Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
6 Декабрь 2023, 05:15

Балаҫтарҙа – быуаттар тарихы

Был көндө Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге бал ҡортондай геүләп торҙо. Бында райондың “Ағинәйҙәр” ойошмаһының балаҫ һуғыу оҫталарының конкурсы үтте. Милли кәсепте тергеҙгән, уны артабан да үҫтереү өсөн күп көс һалған егерме туғыҙ конкурсант эштәрен баһалама ағзаларының хөкөмөнә тапшырҙы. Бынан тыш, сарала ағинәйҙәрҙең тәжрибәһен уртаҡлашыу, белгәндәрен өйрәтеү маҡсатында оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу ҙа күҙ уңында тотолған ине. Иң оҫта балаҫ һуғыусылар, тип кемдәр билдәләнде? Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Был көндө Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге бал ҡортондай геүләп торҙо. Бында райондың “Ағинәйҙәр” ойошмаһының балаҫ һуғыу оҫталарының конкурсы үтте. Милли кәсепте тергеҙгән, уны артабан да үҫтереү өсөн күп көс һалған егерме туғыҙ конкурсант эштәрен баһалама ағзаларының хөкөмөнә тапшырҙы. Бынан тыш, сарала ағинәйҙәрҙең тәжрибәһен уртаҡлашыу, белгәндәрен өйрәтеү маҡсатында оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу ҙа күҙ уңында тотолған ине.

Ағинәйҙәр йыйынында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса “Ағинәй” төбәк ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Янбаева ҡатнашты. Абруйлы ҡунаҡтарҙы Икенсе Этҡол ауылы ағинәйҙәре йыр-бейеүҙәре менән ҡаршы алды. Йыйындың тантаналы өлөшө сәхнәлә үтте. Унда ағинәйҙәрҙең илһөйәрлек, телһөйәрлек буйынса башҡарылған эштәренә йомғаҡ яһалды.

- Район хакимиәте исеменән райондың “Ағинәйҙәр” ойошмаһына милләтте күтәреүгә, ҡурсалауға, халҡыбыҙҙың йолаларын, кәсептәрен тергеҙеү, үҫтереү, улар нигеҙендә киләсәк быуынды илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү буйынса алып барған ҙур эштәренә рәхмәт белдерәм, - тине Фәнис Әминев. - Уларҙың хеҙмәте ҙур баһаға лайыҡ. Халҡыбыҙҙың боронғо ағинәйҙәренең аҡылын һәм рухын үҙҙәренә өлгө итеп алған ойошма ағзалары ихтирамға лайыҡ эш алып бара. “Ағинәйҙәр” хәрәкәтен күп йылдар төрлө ойошмала эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар булдырған. Һәр сараны улар үҙҙәренә генә хас мәғәнә һалып, милли колоритҡа баҫым яһап уҙғара. Ауыл хакимиәте башлыҡтары, мәҙәни усаҡтар, белем биреү учреждениелары менән бергә тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр. Район ағинәйҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүгә лә беренселәрҙән булып күтәрелеп сыҡты. Киләсәктә лә шулай бергә һәм берҙәм булайыҡ.

Артабан Фәнис Ғәбдрәшит улы бер төркөм ағинәйҙәргә район Советының һәм хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

- Ысынлап та, республикала иң беренсе булып Баймаҡ районында “Ағинәйҙәр” ойошмаһы башланғыс алды, шуға күрә лә тап һеҙҙең республика кимәлендә ныҡлы үҙ урынығыҙ бар, - тине Гөлфиә Янбаева. - Гүзәл Монасипова етәкселегендәге Баймаҡ районы ағинәйҙәрен башҡаларға өлгө итеп ҡуям. Улар бар эштәрен халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, кәсептәренә таянып ойоштора. Тарихи дөрөҫлөккә тап килтереп милли кейемдәр тегәләр. Халыҡ кәсептәрен тергеҙәләр. Улар нигеҙендә балалар менән илһөйәрлек, телһөйәрлеккә ярашлы тәрбиәүи эш алып баралар. Балаҫ һуғыусылар район конкурсында ла балаларҙың ҡатнашыуы ҙур мәртәбәгә эйә. Баймаҡ ағинәйҙәре менән сикһеҙ ғорурланам, һеҙҙең тынғыһыҙ эшегеҙгә һоҡланам һәм ҡыуанам.

Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы милләтебеҙҙең аң яҡтыртҡысындағы утты, донъябыҙҙағы ҡотто, күңелдәрҙәге рухты һаҡлауға тос өлөшө, изгелек һабаҡтары, тәрбиәүи кәңәштәре, матур йәшәйеш өлгөһө, һөнәри фиҙаҡәрлеге өсөн бер төркөм ағинәйҙәргә “Ағинәйҙәр” төбәк ойошмаһының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Һуңынан ул Баймаҡ ҡалаһы “Ағинәйҙәр” ойошмаһының яңы рәйесе Миңлегөл Килмәковаға “Ағинәй” таныҡлығы биреп, тынғыһыҙ эшендә уңыштар теләне.

- Район ағинәйҙәре бөгөн йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, - тине Гүзәл Монасипова. - Сабый тыуғандан алып уны балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә халҡыбыҙҙың матур йолалары нигеҙендә тәрбиәүи эштәр алып бара. Улар йәштәрҙе лә, ололарҙы ла күҙ уңында тота. Таулыҡай, Күгиҙел, Сыңғыҙ ауылдары ағинәйҙәренең милли кәсептәрҙе һәм йолаларҙы тергеҙеү, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә ир-егеттәргә таянып эшләүҙәрен билдәләп китергә кәрәк. Станокта тула баҫыу кәсебен тергеҙгән Сыңғыҙ һәм Иҫке Сибай ағинәйҙәре боронғо шаршау һуғыу һәм сигеү өҫтөндә эшләй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам күрһәтеүгә күтәрелеп сыҡтыҡ. Семеновск, Мерәҫ, Ишмырҙа ауылдары ағинәйҙәрҙең дә улдары, ейәндәре бөгөн алғы һыҙыҡта. Яугирҙәребеҙҙең барыһының да имен-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Йыйында артабан аҡһаҡал һүҙе менән Ярат ауылынан мәғариф ветераны Мөхтәр Монасиповтың сығышы күптәрҙе уйландырырға мәжбүр итте. Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаев Таулыҡай ауыл биләмәһенең “Ағинәйҙәр” ойошмаһы эше менән таныштырҙы. Икенсе Этҡол ауылы “Ағинәйҙәр” ҡоро рәйесе Көнһылыу Сөләймәнова ойошманың быуындар бәйләнеше буйынса алып барылған эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Баймаҡ районы ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова ағинәйҙәрҙең эшен юғары баһалап, уларҙың һәр ваҡыт алғы рәттә булыуҙарын билдәләне.

Конкурсҡа килгәндә иһә, шундай күңел күтәренкелеге өҫтәгән байрам һәр кемдә бары тик изгелек тойғолары ҡалдырҙы. Фәнис Әминев, Фәнил Нәҙерғолов, Гөлфиә Янбаева балаҫ һуғыусыларҙың күргәҙмәһе һәм оҫталыҡ дәрестәре менән танышты. Оҫтабикәләр менән аралашып эштәр менән һоҡланыуҙарын белдерҙеләр. Ысынлап та, күргәҙмәләр араһында XIX быуатта һуғылған шәлдәрҙең, балаҫтарҙың да булыуы ҙур мәртәбәгә эйә ине. Быуындар аша тапшырылып килгән ҡәҙерле әйберҙәр беҙҙе шул дәүергә алып ҡайтты. Тиҫтә йылдар уҙһа ла улар төҫөн юғалтмай, шул килеш һаҡланыуы үҙе бер мөғжизә. Тағы ла шуны билдәләп китергә кәрәк, балаҫ һуғыусылар конкурсында балалар ҙа ҡатнашты. Өләсәйҙәренең, әсәйҙәренең эштәрен күреп, уларҙың да был эшкә өйрәнеүе тик маҡтауға лайыҡ.

Баһалама ағзаларына уларҙың иң-иңдәрен билдәләү бик ауырға тура килде. Ә шулай ҙа бер тауыштан Гран-приҙы Таулыҡай ауылы ағинәйе Мәзүнә Күсәрбаеваға бирергә ҡарар ителде. Уның күңел һалып һуҡҡан балаҫтарының ниндәйҙәре генә юҡ! Үҙенең бирнәһендә булған балаҫының өлгөһөндә бөгөн бик күп эштәрен булдырған. Шулай уҡ балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте.

