Һаҡмар
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар , 17:00

Юғалтыу - табыштары

Алинаның балаһы тыуғас, сабыйҙар ятҡан бүлмәгә илтеп һалғанда, ул ҡапыл тыпырсынып, абайламаҫтан ҡулымдан төштө лә китте. Шаҡ итеп башы менән иҙәнгә бәрелде лә хәрәкәтһеҙ ҡалды. «Ах, үлтерҙем, буғай!» – тип ҡотом осоп, үрелеп баланы ҡулыма алыуға, артымда баш врачтың: «Нишләйһең, йүнһеҙ!» – тигән асыулы тауышы ишетелде. Ул да йүгереп килеп, сабыйҙы ентекләп ҡарарға тотондо. «Былай тере, әммә ғүмергә зәғиф булып ҡалыуы бик мөмкин», – тигәс кенә эсемә әҙерәк йән керҙе. «Беләһеңме был кемдең балаһы?» – тине лә баш врач ҡала хакимиәтендә эшләгән ҙур ғына етәксенең исемен атаны. «Әгәр белеп ҡалһалар, һәм, әлбиттә, был үҙен белендерәсәк, эштән генә ҡыуып ҡалмаҫтар, башыбыҙҙы төрмәлә серетәсәктәр бит, – тип өҫтәп ҡуйҙы ла теҙелешеп йоҡлап ятҡан сабыйҙарҙы ҡараштырғылай башланы. Һинең балаң янында туҡтап ҡалды ла: «Бер-береһенә оҡшап та торалар, алыштыр биркыларын», – тип, миңә бойорҙо һәм эш икебеҙҙең арала ғына сер булып ҡаласағына ҡат-ҡат ишара яһаны...

Булған хәл

Ни эшләргә? Ҡайҙа барырға? Кемдән ярҙам һорап ҡарарға? Был һорауҙар инде аҙнанан артыҡ туғыҙ ҡатлы йорт алдындағы эскәмйәлә оҙон һаплы һеперткеһен ҡосаҡлап ултырған йәш ҡатындың мейеһен быраулай. Ун йәшлек улын, Иреген, баш ҡалалағы дауаханаларҙың береһенә илтеп һалып, табиптар, баландың мейеһенә кисекмәҫтән операция яһарға кәрәк һәм бының өсөн ҙур ғына күләмдә аҡса талап ителә, тигәс, Зифа бөтөнләй ҡойолдо ла төштө. Улын терелтер өсөн барыһын да эшләргә әҙер, хатта йәнен дә аямаҫ ине, ләкин табиптар һораған аҡсаны табыу осон осҡа саҡ ялғап йәшәгән яңғыҙ ҡатындың ҡулынан килә торған эш түгел шул. Уның барыр ере лә, һорар кешеһе лә юҡ һәм бөгөнгө көндә башына төшкән бәләне бер үҙе күтәрергә, унан арыныу сараһын бер үҙе эҙләргә мәжбүр.

Эшләр эшем, торор мөйөшөм, ҡыуанысым, йыуанысым, күҙ нурым – улым бар, тип, бығаса булғанына шөкөр итеп йәшәһә лә, һуңғы көндәрҙә Зифа: «Ниндәй гонаһтарым өсөн Хоҙай мине был яҙмышҡа дусар итте икән?» – тигән һорауҙы ла үҙ-үҙенә йыш бирә башланы һәм бик оҙон булмаған тормош юлын ҡат-ҡат барлап, уға яуап эҙләне. Ләкин таба алманы. Бөтөнләй гонаһһыҙ түгелдер ҙә, әммә Хоҙайҙың ҡарғышы төшөп, ошондай ҙур ҡайғыға һалырлыҡ хилаф эштәр ҡылғаны ла булманы, шикелле.

Ул ябай ғына ғаиләлә тыуып үҫкән, ябай ғына ауыл ҡыҙы, туғыҙынсы класты тамамлағас, иптәш ҡыҙҙарына эйәреп, яҡындағы ҡалалағы һөнәрселек училищеһына уҡырға килеп инде. Уны тамамлағас, фабрикала тегенсе булып эш башланы. Торор урыны дөйөм ятаҡта ине. Ауылдаштар өсәүләшеп бер бүлмәлә йәшәне. Ҡыҙҙар ял һайын ауылға ҡайтып, ата-әсәләренә ярҙам итер булды. Ҡайтҡан һайын аҙна буйына етерлек аҙығын да тейәп килделәр. Ә эшләп алған аҡсаларын башлыса кейем-һалымға тотондолар. Бигерәк тә арттарынан егеттәр саба башлағас, ҡыҙҙар өҫ-баштарына нығыраҡ иғтибар бүлде. Зифаның бүлмәләштәре дөйөм ятаҡта йәшәй башлау менән егетле булып алғайны. Эштән ҡайтыу менән тиҙ генә ҡапҡылап алып, биҙәнеп-төҙәнеп, осрашыуға йүгерер булдылар. Ә бына Зифаға, ниңәлер, күҙ һалыусы табылмай торҙо. Иптәш ҡыҙҙары осрашыуға киткән һайын: «Ярар, үҙ насибым табылыр әле бер саҡ», – тип үҙ-үҙен йыуатты.

Ысынлап та, насибы оҙаҡ көттөрмәне ҡыҙҙы. Фабрикаға эшкә килеү менән Зифаны Ирина исемле утыҙ йәштәр самаһындағы ҡатынға беркетеп ҡуйғайнылар. Бик тәкәббер, уҫал холоҡло күренһә лә, Ирина эшкә маһир, үҙ һәнәренең оҫтаһы ине. Тәүге көндән үк Зифаға баш күтәрергә лә ирек бирмәй, тегенсе эшенең бар нескәлектәренә төшөндөрөргә тотоноп китте. Уның теккән әйберҙәрен ҡат-ҡат тикшереп, ниндәй ҙә булһа ғәйеп табып, ҡайтанан эшләргә мәжбүр итте. Зифаның ризаһыҙ ҡарашын күрһә: «Әйҙә, әйҙә, аҙаҡ рәхмәт кенә уҡырһың», – тип ҡырт киҫер булды. Ысынлап та, ҡыҙ тиҙ арала оҫта ғына тегенсегә әйләнеп китеп, Иринаға эстән генә рәхмәттәрен дә әйткеләп ала торғайны. Бер ваҡыт Ирина: «Әйҙә әле үҙеңде бер ҡунаҡ итәйем, етмәһә, бөгөн минең тыуған көн», – тип, эштән һуң үҙҙәренә эйәртеп алып ҡайтып китте. Фатирға килеп инеү менән тиҙ генә өҫтөн алыштырып, табын да әҙерләй һалып ҡуйҙы ҡатын. Зифаны өҫтәл артына саҡырып, ундағы шешәнән шарап ҡойоп, ҡулына тотторҙо ла: «Апайыңды хөрмәт итһәң – бөтөргәнсе әсәһең», – тип ҡыҙҙы ҡыҫтай ҙа башланы. Бүлә-бүлә булһа ла Зифа бокалдағы шарапты төпләп ҡуйырға мәжбүр булды. Ул да булмай, фатирға бик үк йәш күренмәгән бер егет килеп инде һәм: «Аб-ба, маҡтап ҡына йөрөйөм икән, апай, был минән тыуған көнөнә бүләк», – тип, ҡулындағы төргәкте һүтеп, өҫтәлгә ике шешә араҡы килтереп ултыртты. Ирина егетте бер туған ҡустым, исеме Марс, тип таныштырҙы. Ҡарашы йәнде өшөтөрлөк шомло тойолһа ла, егет төҫ-башҡа арыу ғына ине. Телгә лә үткер генә булып сыҡты. Марс өҫтәл артына ултырыу менән дилбегәне үҙ ҡулына алып, төрлө ҡыҙыҡ-мыҙыҡтар һөйләй-һөйләй, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡыҫтап эсерергә тотоноп китте. Үҙе лә тулы рюмкаларҙы бер-бер артлы ауыҙына оҙатты. Тәүге эскән шарабы уҡ быуынына төшөп, Зифаның ихтыярын ҡаҡшатҡайны инде. Шуға ла ул Марстың да, Иринаның да ҡыҫтауҙарына бик ҡаршылаша ла алманы. Эскән араҡыһының һәр йотомо аҡрынлап аңын томалай барып, бөтөнләй үҙ-үҙен белештермәҫ хәлгә еткерҙе.

