Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
4 Декабрь 2023, 06:10

Һаулыҡтары ҡаҡшаһа ла, рухтары ҡоростай

Тренажерҙа шөғөлләнгән өлкән йәштәге инәйгә иғтибар иттем. Ул ауылдан килә икән. Инәй инсульт кисергәндән һуң аяғына баҫа алған. “Өмөт бар” клубында үҙенә ярҙам итәсәктәрен ишетеп килгән. “Алданыраҡ белмәнем шул. Күптән килгән булыр инем. Махсус күнекмәләр, тренажерҙар менән хәлем яҡшыра бара”, -тине ул...

Һаулыҡтары ҡаҡшаһа ла, рухтары ҡоростайҺаулыҡтары ҡаҡшаһа ла, рухтары ҡоростай
Һаулыҡтары ҡаҡшаһа ла, рухтары ҡоростай

Һаулыҡтары ҡаҡшаһа ла, рухтары ҡоростай

Ауырып киткән саҡта кемдең генә кәйефе булһын? Донъя төҫһөҙләнә, бер нәмә ҡыуандырмай, тормоштоң бар ҡыуаныстары юҡҡа сыға. Был хистәрҙе һәр кемдең кисергәне барҙыр. Шуға күрә тыумыштан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр йәки ниндәйҙер фажиғәгә тарып, инвалид булып ҡалған кешеләргә мең сабырлыҡ теләйһең. Әммә уларҙың ғүмергә сытырман йәбешеүҙәрен, һәр мәлдән шатлыҡ кисерә белеп йәшәгәндәренә ҡарап һоҡланырға тура килә.

Баймаҡ ҡалаһында оҙайлы йылдар эшләп килгән инвалидтар ойошмаһына ла көслө рухлы, яҡтылыҡ һәм яҡшылыҡҡа ынтылған кешеләр тупланған. Уларҙы оҙайлы йылдар Луиза Иванова уңышлы етәкләй. Шулай уҡ ошо уҡ йәмғиәттә кескәй сағынан йөрөп, мәктәптәге уңыштары, унан иҫ киткес тасуири итеп шиғыр һөйләп илатҡан Павел Пуликов Луиза Салауат ҡыҙының уң ҡулына әүерелгән. Инвалидтар йәмғиәте хәҙерге ваҡытта “Өмөт бар” клубына берләшеп (редакция бинаһының беренсе ҡатында), ҡайнап-гөрләп йәшәй. Федераль грант буйынса һәм бағыусылар ярҙамы менән алынған тренажерлы, төрлө өҫтәл уйындары булған зал бер ҙә буш тормай. Иртәнән кискә тиклем бында шөғөлләнгәндәрҙең шат тауыштары яңғырай.

Тренажерҙа шөғөлләнгән өлкән йәштәге инәйгә иғтибар иттем. Ул ауылдан килә икән. Инәй инсульт кисергәндән һуң аяғына баҫа алған. “Өмөт бар” клубында үҙенә ярҙам итәсәктәрен ишетеп килгән. “Алданыраҡ белмәнем шул. Күптән килгән булыр инем. Махсус күнекмәләр, тренажерҙар менән хәлем яҡшыра бара”, -тине ул.

Аҙнаһына бер нисә мәртәбә килгән инәйҙе Луиза Иванова ҡаршы ала. Тәүҙә өлкән кешенең хәлен белешеп, уңайлап ултыртып массаж эшләп ала. Унан тренажерҙарға алып бара һәм инәйгә нисек шөғөлләнергә кәрәклеге тураһында кәңәштәрен бирә. “Инсульттан һуң ҡул-аяҡтар йөрөмәүе һәм башҡа ҡурҡыныс эҙемтәләр була. Уларҙы аяҡҡа баҫтырыу буйынса төрлө алымдар бар. Беҙҙәге тренажерҙар ауырыуҙарға ярҙамға килә лә инде. Һаулыҡ самалағын үҙ тормошобоҙҙа кисергәс, бының ни тиклем ауыр булыуын аңлайбыҙ. Шуға күрә һәр кемгә ярҙам итергә ынтылабыҙ”,-ти Луиза Салауат ҡыҙы.

Инвалид балалар ҙа “Өмөт бар” клубына ҙур теләк менән йөрөй. Улар өсөн ниндәй генә саралар үткәрелмәй! Һәр кемдең тыуған көнө лә билдәләнә. Аниматорҙар менән бергә йырлаған, бейегән балаларға ҡарап күҙгә йәштәр тула. Юҡ, уларҙы йәлләүҙән түгел, ә был кескәйҙәрҙә булған эскерһеҙлек, тормошҡа иҫ киткес һөйөп бағыу, ихтыяр көсөнөң сикһеҙлеге һоҡландыра. Балалар өсөн төрлө байрамдар үтә, улар менән психологтар, логопедтар эшләй. Район китапханасылары килеп ҡыҙыҡлы дәрестәр ҙә үткәрә. “Һәр баланың алға китеше, уңышы – беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Сөнки бының өсөн ниндәй сикһеҙ көс кәрәклеген үҙебеҙ генә беләбеҙ”,-ти Луиза Салауат ҡыҙы.

Баймаҡ инвалидтар йәмғиәте республикабыҙҙа ла киң танылыу алған. Сөнки улар бар ярыштарҙа, конкурстарҙа ҡатнаша һәм мотлаҡ еңеү яулай. “Өмөт бар” клубында республика кимәлендәге ярыштар ҙа үтә. Шул саҡта сит райондарҙан килгән ойошмаларҙың беҙҙең Баймаҡ инвалидтар ойошмаһы тураһында әйткән маҡтау һүҙҙәрен ғорурланып тыңлайбыҙ.

Баймаҡ инвалидтар ойошмаһының тағы бер ҙур, хатта тарихи эше ул - “Будем помнить” тип аталған китап баҫтырыуҙары булды. Бөйөк Ватан һуғышына арналған был баҫма бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Ул тулыһынса беҙҙең райондан һуғышҡа киткән яугирҙәр, ветерандарға, тыл хеҙмәтсәндәренә бағышлана. Бында һәр кем үҙенең яҡын кешеләренең биографияһын таба ала. Китаптың тағы бер үҙенсәлеге – уның һәр битендә тиерлек кодтар ҡуйылған. Кеҫә телефонығыҙҙың камераһын ошо кодҡа йүнәлтһәгеҙ һеҙҙең ауылда Еңеүгә бағышланып үткәрелгән саралар, балаларҙың сығыштары, төрлө концерттарҙың видеояҙмаһы килеп сыға. Шулай уҡ Еңеү көнө тураһында йөрәк һүҙҙәрен әйткән ололарҙың видеоларын ҡарай алаһығыҙ. Федераль грант ярҙамында баҫтырылған бай йөкмәткеле китапты Баймаҡ инвалидтар ойошмаһында һатып алырға була. Хаҡы ни бары 700 һум, ә район-ҡаланың Бөйөк Ватан һуғышына индергән өлөшө, батыр яугирҙәре, ҡартатайҙарығыҙ, тыл хеҙмәтсәндәре тураһында баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле мәғлүмәт аласаҡһығыҙ. Тарихи яҙмалар ҙа, шиғырҙар ҙа, балаларҙың күңелгә үтеп ингән хаттары ла – барыһы ла урын алған бында. Китап рус һәм башҡорт телдәрендә баҫылған. Бында энциклопедияға торошло китап һәр йортта, мәктәптә, китапхана, мәҙәниәт йорттарында мотлаҡ булырға тейеш.

Ҡайнап йәшәгән ойошманың проблемалары ла бихисап. Бында саралар күп үтә, уларҙы тейешле кимәлгә еткереү өсөн аҡса ла, бүләктәр ҙә кәрәк. Шуға күрә Луиза Иванова үҙҙәренә ярҙам иткән бар кешеләргә лә бик тә рәхмәтле. “Хәҙер Яңы йыл яҡынлаша. Был байрамдан кескәйҙәр бигерәк тә мөғжизә көтә. Шуға күрә балаларға матур бүләктәр, тәмлекәстәр әҙерләүҙә ярҙам күрһәтһәләр, бик шат булыр инек. Бынан тыш беҙҙең Павел менән ҡағыҙ эштәрен алып барған урыныбыҙ ҙа “Өмөт бар” клубында урынлашҡан. Ошо ике өҫтәллек урынды айырып, көпләп алыуҙа ярҙам күрһәтеүселәр табылһа, бик шат булыр инек. Сөнки физик күнекмәләр эшләү, саралар үткәреү өсөн зал уңайлы, ә бына компьютер артында ултырғанда ныҡ өшөтә, асыҡ урын булғас”,-тип проблемалары менән дә уртаҡлашты Луиза Салауат ҡыҙы.

Бар эшен ихлас йөрәктән башҡарған, ҡайнап йәшәгән Баймаҡ инвалидтар ойошмаһы рух ныҡлығы менән барыбыҙға ла өлгө. Шуға күрә һәр кем уларға хәленән килгән тиклем ярҙам күрһәтһә ине. Ҡайһы саҡта саҙаҡаны кемгә бирергә тип баш ватабыҙ. Ә эскерһеҙ, тормош һөйөүсән, һәр яҡшылыҡты ҙур мөғжизә итеп ҡабул иткән кешеләр яныбыҙҙа ғына - “Өмөт бар” клубында. Улар һәр ярҙамға ихлас рәхмәтле була белә.

Һаулығы ҡаҡшаһа ла, рухы ныҡ булып булып ҡалған Баймаҡ инвалидтар ойошмаһы ағзаларына, уларҙы етәкләгән Луиза Иванова, Павел Пуликовҡа тормоштоң тик бәхетле мәлдәрен күреүҙәрен теләйбеҙ. Уларға ярҙам иткән бағыусылар, ирекмәндәр һәм бар яҡшы күңелле кешеләргә лә уңыштар юлдаш булһын!

Физик мөмкинлеге сикләнгән граждандарға ярҙам "Һаулыҡ" милли проектында лә күрһәтелгән.

Гүзәл Салихова.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас