Бала саҡта булған хәл иҫкә төшә. Күпме йылдар үтте, үҙем өләсәймен хәҙер, әсәйем дә күптән юҡ. Ә ошо булған хәл әле лә йөрәкте өтә.
Атай 8 мартҡа бүләктәр тотоп ҡайтып инде. Әсәйгә ҡыҙыл муйынсаҡ, миңә уйынсыҡ биҙрәләр. Көлөп-ҡыуанып ашарға ғына ултырғайныҡ, күрше апай ҡыҙын эйәртеп килеп инде. Атай уларҙы өҫтәл артына ултыртты. Әҙерәк ултырғас ҡыҙмаса булып алған атай ҡыҙыл муйынсаҡты ошо апайға бирергә ҡушты. "Һиңә яңынан алып бирермен"-тине.
Әсәй аптырап ҡалды. Әммә атайҙың уҫал ҡарашынан ҡурҡып, муйынсаҡты уға һондо. Был апайҙың ире үлгән ине. Ул оялмай ҙа муйынсаҡты алды. Атай минең биҙрәләрҙе тегенең ҡыҙына һонғайны, мин илап сат йәбештем. Бер биҙрә миңә барыбер ҡалды. Атай әсәйгә муйынсаҡ алып ҡайтманы.
Күрше ҡатын ул муйынсаҡты сисмәҫтән кейҙе. Уны күргән һайын әсәйҙең күҙе йәшләнә ине. Трудовой лагерь өсөн аҡса биргәстәр әсәйемә ҡыҙыл муйынсаҡ һатып алдым. Әсәйем уны тотоп түгелеп иланы. Һуңынан атайҙың шул күрше апай менән йөрөгәнен ишеттем. Быныһына ышанманым. Сөнки һөйәркәһен өйөндә ҡунаҡ итеп, ҡатынының бүләген биреп ултырмаҫ ине ул. Ә күңелдә барыбер аңламау тойғоһо ҡалды шул...
Шәүрә.