Иртәгәһен уянып китеп, үҙен шыр яланғас килеш Марс ҡосағында ятҡанын күргәс, ҡыҙ ҡапылдай ҡорт саҡҡандай һикереп тороп, иҙәндә туҙышып ятҡан кейемдәрен кейә һалды ла, был фатирҙан тиҙерәк сығып тайыу уйы менән ишеккә ташланды. Уны ҡулын таҫтамалға һөртә-һөртә аш-һыу бүлмәһенән килеп сыҡҡан Ирина туҡтатты. «Кисә Марс менән өйләнешергә һүҙ ҡуйышып бөткәс, урынды икегеҙгә бергә һалдым инде», – тине ҡатын ҡыҙҙың һораулы ла, әрнеүле лә ҡарашлы йәшкә мансылған күҙҙәренә ҡарап. «Булыры – булған, бергә йәшәп алығыҙ ҙа китегеҙ», – тип, Ирина Зифаның пальтоһын ҡулына алып, кире сөйгә элеп ҡуйҙы.

Шул көндән ҡыҙ кем икәнен дә йүнләп белмәгән кеше менән йәшәп алып китте. Ирина комендант менән һөйләшеп, дөйөм ятаҡтан йәшәргә бүлмә алыуға өлгәште. Аҙ-маҙ донъя кәрәк-яраҡтары менән дә уртаҡлашты.

Марс үҙенең кем икәнлеген тиҙ танытты. Бер ҡайҙа ла эшләмәһә лә, ниндәйҙер юлдар менән аҡса табып, шулар бөткәнсе көн-төн байрам итергә әүәҫ булып сыҡты ул. Үҙенең дыуамал холоҡло, торғаны менән һуғыш суҡмары икәнен дә күрһәтеп өлгөрҙө. Барыһын да ҡурҡытып, өркөтөп, дөйөм ятаҡты дер ҡалтыратып йәшәне, тиһәң дә ярай. Ата-әсәһе менән таныштырыу өсөн Зифа уны ауылдарына эйәртеп алып ҡайтҡайны, унда ла эсеп алып, ғауға ҡуптарырға өлгөрҙө. Киткән саҡтарында атаһы ҡыҙын саҡырып алып: «Был бәндәне ҡабат эйәртеп йөрөп, күҙемә күрһәтәһе булма», – тип әйтеп ҡалды, һуңыраҡ Зифа иренең ике тапҡыр төрмәлә ултырып сығырға өлгөргәнен дә белде.

Ярты йыл самаһы бергә йәшәгәс, бер көндө бүлмәләренә милиционерҙар килеп инеп, бөтә ерҙең аҫтын-өҫкә килтереп, тентеү үткәрҙеләр. Марстың ҡулына бығау һалып, алып сығып та киттеләр. Кеше талағаны өсөн ете йылға ябып ҡуйҙылар уны. Судтан һуң Ирина Зифа янына килеп, илай-илай унан ғәфү үтенде, «Һине бик яҡын күреп, үҙ туғаным, киленем итергә уйлағайным. Өйләнһә, донъя көтөүҙән йәм табып, Марс та дөрөҫ юлға аяҡ баҫыр, кешесә йәшәр башлар, тип хыялланғайным. Бүрене бүреккә һалһаң да урманға ҡарай икән шул», – тине ул киленен ҡосаҡлап. Хушлашҡанда, улай-былай балаға уҙманыңмы, тип тә һорағайны. Бығаса уны-быны уйламаған Зифа ҡурҡышынан врачҡа бара һалып, тикшерелеп, үҙенең инде ике айлыҡ ауыры барлығын белде. Бына шунда йәш ҡатын, күҙе асылып, ниндәй хәлдә ҡалыуына, тормошоноң ысынбарлығына ныҡлап төшөндө һәм ҡото осоп, туйғансы ярһып иланы ла иланы.

