Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2023, 20:00

Яңы йыл тотҡондары

Авария хеҙмәтен саҡыртабыҙ – яуап юҡ. Бер сәғәт үтте, асыҡтыра башланы. Ҡулыбыҙ тулы һыйлы пакеттар икәнлеген иҫебеҙгә төшөрөп, ҡыуанып киттек...

Яңы йыл тотҡондары
Яңы йыл тотҡондары

Студент саҡта Яңы йылды баш ҡалала ҡаршыларға булдыҡ. Бер әхирәтебеҙ туғандарында фатирҙа йәшәй ине. Яҡындары уны ҡалдырып, үҙҙәре икенсе ҡалаға ҡунаҡҡа китә. “Кеше йыйып ултырма!”,-ти ағаһы. Әхирәтебеҙ: “Юҡ, ниндәй ҡунаҡ, имтихандарға әҙерләнергә кәрәк”,-тип тороп ҡала.

Туғандары йорттан 31 декабрҙә генә сығып киткәс, ул табын әҙерләй алманы. Тегеләрҙә шик тыуҙырмау өсөн йәнәһе. Шуға күрә салаттарҙы, итте беҙ ятаҡта бешереп алып алдыҡ. Ниһайәт, киске сәғәт туғыҙ. Беҙ әхирәтебеҙгә йүнәлдек. Өсәүләшеп лифтҡа индек тә (беҙҙең менән тағы бер ят егет инде) һигеҙенсе ҡатҡа мендек. Лифт ухылдап-ахылдап барҙы ла, туҡтаны ла ҡуйҙы. Аптырап һәр төймәһенә баҫа башланыҡ, юҡ, китмәй. Теге егет тә үҙенсә нимәлер эшләргә маташа. Беҙҙең подъезға ингәнде белгән әхирәтебеҙ килеп етте. Авария хеҙмәтен саҡыртабыҙ – яуап юҡ. Бер сәғәт үтте, асыҡтыра башланы. Ҡулыбыҙ тулы һыйлы пакеттар икәнлеген иҫебеҙгә төшөрөп, ҡыуанып киттек. Егет ҡуйынындағы шампан шарабын аттырып ебәргәс, бөтөнләй күңел күтәрелде. Тик тиҙҙән егеттең йөрөгән ҡыҙы подъездан сығып, беҙҙең күңелле тауыштарҙы ишетеп, һөйгәнен әрләй башланы. Йәнәһе лә ул беҙҙе алдан белгән, юрамал лифтта ултыра һ.б.һ.б.

Ике сәғәттән ашыу ултырҙыҡ тотҡонлоҡта. Яңы йыл тулыуға 30 минут ҡалғанда ҡотҡарҙылар. Егет артабан беҙҙең менән байрам итте. Ә ярты йылдан улар әхирәтебеҙ менән өйләнешеп тә ҡуйҙы. Бик бәхетле йәшәйҙәр. Шуға күрә Яңы йыл мөғжизәләренә бик тә ышанам.

Л.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: