Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт
21 Декабря 2023, 03:45

Әбделкәрим ағинәйҙәре - балалар баҡсаһында ҡунаҡта

Ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе, мәғариф ветераны Әлфиә Әғзәм ҡыҙы Байсыуаҡова балаларға үҙебеҙҙең ерлектә ижад ителгән Садиҡа сәсәниәнең "Ерән аяҡ, еҙ мыйыҡ" исемле әкиәттен һөйләп ишеттерҙе. Балалар әкиәтте бик ҡыҙыҡһынып, ихлас тыңланы. Әкиәт геройҙары менән ҡуша ҡайғырҙылар, ҡыуандылар. Һуңынан, әкиәт геройҙары хаҡында әңгәмә ҡорҙолар, уларға ҡылыҡһырлама бирҙеләр...Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Әкиәт- халыҡ ижадының киң таралған жанры. Әкиәттәр башҡорт халыҡ ижадының бай мираҫын тәшкил итә.
Донъялағы бүтән халыҡтар кеүек, башҡорттарҙың дә ауыҙ - тел ижадында хайуандар тураһында әкиәттәр әһәмиәтле урын алып тора һәм фольклорҙың боронғо жанрҙарынан һанала.
Әкиәттәр ҙә шулай уҡ халыҡтың идеалдары, ғәҙеллеккә, изгелеккә ышаныуҙарҙы үҙсәнлекле сағылыш тапҡан. Ғәҙеллек, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙам итеү, килешеп йәшәү кеүек төшөнсәләрҙе әкиәт юғары ҡуя.
Кисә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре (тәрбиәселәре Мөхәмәтйәнова З. М., Ҡасҡынова Г.С.) өсөн "Әкиәттә ҡунаҡта" исемле сара үтте. Ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе, мәғариф ветераны Әлфиә Әғзәм ҡыҙы Байсыуаҡова балаларға үҙебеҙҙең ерлектә ижад ителгән Садиҡа сәсәниәнең "Ерән аяҡ, еҙ мыйыҡ" исемле әкиәттен һөйләп ишеттерҙе. Балалар әкиәтте бик ҡыҙыҡһынып, ихлас тыңланы. Әкиәт геройҙары менән ҡуша ҡайғырҙылар, ҡыуандылар. Һуңынан, әкиәт геройҙары хаҡында әңгәмә ҡорҙолар, уларға ҡылыҡһырлама бирҙеләр.
Был сара балалар күңеленә хуш килде.

Гөлниә Алчинова,

китапханасы.

Әбделкәрим ағинәйҙәре - балалар баҡсаһында ҡунаҡта
Әбделкәрим ағинәйҙәре - балалар баҡсаһында ҡунаҡта
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас