Һаҡмар
-31 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь , 22:10

Себергә ҡыуалар

Ауырыуым да, мохтажлыҡ кисермәүебеҙ ҙә туҡтатмай ҡатынды...

Себергә ҡыуалар
Себергә ҡыуалар

 Яҡшы тормоштан сығып китмәйбеҙ себер яҡтарына. Минең дә ҡырыҫ тәбиғәтле яҡтарға сығып киткәнемә биш йыл тулып килә. Сибиряктар аҡса һуғып, еңел йәшәй тип уйлаусылар күп. Тик был ҙур аҡса өсөн ниндәй ауыр эш эшләргә килеүен күптәр аңламай. Был һаулыҡты бөтөрә. 

Мин дә һуңғы вахтаны көскә үткәрҙем. Һаулыҡ үҙен һиҙҙертә башланы. Ҡайтҡас һыҙланыуға түҙмәй больницаға барҙым. Дауаланыу мотлаҡ тинеләр. Ә беҙҙә вахтаны үткәреп ебәрһәң, эшкә кире алмайҙар. Был хаҡта белгәс ҡатыным вахтаңа баралырың ул тип ныҡыта башланы.

Кредиттарҙы түләп бөттөм, өйҙә ҡалып, эш эҙләйем, тәүҙә дауаланыр кәрәк, ҡыйын бит миңә тинем. Башланды шунан! Хатта унынсы класта уҡып йөрөгән ҡыҙым да "Атай, аҡса етмәй башлаясаҡ бит! Миңә 18 йәшемә машина кәрәк" тип илай башланы. 

Ҡатын көн-төн мыжый, бараң инде, беҙҙе астан үлтерергә уйлайыңмы тип ебәрә. Яңы йорт һалып индек, ике машина, барыһы бар, кредиттарҙы түләп бөттөм. Минең нисек һыҙланғанды ҡатын күреп йөрөй, ә барыбер эшкә ҡыуа. Үлһәң үл, тик аҡса ғына һуҡ инде. 

Биш йыл эсендә ҡатын да, балам да мине туҡтауһыҙ аҡса һуғып йөрөүсе тип кенә күреп өйрәнгән. Хәстәрлек тә, йәлләү ҙә, ихтирам да юҡ...

М. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в