Йәмғиәт
8 Ғинуар 2024, 09:05

Аҡсаны ваҡлатырға ине...

- Эй, женщина, бажалыста, раздевайся, – тип 10 һумлығын тотторған...

Элегерәк районда  Тәкәһуҡҡан тигән ауыл  булған. Ул урман араһында улрынлашҡан булған. Ә  колхоз көтөүселәре ошо ауыл янында ғына көтөү көтөп ятҡан. Тәкәһуҡҡандың ете йыллыҡ мәктәбе, бай ғына магазины булған. Ә магазинда һатыусы – мәрйә. Көтөүселәр араһынан Х. ағай бөтөнләй уҡымаған, урыҫ бер ауыҙ һуҙ белмәй. Уның эре 10 һумлыҡ аҡсаһы булған, ул уны ваҡлатырға уйлаған. Ә урыҫ әйтә белмәгәс, Фәрит ағайҙан һорағас:

– Эй ҡустым, магазинға бар ҙа һатыусыға: «Раздевайся», – тип әйт. Ул һиңә ваҡлап бирер,– тигән.

Х. ағай шәп-шәп атлап, магазинға барған да:

– Эй, женщина, бажалыста, раздевайся, – тип 10 һумлығын тотторған.

Һатыусы бер килке ни әйтергә белмәй аптырап тоторған да, аңлап ҡалып:

– Ах, ты, сволочь! Я тебе сейчас разденусь! – тип һепертке менән ағайыбыҙҙы туҡмап сығарған.

Ошо хәлде онотмай , рәхәтләнеп көлөп һөйләйҙәр.

Автор:
Читайте нас