Күрер күҙгә бар ағзаһы ла теүәл булып тыуҙы улы, әммә бик тә илаҡ ине. Күрәһең, таз һөйәгең ныҡлап асылып етмәй тыуғанда ҡыҫылып, башы зәғифләнгәндер, тигәйне бала табыу йортонда уҡ табиптар. Сабыйҙың ваҡыты-ваҡыты менән һушын юғалтып алыуы ла шуға ишара ине шул. Зәғиф баланы оҙаҡҡа ҡалдыра ла, балалар баҡсаһына ла йөрөтә алмай ине Зифа. Шуға ла декрет ялы тамамланыу менән фабриканан китеп, үҙҙәре йәшәгән дөйөм ятаҡҡа урам һепереүсе булып эшкә урынлашты. Был уға улы янында йышыраҡ булырға мөмкинлек бирҙе. Балаһын, бауыр итен, берҙән-бер йыуанысын күҙ ҡараһындай һаҡларға, бар көсөн һалып тәрбиәләргә тырышты ул. Ә бына улының атаһын, ярты йыл бергә йәшәгән ирен, нисектер, иҫенә лә алманы Зифа. Иринаның килеп: «Марсты бит төрмәлә һуйғандар», – тип әйтеүе лә уны тетрәндермәне.

Йәше еткәс, Иреген махсус мәктәпкә уҡырға бирҙе. Һәр көн үҙе оҙатып ҡуйып, дәрестәрҙән һуң үҙе ҡаршы алды. Бәләкәй сағында бик үк белендермәһә лә, һуңғы осорҙа улы башы ауыртыуға йышыраҡ зарлана башланы, ҡапылдан һушын юғалтыуҙар ҙа йышайҙы. Малайҙы тикшереп торған табиптар уны тиҙ арала Өфөләге дауаханаға илтеп һалырға ҡуштылар.

– Һаумыһығыҙ! – тигән тауышҡа һиҫкәнеп, һепертке һабын ҡосаҡлап уйға батҡан йәш ҡатын башын күтәрҙе. Ҡаршыһында бәләкәй сумкаһын яурынына аҫып, бер ҡулы менән торт ҡабы тотҡан урта йәштәрҙәге ҡатын баҫып тора ине. Уның йөҙө лә, тауышы ла таныш булыуын иҫләп: «Кем булды һуң әле был?» – тип уйлай һалып та ҡуйҙы Зифа.

– Мин Хәлимә, бала табыу йортонда шәфҡәт туташы булып эшләйем. Һинең улыңды ла мин ҡабул итеп алыштым... Уның кендек инәһе, тиһәң дә ярай, – тине ҡатын уның янына сүгәләп.

– Эйе, эйе, иҫләйем, – тип яуапланы Зифа уны хәтеренә төшөрөп.

Хәлимә бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы ла, ҡулындағы тортына күрһәтеп:

– Ваҡытың булһа, әйҙә, бүлмәңә инеп, сәй эсәйек әле. Һиңә һөйләр һүҙем дә бар ине, – тине. Зифа аптырай биреп уға текәлде.

– Әйҙә һуң, – тип урынынан торҙо.

Өҫтәл артына ултырғас, Хәлимә сынаяғын ҡулына тотҡан килеш һүҙ башланы.

– Мин һеҙҙең хаҡта һорашып, белешеп тороп, һәр саҡ хәбәрҙар булдым. Ҡыҫҡаһы, балаңды тапҡандан һуңғы тормошоң күҙ алдымда булды... Сөнки... сөнки улыңдың зәғифләнеүендә мин генә ғәйепле, – тип, сынаяғын өҫтәлгә ҡуя һалып, битен ҡулдары менән ҡаплап, илап та ебәрҙе.

«Нисек?» – тип һорарға ынтылған Зифа уның һулҡылдауы бөтәүен көтөп, туҡтап ҡалды.

– Ул ғүмерлек ауыр төйөн булып, бына бында, ғорламда тора... Улыңа операция кәрәклеген, уның өсөн байтаҡ аҡса ла һорағандарын ишеткәс, яныңа килмәй булдыра алманым, – тине Хәлимә ҡулъяулығы менән күҙҙәрен һөртөп. Һәм ҡапыл ғына әйтеп ҡуйҙы: – Ә беләһеңме, аҡсаны атаһынан һорарға кәрәк. Моғайын, баш тартмаҫ.

«Ни һөйләй был?» тип уйлап, Зифа аптырап ҡатынға ҡараны.

– Нисек һорайһың, атаһын төрмәлә үлтерҙеләр бит инде, – тине ул.

– Юҡ, юҡ, ысын атаһынан һорарға кәрәк! – Хәлимә урынынан уҡ тороп баҫып, әңгәмәсеһенең ҡулдарына йәбеште.

Зифаның башынан: «Ни һөйләй был иҫәр, үҙ баламдың атаһы кем икәнен унан яҡшыраҡ беләмдер инде», – тигән уй үтеүгә, Хәлимә:

– Әйҙә, матур кейемдәреңде кей ҙә, Ҡасим Дәүләтовичҡа барабыҙ. Завод директоры балаһы өсөн аҡса йәлләмәҫ әле, – тип, уны өгөтләргә үк тотоноп китте.

– Кит, апай, ниндәй Ҡасим Дәүләтович? Нимә һөйләйһең ул? – тине Зифа ҡулдарын һелкеп.

– Тыңла, һылыу, һөйләгәс – һөйләйем инде... Һинең менән бер палатала Алина исемле бер тәтәйбикә ятты бит. Иҫләйһеңдер, төҫкә-башҡа бик сибәр, әммә үтә лә тәкәббер, мыжыҡ ҡатын? – тине Хәлимә һораулы ҡарашын төбәп.

«Иҫләйем», тигәнде аңлатып, Зифа башын ҡаҡты.

– Һеҙ икегеҙ ҙә бер көндә, бер үк ваҡытта, тип әйтерлек бушандығыҙ. Алинаның балаһы тыуғас, сабыйҙар ятҡан бүлмәгә илтеп һалғанда, ул ҡапыл тыпырсынып, абайламаҫтан ҡулымдан төштө лә китте. Шаҡ итеп башы менән иҙәнгә бәрелде лә хәрәкәтһеҙ ҡалды. «Ах, үлтерҙем, буғай!» – тип ҡотом осоп, үрелеп баланы ҡулыма алыуға, артымда баш врачтың: «Нишләйһең, йүнһеҙ!» – тигән асыулы тауышы ишетелде. Ул да йүгереп килеп, сабыйҙы ентекләп ҡарарға тотондо. «Былай тере, әммә ғүмергә зәғиф булып ҡалыуы бик мөмкин», – тигәс кенә эсемә әҙерәк йән керҙе. «Беләһеңме был кемдең балаһы?» – тине лә баш врач ҡала хакимиәтендә эшләгән ҙур ғына етәксенең исемен атаны. «Әгәр белеп ҡалһалар, һәм, әлбиттә, был үҙен белендерәсәк, эштән генә ҡыуып ҡалмаҫтар, башыбыҙҙы төрмәлә серетәсәктәр бит, – тип өҫтәп ҡуйҙы ла теҙелешеп йоҡлап ятҡан сабыйҙарҙы ҡараштырғылай башланы. Һинең балаң янында туҡтап ҡалды ла: «Бер-береһенә оҡшап та торалар, алыштыр биркыларын», – тип, миңә бойорҙо һәм эш икебеҙҙең арала ғына сер булып ҡаласағына ҡат-ҡат ишара яһаны.