Беренсе урын Темәс ауылынан Мөнирә Яхинаға бирелде. Ул 2018 йылдан алып был шөғөлдө үҙ итә. Зауыҡ менән һуғылған балаҫтары күҙҙең яуын алып тора.

Икенсе урынды Темәстән Эльза Ғөбәйҙуллина менән Иҫке Сибай ауылынан Ҡарасәс һәм Юлай Баязитовтар яуланы. Эльза Миҙәхәт ҡыҙының бер йыл элек кенә был яңы шөғөлө менән булыша башлауына ҡарамаҫтан, технологик яҡтан дөрөҫ итеп һуғылған балаҫтары, ысынлап та, иғтибарға лайыҡ ине. Турпышаһының һәр ебен ҡайҙан алынғаны шиғри юлдар менән әйтеп бирҙе. Ә инде Баязитовтар ғаиләһендә башлыса Юлай ағай балаҫ һуғыу менән булыша икән. Ул был шөғөлгә өс йыл элек тотонған. Уның оҫта ҡулдары бөгөн шундай матурлыҡ тыуҙыра!

Өсөнсө урынға Һәмән ауылынан Әлфиә Һибәтуллина, Күгиҙелдән Дамира Сәғитова һәм Йомаш ауылынан Сәриә Аҡбулатова лайыҡ булды. Әлфиә Фәиз ҡыҙы 2018 йылдан балаҫ һуға башлаған. Ул шулай уҡ күргәҙмәгә 1903 һуғылған шәл алып килгән. Дамира Садиҡ ҡыҙы балаҫ һуғырға өләсәһенән өйрәнгән. Ул иһә үҙе белгәндәрҙе ҡыҙына тапшырыу теләге менән яна. Оҫта ҡуллы хужабикә конкурс барышында шулай уҡ төҫлө ептәрҙән төрлө биҙәктәр һалыу сере менән дә уртаҡлашты. Сәриә Әсҡәт ҡыҙы балаҫ һуғыу серҙәренә бәләкәстән, ҡартәсәһенән өйрәнә. Уның коллекцияһында бөгөн төрлө һындар һүрәтләп һуғылған балаҫтар бар. Ул шулай уҡ урындағы мәктәптә “Оҫта ҡулдар” түңәрәгендә ҡыҙҙарға балаҫ һуғыу серҙәрен өйрәтә.

Балаҫ һуғыусылар конкурсында ҡатнашҡан башҡа оҫталарҙың эше төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Сыңғыҙҙан Дәүләтбикә Ғәликәева, Мәрйәм Мәхмүтова, Ишһылыу Рәжәпова, Әлфиә Сирбаева, Рәйлә Әбдрәшитова, Таһир ауылынан Мәликә Биктимерова, Ғәшүрә Рәүилова, Темәстән Заһира Яманғолова, Фәүзиә Әбсәләмова, Билалдан Фатима Ғайсина, Өмөтбайҙан Миңлегөл Ҡужахмәтова, Ғүмәрҙән Флүрә Ноғоманова, Алғаҙынан Ғәбиҙә Ҡунысбаева, Беренсе Төркмәндән Нәзимә Ғөбәйҙуллина, Гөлсирә Рахманғолова, Ишбирҙенән Ләлә Иҙелбаева, Түбәнән Миңзифа Мәжитова, Римма Ғибәҙәтова, Үрге Яйыҡбайҙан Сәғирә Рахманғолова, Татлыбайҙан Фирүзә Йосопова, Иҫке Сибайҙың “Шәфәҡ” ағинәйҙәр ойошмаһы береһенән-береһе зауыҡ менән һуғылған балаҫтарҙан, ҡомартҡыларҙан торған бай күргәҙмә тәҡдим итте.

Гран-при яулаған Мәзүнә Күсәрбаева республика кимәлендә уҙасаҡ балаҫ һуғыусылар конкурсында Баймаҡ районы намыҫын яҡлаясаҡ.

Район ағинәйҙәре “Балаҫтарҙа – быуаттар тарихи” тип аталған йыйынды ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн Фәнис Әминев етәкселегендәге ҙур командаға: уның урынбаҫарҙарына, биләмә башлыҡтарына, халыҡ ижады үҙәге һәм үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдерә.

Лилиә ТАКАЕВА.

Фотоларҙа:

Балаҫтарҙа – быуаттар тарихы
Балаҫтарҙа – быуаттар тарихы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас