Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ноябрь 2023, 20:00

Айырым йәшәү килешмәй шул

Иремә үпкәләмәйем мин. Ул эш эҙләп ситкә китергә мәжбүр булмаһа, ғаиләбеҙ тарҡалмаҫ ине. Уның бәхетле булыуын теләп йәшәйем...

Айырым йәшәү килешмәй шул
Айырым йәшәү килешмәй шул

Ике йыл элек булған тормошомдо иҫемә алһам, ҡурҡып китәм. Ул хәҙерге күп ҡатындарҙың тормошонан бәлки әллә ни айырылмайҙыр. Ирем вахтала эшләй башлағас ныҡ үҙгәрҙе. Айырым йәшәү ир менән ҡатынға килешмәй бит ул. Бер-ике айға булһа ла. Ирем йөрөй башланы, быны йәшермәне лә. Балаларымдан оялдым талашырға. Улар ҙурайҙы, өйләнделәр туйҙарына ул-был нәмәгә тип өс кредит алдым.

Ирем йүнләп аҡса бирмәй башлағайны. Балалар ситкә күсеп киткәс, ирем мине бигерәк кәмһетә башланы. Ике йыл элек сығып киттем. Квартира снимать иттем. Аҡсамды һығып тотоп кредиттарымды йәһәтләп түләнем. Хәҙер берәүһе ҡалды. Ирем мин түҙмәй кире ҡайтыр тип йөрөнө, әммә түҙҙем. Иремә үпкәләмәйем мин. Ул эш эҙләп ситкә китергә мәжбүр булмаһа, ғаиләбеҙ тарҡалмаҫ ине. Уның бәхетле булыуын теләп йәшәйем. 

Ҡыҙҙар, иламағыҙ! Тормошто һәр саҡ яңынан башлап була. Минең кеүек 51 йәштә лә! Бәхетле булығыҙ барығыҙ ҙа! Парлылар мөхәббәтегеҙҙе һаҡлағыҙ, юғалтыуы еңел уны, ә табыуҙары ай-һай...

Ө. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: