Һаҡмар
+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар , 20:00

Ҡайҙа яңылыштыҡ икән?

Юлыма күрше малайҙар осраны. Береһенә ун алты йәш тирәһе, шикелле. Икенсеһе икенсе класта уҡый щикелле. Бәләкәсе ҡулына букет тотоп алған. Ағаһының пакетынан оҙон батон сығып тора, башҡа аҙыҡ-түлекле пакет...

Ҡайҙа яңылыштыҡ икән?
Ҡайҙа яңылыштыҡ икән?

Йөрәк түренән

Балаларҙы тәрбиәләүҙең ниндәйҙер мәғәнәһе бармы икән? Бәлки, сере? Баланың үҫкәнендә ни күреүе бик мөһим, тиҙәр. Бәхәсләшәм. Баланың ниндәй ғаиләнән булыуы уға һирәк йоғонто яһайҙыр тип уйлайым.

Бөгөн ял булһа ла, өҫтәмә эшемә барып ҡайттым. Арыным. Юлыма күрше малайҙар осраны. Береһенә ун алты йәш тирәһе, шикелле. Икенсеһе икенсе класта уҡый щикелле. Бәләкәсе ҡулына букет тотоп алған. Ағаһының пакетынан оҙон батон сығып тора, башҡа аҙыҡ-түлекле пакет. “Кемгә сәскәләр?” –тип һорайым ҡыҙыҡһынып. Бәләкәй малай ғорурлыҡ менән “Әсәйемә! Уның бөгөн тыуған көнө! Хәҙер уға байрам эшләйбеҙ!” –тине.

Малайҙарҙың әсәһе бер ай ҡайҙалыр эшләй ҙә, ярты йыл эшһеҙ ята. Өйөндә һәр саҡ теләһә кемдәр йыйыла, туҡтауһыҙ “мәжлес”. Малайҙар үҙ ҡарамағына тапшырылған. Әммә ошо ике бала донъяны матур итеп алып бара һәм әсәһенә бер һүҙ тейгеҙмәйҙәр. Ҡаршы яҡ күршенең улын: “Һеҙҙең әсәйегеҙ урамда ята ине” –тип әйткәне өсөн генә өлкәне һуғып учетҡа ҡуйғайнылар ике йыл элек. Хәҙер малай аҡылланды. Ҡустыһын ҡарай. Колледжда уҡый һәм ... эшләй. Ул малайҙар бәләкәй саҡтан уҡ төрлө эшкә ялланып эшләй. Уларҙың икеһе ике атанан икәнен әсәләре йәшермәй ҙә.

Беҙ ирем менән бер бала үҫтерҙек. Өйҙә булғанында беҙ ҡайтыуға сәйнүк ҡайнатып ҡуйырға ла башына килмәй. Уҡытабыҙ, кейендерәбеҙ. Әлегә студент инде, әлбиттә. Әммә ата-әсәһенә ярҙам булыр тип, исмаһам йәйгелеккә ҡайҙалыр эшкә төшөүҙе уйламай ҙа. Баҡсала ла бер ваҡытта ла эше юҡ. “Мин ундағы бер нәмәгеҙҙе лә ашамайым барыбер”,-тип кенә ебәрә.

Бына ни өсөн шулай? Тик яҡшылыҡта үҫтергән, үҙеңдең дә, тормоштоң да бер алама яғын күрһәтмәй, матур итеп тәрбиәләгән балалар ата-әсә ҡәҙерен белмәй. Беҙҙә генә түгел бит ундай хәл. Таныш-туғандарҙы ҡарайым да, унда ла иҫ киткес эгоист балалар үҫә, үҫкән. Әллә балаларҙы ыҙалатып, аслы-туҡлы йәшәтергә кәрәк булғанмы икән? Аптырап яҙам инде.

Ф. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: