+21 °С
Болотло
Балалар аптырап һорап ҡуя:
-Ә һеҙ бәләкәй саҡта ысын интернет булманымы? Ә һеҙ нимә эшләнегеҙ?
Күңелле йәшәнек, бер ҙә кәм булманыҡ, тип уйлап ҡуям. Ә хәҙерге заманды ысынлап интернетһыҙ күҙ алдына килтереп булмай бит. Бар йәшәйешебеҙ уға тығыҙ бәйләнгән. Ә күпме мәғлүмәт унда! Ҡыҙығы ла, ҡурҡынысы ла, кәрәге лә, кәрәкмәгәне лә, ысыны ла, буш, алдығы ла.
Шулай ҙа ҡайһы саҡта был интернет һүнеп, кешеләр менән тереләй, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеп алыр кәрәк ине, тип ҡуяһың... Ә һеҙ нисек?