Зифа ҡатындың һөйләгәндәрен башта әкиәт һымаҡ ҡына ҡабул итеп, булмаҫтайҙы һөйләй, тип тыңлаһа ла, ҡайһы саҡ үҙенең дә Ирегенең йөҙөндә, холоҡ-фиғелендә ят сифаттар шәйләп, сит балалай күренәсе, тип уйлап ҡуйыуы иҫенә төшөп, ышана биреп ҡуйҙы. Хәлимәнең:

– Әллә ышанмайһың? Бына икмәк өҫтө, – тип ант итә-итә үҙен ҡосаҡлап илауы һәм туҡтауһыҙ ғәфү үтенеүе уның һөйләгәндәре хаҡ булыуын дәлилләмәй ҡалманы. Зифа ни әйтергә лә, ни уйларға ла белмәй, байтаҡ шым ғына ултырҙы. Аҙаҡ Хәлимәгә: «Үҙегеҙҙе генә ҡайғыртып, башҡаларҙың яҙмышын ҡайһылай еңел хәл итәһегеҙ һеҙ», – тип әйтергә уҡталғайны ла өндәшмәй ҡалды. Хәлимәнең үҙ ғәйебен танып, уның өсөн йән ғазабы кисереүен аңлау, атаһына барып ярҙам һорайыҡ, тип, бала өсөн хәстәрлек күрергә ынтылыуы күңелендәге уға ҡарата уянған нәфрәт тойғоларын баҫырға мәжбүр итте. Шунда ул үҙенең йәшле күҙҙәрен төбәгән ҡатындың кәңәшен тотмауҙан башҡа сара юҡлығын да төшөндө.

Илле алла, ҡырҡ мулла менән, тигәндәй, завод директорының ҡабул итеү бүлмәһенә үтеп инә алды ҡатындар. Ҡасим Дәүләтович тигәндәре һомғол буйлы, асыҡ ҡарашлы утыҙ биш йәштәр самаһындағы ир-егет булып сыҡты. Ул Хәлимә һөйләгәндәрҙе бүлдермәй генә тыңланы. Аҙаҡ, ике усы менән сикәләрен ҡыҫып, байтаҡ ҡына өнһөҙ ултырҙы һәм ҡапыл ғына иҫенә килгәндәй, урынынан тороп, ары-бире йөрөп алды ла, телефон аша шоферына бала табыу йортоноң баш табибын табып килтерергә ҡушты. Баш табип бүлмәгә килеп инеп, Хәлимә менән Зифаны күргәс тә эштең ниҙә икәнен шунда уҡ төшөндө, шикелле. Директорҙың: «Был дөрөҫмө?» – тигән һорауына башын ғына ҡағып, ҡарашын иҙәнгә төбәне.

– Хәҙер ни эшләйбеҙ? – Ҡасим Дәүләтович ҡаршыһында ултырыусыларға тишерҙәй итеп берәм-берәм ҡарап сыҡты.

Бер ниндәй ҙә яуап булмағас, урынынан тороп, Зифа янына килде лә:

– Мин иртәгә үк Өфөгә юл тотам, теләһәгеҙ, һеҙҙе лә алып барам, – тип, Ирек ятҡан дауахана хаҡында белеште.

Юлдың яртыһын тип әйтерлек шым ғына үттеләр. Талбазыны уҙғас, Ҡасим Дәүләтович Зифаға борола биреп ултырып, унан ентекләп һораша башланы. Аҙаҡ, асылып китеп, үҙе хаҡында ла аҙ-маҙ һөйләп алды. Сағыштырмаса йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул предприятие етәксеһе булып та, ҡала хакимиәтендә лә, президент аппаратында ла эшләп өлгөргән булып сыҡты. Хәҙер бына тыуған ҡалаһындағы ҙур ғына заводҡа директор итеп тәғәйенләгәндәр.

Палатаға килеп ингәс, ул һүҙһеҙ генә малайға бик оҙаҡ итеп ҡарап торҙо һәм яҡын килеп, Иректең башынан һыйпаны ла, Зифаға: «Һеҙ бында булығыҙ, миңә баш табипты күрергә кәрәк», – тип сығып китте. Белдермәҫкә тырышһа ла, уның ныҡ тулҡынланыуы йөҙөнә лә сыҡҡан, тауышында ла һиҙелә ине.

Ҡайтырға сыҡҡас, ир менән ҡатын күптәнге таныштар һымаҡ һөйләшеп ҡайттылар. Зифаны юлдашының үҙен түрә тип тоймай, ябай ғына итеп һөйләшеүе, асыҡ та, итәғәтле лә булыуы арбаны. Бер урам һепереүсе менән үҙ тиңендәй күреп аралаша бит әле, тип уйлап, эстән генә ҡыуанып килде ул.

Ҡатында үҙенең ысын улын кисекмәҫтән күреү теләге көслө ине. Ул был хаҡта юлдашына әйтергә бер-ике тапҡыр ынтыла биреп тә ҡуйҙы, ләкин баҙнат итмәйерәк ҡалды. Ҡайтып етәрәк был хаҡта ир үҙе һүҙ башланы.

– Әлбиттә, һеҙҙең дә тиҙерәк улығыҙҙы, дөрөҫөрәге, улыбыҙҙы күреү теләге көслөлөр, хатта балаларҙы алмаштырып алырға ла теләгегеҙ юҡ түгелдер. Осрашып күрешерһегеҙ, әммә алмашыу хаҡында һүҙ йөрөтөү иртәрәктер, тип уйлайым. Бының үҙ сәбәбе бар, – тине юлдашы Зифаға ғәйепле тойолған ҡараш ташлап.

Бер аҙҙан ул ҡапыл ғына борола биреп ултырҙы ла, ҡатынының яман шеш менән сирләүен, әлеге хәл-ваҡиғаларҙы ишетеү, йәғни малайҙарының үҙенеке түгел икәнен белеү инде һуңғы сиккә етеп килгән кешенең үлемен тиҙләтеүе ихтималлығын әйтеп, был турала белдермәй тороу кәрәклеге хаҡында һөйләп бирҙе.

– Үтенеп һорайым, был әлегә сер булып ҡалһын, – тине ул һәм ҡапыл ғына иҫенә төшкәндәй, әйтеп ҡуйҙы. – Хәйер, улыбыҙ менән көн дә аралашыу мөмкинлеге бар. Ҡатыныма ла, малайға ла кисекмәҫтән тәрбиәсе кәрәк, йәғни йорт хужабикәһе инде. Ризалашығыҙ, хеҙмәт хаҡын күпме һорайһығыҙ – шул саҡлы түләйәсәкмен.

Ризалашты Зифа. Йөҙйәшәр ҡарағайҙарға күмелеп ултырған ике ҡатлы ыҡсым ғына шәхси йортта йәшәп торорға уға ла бүлмә табылды. Әсә йөрәге үҙ ғәзизен тәү күреүҙә үк үҙ итте. Ә Алинаны Зифа килгәндән һуң өс айҙан ерләнеләр. Атай кеше Ирек янына йыш йөрөнө. Ара-тирә үҙе менән Зифаны ла алып барғыланы. Улдарының баш мейеһенә операция көткәндән дә уңышлыраҡ үтте, тинеләр. Һауығыуы менән атаһы уны тура үҙ өйөнә алып ҡайтты. Ҡасим Дәүләтович Зифа өсөн күптән Ҡасимға ғына әйләнгәйне инде. Тәүге осрашҡанда уҡ бер-береһен яҡын күрә һалған ир менән ҡатын, аҡрынлап йөрәктәрендә оло хис ҡабыныр һәм был хис уларҙы ҡауыштырып та ҡуйыр, тип уйламағандарҙыр ҙа, бәлки. Табышыуҙар башлыса юғалтыуҙар аша килә шул...

Мөҙәрис БАГАЕВ.

Автор:
Читайте нас: