек. Сөнки сабыйға иң тәүҙә мунса, өй һауаһы, наҙ кәрәк. Ә бында ул көндәр буйы яңғыҙы бер бүлмәлә. Һауыҡһаң, Алла бирһә, барып алырһың. Зилә ханым ҡаты бәғерле түгел, миһырбанлы, – тип, Зиләгә ҡарап йылмайҙы. Тик башланған хәбәр бик тиҙ тамамланды. Әлиә: – Ғәфү итегеҙ, мин палатаға барып ятайым. Хәлем бөтә. Әлегә бер ни ҙә әйтә алмайым, – тип, сығырға ыңғайланы. Шулай тағы бер нисә көн үтте. Әлиәнең хәле берсә һәйбәтләнде, берсә насарайҙы. Бер көндө баш табипты саҡыртты ла: – Ислам Барыевич, оҙаҡҡа бармам, моғайын. Үҙемде шулай тоям. Теге ханыма әйтегеҙ, килһен, мин ҡыҙымды уға бирергә риза. Үҙемдең бәхетем булманы, йөрәк парәм бәхетле булып үҫһен, – тине. Әлиә кәрәкле ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйғас, ҡыҙҙы үҙҙәренә алып ҡайтты Зилә менән Мотаһар. Эй, ул бәхетле минуттар, өй эсе сабый ауазына күмелде. Донъяһын онотто Зилә. Эшенә барып, бала ҡарау өсөн ялға ғариза яҙҙы ла, көн буйы ҡыҙсыҡ тирәләй өйрөлдө. Исемен дә есеменә тура килтереп, Алтынай тип ҡуштылар. Бигерәк теремек булып сыҡты. Өй һауаһын һиҙә, буғай. Тәүге көндәрҙә рәхәтләнеп, иҙрәп йоҡлаһа, ваҡыт үтеү менән йоҡоһо ла бөтә башланы. «Ығы-ығы» тигән өндәре сыҡҡан саҡта Мотаһарҙың ауыҙы ҡолағына етә яҙҙы. – Ҡара әле, Зиләкәй, ҡыҙыбыҙ, «ығы-ығы» тип әйтә түгелме? – тип һораны бәхете йөҙөнә сыҡҡан ҡатынынан. Ә инде «әттә» тигән тәүге һүҙе иргә бигерәк ныҡ тәьҫир итте. Мотаһарҙың күҙҙәренән йәш тамды хатта. Тәүге өнө, һүҙе, тәүгә шыуышыуы, тештәре сығыуы, тәпәй баҫыуы – былар барыһы ла Зилә менән Мотаһарға онотолмаҫлыҡ ваҡиға ине. Ваҡыт тигәнең бик тиҙ үтте. Алтынайға бер йәш тә өс ай тигәндә, дауахананан баш табип Ислам Барый улы шылтыратты. Килеп китеүҙәрен һораны. Их, шылтыратмаһа ине лә бит... Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тигәндәре шулдыр, күрәһең. Мотаһар менән Зилә, Алтынайҙы алып, баш табип янына шикләнеп кенә килде. Табип һүҙҙе нисек башларға белмәне. Тулҡынланыуҙан ҡулына алып әйләндергән ҡәләмен һындырҙы. Шунан ауыр һулап: – Нисек кенә булмаһын, әйтер һүҙем барыһы өсөн дә яҡшынан түгел, – тип һүҙ башланы. – Теге саҡта, баланың әсәһенең бөйөрөндә яман шеш тип, сабыйҙы һеҙгә биргәс тә, тиҙерәк Өфө дауаханаһына оҙаттыҡ. Сөнки, аңлай-һығыҙҙыр, беҙҙә үлем осрағы була ҡалһа, баштан һыйпамайҙар. Шуға, бәләһенән баш-аяҡ, тип «Тиҙ ярҙам» менән ҡалаға ебәргәйнек. Өфө табиптары беҙҙең диагнозды раҫламаған. Әсәнең бөйөрөндә яман шеш түгел, ә таш булған. Ваҡытында иғтибар итмәү, яңылыш дауалау һөҙөмтәһе бер бөйөрөнөң эшләмәүенә килтергән. Әмәлгә күрә, уны Өфө табиптары ҡотҡарып алып ҡалған. Өфөлә бик оҙаҡ дауаланғандан һуң яңыраҡ Әлиә иҫән-һау ҡайтып төштө. Әлбиттә, тәү сиратта беҙгә килде. Балаһы тураһында һорашты. Бына шуларҙы һеҙгә үҙем еткерергә булдым. Аяҙ көндө йәшен һуҡтымы ни Зилә менән Мотаһарҙы. Был нимә? Яҙмыш шаярыуымы? Ни өсөн? Юҡ, быны күтәрә алмаясаҡ Зилә. Йылдар буйы көттө бит, хәҙер күҙ ҡараһылай үҫтереп килтергән Алтынайын ҡайһылай итеп кире бирмәк кәрәк? Тыуҙырған түгел, туйҙырған әсә бит. Ныҡ торасаҡ. Әммә унан ҡыҙын, йәнкиҫәккәйен ала алмаясаҡтар. Бирмәйәсәк. Бер көндө, Мотаһарҙы эшкә оҙатҡас, ҡыҙсығы менән гөр килә ине. Ҡапыл бәйле торған эт ярһып өрөргә тотондо. Кем булыр һуң иртән иртүк, тип ҡаршы сыҡһа... солан ишегенә хәлһеҙләнеп һөйәлде. Инеүсе сабыйҙың әсәһе Әлиә ине. – Һаумыһығыҙ, Зилә апай. – Һаумы, – тип ҡоро ғына яуап ҡайтарҙы хужабикә. Тик өйгә саҡырманы. – Нимә кәрәк, һеңлем? Яңылыш килеп индеңме әллә? – тип уратып алып китте Зилә ханым. – Юҡ. Бәпесемде күрәйем тип килгәйнем. Ҡыҙым, сабыйым хәҙер үҫкәндер. Тәпәй баҫалыр инде. Үҙем хаҡында һөйләп тормайым. Ишеткәнһегеҙҙер. – Ниндәй бәпес һөйләйһең? Юҡ. Бирмәйем Алтынайымды. Ул минеке. Уны тыуҙырғас, бер тапҡыр ҙа ҡосаҡлап имеҙмәнең. Етмәһә, бала тип килгәнһең. Был ваҡытта Зилә балаһын йыртҡыстан һаҡларға теләүсе ҡошто хәтерләтте. – Эй, апай. Ул саҡта мин үлем менән йәшәү араһында инем бит. Өҫтәүенә, иҫән ҡалһаң, барып алырһың, тигәйне табип. Үҙегеҙ ҙә ишеттегеҙ бит, – тип илап ебәрҙе. – Миңә, үләһең, тимәһәләр, былай килеп сыҡмаҫ та ине, моғайын. Әлиәнең илауына иғтибар ҙа итмәне Зилә. Киреһенсә, тиҙерәк һаубуллашыу яғын ҡараны. – Ваҡытымды бүлдең. Бараһы ерем бар, – тип, солан ишеген ҡаты ябып, инеп китте. Осрашыуҙың былай булырын белде Әлиә. Шуға ла яңынан баш табипты күреп һөйләшергә булды. Уныһы ла ҡабат һүҙ булырын көткән, күрәһең. Йәш әсәгә барыһы ла артта ҡалыуы, һуң булыуы тураһында аңлатырға тырышты. Әммә йылдан ашыу үлем менән көрәшеп, уны еңеп, хәҙер сабыйы артынан килеүсе әсә тыңларға ла теләмәне. – Ислам Барыевич, мин һеҙҙән кәңәш һорап килдем. Ә һеҙ миңә күҙ нурымды, баламды оноторға ҡушаһығыҙ. Ҡыҙымды кире алырға ярҙам итмәһәгеҙ, теге саҡта яңылыш диагноз ҡуйғанығыҙ өсөн судҡа бирәсәкмен. Яҡшылап уйлағыҙ. Иҫән ҡалырымды белһәм, баламдан баш тартыуым хаҡында ғариза ла яҙмаҫ инем. Үҙ теләгем менән бирмәнем уны. Үлһәм, сабыйым бәхетле булһын тип кенә яҙҙым, – тип ярһып ҡысҡырҙы ла сығып китте. Оҙаҡ уйланды Ислам Барыевич. Ҙур хата яһағанын да аңлай ине. Бала табыу йорто етәксеһе Гөлсара Азатовна менән кәңәшләшергә кәрәк. Башында мең төрлө һорау, уй. Гөлсара Вәлиева, был турала ишеткәс, шаңҡып ҡалды. Зилә менән Мотаһар ҙа йәл уға. Сабыйға исем ҡушып, күңел йылыһын биреп үҫтерәләр. Йылдан ашыу ҡарап, тәрбиәләп үҫтергән баланы тартып алып, нисек икенсегә бирәһең? Икенсеһе, әлбиттә, үҙ әсәһе, тик ятһынмаҫмы? Төптән уйлаһаң, Әлиәнең судҡа бирергә хаҡы бар. Медицина