Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар , 16:10

Ишле ғаиләләр өсөн

Рәсәйҙә өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаилә күп балалы ғаилә булып тора. Ишле ғаиләләргә өлкән бала 18 йәки уҡыу йортоноң көндөҙгө бүлегендә уҡыған осраҡта 23 йәшен тултырғансы социаль ярҙам күрһәтелә...

Президент Владимир Путин «Ишле ғаиләләргә социаль ярҙам саралары тураһында» указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи акттар сайтында баҫылған.

Документҡа ярашлы, Рәсәйҙә рәсми рәүештә күп балалы ғаиләләр статусы, шулай уҡ уларға төп ярҙам саралары билдәләнә.

«Дәүләт һәм йәмғиәт үҫешендә ғаиләнең мөһим ролен иҫәпкә алып, ҡарар сығарам: Рәсәйҙә өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаилә күп балалы ғаилә булып тора, уның статусы мөҙҙәтһеҙ», - тиелә указдың тексында.

Билдәләнеүенсә, ишле ғаиләләргә өлкән бала 18 йәки уҡыу йортоноң көндөҙгө бүлегендә уҡыған осраҡта 23 йәшен тултырғансы социаль ярҙам күрһәтелә.

Ҡануниәт буйынса күп балалы ғаиләләргә бала тыуыуға һәм уны тәрбиәләүгә бәйле дәүләт пособиелары һәм түләүҙәр биреү; хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә ярҙам саралары күрһәтеү; ҡатын-ҡыҙҙарға өс һәм унан күберәк бала тыуыуға һәм тәрбиәләүгә бәйле ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын ваҡытынан алда тәғәйенләү; күп балалы ата-әсәләргә һөнәри белем биреү; музейҙарға, мәҙәниәт һәм ял итеү парктарына, күргәҙмәләргә бушлай инеү хоҡуғы гарантиялана.

Рәсәй субъекттарының юғары вазифалы кешеләренә күп балалы ғаиләләргә түбәндәге социаль ярҙам сараларын билдәләргә тәҡдим ителде: алты йәшкә тиклемге балаларҙы рецепт буйынса дарыуҙар менән бушлай тәьмин итеү; дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусыларына бушлай юл йөрөү; бушлай туҡланыу; уҡыусыларҙы мәктәп өсөн кейем-һалым, шулай уҡ уҡыған осорҙа спорт формаһы менән тәьмин итеү; балаларҙы яслигә һәм балалар баҡсаларына тәү сиратта ҡабул итеү; торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн льгота биреү; торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа һәм тейешле инфраструктура объекттары менән тәьмин ителгән ер участкаларын алыуҙа ярҙам күрһәтеү; ишле ғаиләләргә социаль ярҙам сараларын күрһәтеү тәртибен һәм шарттарын билдәләү.

Дәүләт башлығы хөкүмәткә күп балалы ғаиләнең статусын раҫлаған таныҡлыҡ өлгөһөн билдәләргә һәм ошондай ғаиләләр тураһында мәғлүмәттәр банкын булдырырға ҡушты.

Автор:
Читайте нас: