“Балаҫтарҙа – быуаттар тарихы” район конкурсының Положениеһы
1. Конкурсты ойоштороусылар – Баймаҡ районы хакимиәте, Баймаҡ районының “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы, район ветерандар советы, Баймаҡ районы китапханаһы.
2. Конкурстың маҡсаты:
— халыҡ кәсептәрен өйрәнеү, тергеҙеү һәм таратыу;
— иң оҫта балаҫ һуғыусыларҙы асыҡлау;
— балаҫ һуғыу кәсебен өйрәнеүҙә быуындар бәйләнеше булдырыу.
3. Конкурсты үткәреү шарттары:
Конкурс ике этапта үтә.
Ауыл биләмәләрендә һайлап алыу этабы ноябрҙең төүге ике аҙнаһында уҙа;
Конкурс-күргәҙмә – район этабы Баймаҡ ҡалаһында ойошторола;
Конкурсҡа райондың балаҫ һуғыу оҫталары саҡырыла;
Конкурсҡа балаҫтарҙы һайлағанда жюри балаҫ һуғыу оҫталығы, башҡорт балаҫын һуғыу традицияларына тап килеүе, төҫтәрҙең уңышлы ҡулланышын иҫәпкә ала.
Конкурста ҡатнашыусылар үҙ эштәре менән таныштыра.
Үткәреү ваҡыты: 2023 йылдың 30 ноябрь, сәғәт 10.00.
Балаҫ һуғыу оҫталары конкурста ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы 15 ноябргә тиклем түбәндәге эл.почтаға ебәрә: [email protected] (Лилиә Такаева).
4. Конкурс Программаһы:
— балаҫ һуғыусыларҙың күргәҙмә-конкурсы ;
— оҫталыҡ дәрестәре үткәреү
5. Еңеүселәрҙе бүләкләү:
Дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр
6. Ҡушымтала (балаҫтың артында уң яҡтан, аҫҡы мөйөшөндә аҡ туҡымала) түбәндәге мәғлүмәттәр булырға тейеш:
— конкурста ҡатнашыусының исеме, фамилияһы, атаһының исеме;
— тыуған йылы.
— нисәнсе йыл һуғылған балаҫ.
— ҙурлығы.
— әгәр балаҫ йәмәғәт ойошмаһында һуғылһа, ойошманың исеме.
Заявка өлгөһө:
— конкурста ҡатнашыусының фамилияһы, исеме, атаһының исеме.
— тыуған йылы.
— йәшәү урыны.
— йәшәгән урыны.
— белеме.
— йәмәғәт ойошмаһы.
— телефон һандары;
— фотографиялар ҡулланып эшләнгән портфолио.
Программа: 30 ноябрь сәғәт 10-да Баймаҡ районы ағинәйҙәре йыйыны башлана.
11.00 – республика “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе, Баш ағинәй Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева менән “түңәрәк өҫтәл”.
Белешмә өсөн телефон:
4-65-19 – Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы Монасипова;
2-14-99 – Лилиә Разгил ҡыҙы Такаева.