аппаратуралары иҫке булғас, ауырыуҙарға юллама менән 20 саҡрым алыҫлыҡтағы ҡалаға барып, яңынан анализ бирергә ҡушалар ҙа бит. Юҡ, нишләптер Әлиәне ҡалаға тикшереү үтергә ебәрмәнеләр. Шунлыҡтан бөйөрөндә яман шеш тигән диагноз ҡуйылды. Әгәр судҡа бирә ҡалһа, байтаҡ хеҙмәткәр эштән ҡолаҡ ҡағасаҡ. Юҡ, быны булдырмаҫҡа, нисек тә был хәлдән сығыу юлын табырға кәрәк. Шундай ҡарарға килде табиптарҙың икеһе лә. Иң тәүҙә Зилә һәм Мотаһар менән һөйләшергә кәрәк. Тик улар, бигерәк тә Зилә, бер ни ишетергә теләмәне. Мотаһар ғына: «Әйттем бит башта, үкенергә тура килмәҫме, тип», – тип мыңғырланы. Әммә үҙенә лә ҡыйын ине. Әлиә, ысынлап та, судҡа биргәйне. Ғаризаһында барыһын да тәфсирләп, өләсәһе менән генә йәшәүен, дауаханаға тиклем ҡайҙа эшләгәнен, табиптарҙың иғтибарһыҙлығы менән яңылыш диагноз ҡуйыуҙарын, шунлыҡтан сабыйының бәхете хаҡына унан баш тартыуы тураһында бәйнә-бәйнә яҙғайны. Билдәләнгән суд көнө килеп етте. Оҙаҡ барҙы ултырыш. Геү килде был көндө зал бинаһы. Әлиә ятҡан осорҙа эшләгән барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен дә саҡыртҡайнылар. Зилә менән Мотаһар ҙа, хатта йәш ярымлыҡ булып килгән Алтынай ҙа бар. Өләсәһе лә. Суд аҙағында баш табип, көрһөнөп, яңынан һүҙ һораны. – Зилә менән Мотаһарҙың да, Әлиәнең дә ғәйебе юҡ. Барыһы өсөн дә беҙ, йәғни мин ғәйепле. Хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатмауығыҙҙы һорайым. Мине ебәрегеҙ. Үҙ теләгем менән китәм. Баланы ла, иғтибарһыҙлыҡ менән яңылыш диагноз ҡуйыу сәбәпле, икенсе ғаиләгә урынлаштырырға ярҙамлаштыҡ. Хөкөм итһәгеҙ, бары тик мине хөкөм итегеҙ, – тине, өҙгөләнеп, 66-сы йәш менән барған табип. Тыуҙырмаһа ла, сабыйҙы үҙенеке тип һанаған Зилә суд вәкиле ҡулынан Алтынайҙы алған саҡта, тәненең бер өлөшөн киҫеп алдылармы ни, һиҫкәнеп китте. Биргеһе килмәй, күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫты баланы. Тик бала ғына, тиҫтәләгән халыҡ араһынан таныш йөҙ эҙләгәндәй, башын борғоланы. Әлиәгә сабыйын ҡулға алырға рөхсәт бирелде. Бер мәлгә залдағылар «аһ» итте. Нишләүе был сабыйҙың, һис ятһынманы? Киреһенсә, бер аҙ ҡарап торғас, тәтелдәп үҙ әсәһенә һырылды. Барыһын да яҡшылап тыңлап, күреп, кәңәшләшкәндән һуң судья, сабыйҙы үҙ әсәһенә ҡайтарыу, шулай уҡ баш табип менән бала табыу йорто етәксеһен эштән бушатыу тураһында ҡарар сығарҙы. Быны ишетеп, Зилә саҡ йығылманы. Ярай әле Мотаһар тотоп ҡалды. «Ярай, Зиләкәйем, Хоҙай үҙе биргәнде кире алды. Маңлайға, күрәһең, шулай яҙылғандыр», – тип, ярһып илаған ҡатынын ҡосаҡлап, залдан сығып китте. Күрәсәкте күрмәйенсә, инеп булмай гүрҙәргә, тиеүҙәре шулдыр. Берәүҙәрҙең иғтибарһыҙлығы менән күпме кеше, әсе күҙ йәшен түгеп, күңел яраһы ала.

Автор:Э. ӘХМӘҘИЕВА.

Автор:
Читайте нас: