Ҡатын-ҡыҙ врачына иң беренсе тапҡыр ун туғыҙ йәшемдә барҙым. Дүрт айлыҡ ауырым менән. Ҡаланан ҡунаҡҡа килгән егетте яратам тип алдандым. Ә ул, ауырлы булыуымды белгәс, ҡасты. Шул тиклем бер ҡатлы, донъяны алһыу күҙлектән генә күргән саҡтарым булған. Хәҙер уйлайым да, үҙемдең ахмаҡлығыма иҫтәрем китә. Атай-әсәйгә әйтергә оят булды.
Шул йылды әсәйҙең апаһы беҙҙә ҡунаҡта ята ине. Башҡа йәйҙәрҙә еҙнәй менән бергә ҡайта торған апай ул йылда бер айға тип үҙе генә ҡайтҡайны. Иң беренсе шул апайға һөйләнем. Мине аборт яһатырға алып барыуын һораным. Нәфисә апай башта бик ныҡ өгөтләне, үҙем менән алып китермен, бер кем дә белмәйсә ҡалыр, тине. Унан яйлап ҡына әсәйгә әйтте. Әсәй, меҫкенем, ултырған еренән ҡолап китте. "Атаң ишетһә, бөтөрә,"--тине лә, мине ҡосаҡлап иланы.
Мин ул ваҡытта күрше ауылда ашханала эшләп йөрөй инем. Икенсе көндә эшкә иртүк барҙым да, картуф әрсеп, ит ҡайнатырға ҡуйҙым. Римма апай килгәнсе аруҡ ҡына эштәрҙе башҡарғайным инде. "Күрше ауылға иптәш ҡыҙҙың тыуған көнөнә барырға кәрәк", --тип иртәрәк ебәреүен һораным. Римма апай уны-быны абайламаны, ризалашты. Мин бала саҡтан таҙараҡ кәүҙәле инем, ауырлы булһам да, ҡоҫоп, күңел болғанып ыҙаламаным. Шуға күрә, бер кем дә шикләнмәне. Шулай итеп, Римма апайҙы алдап, районға дауаханаға киттем. Әйтәм бит, шул тиклем бер ҡатлы булғанмын икән. Врачҡа аҡса бирергә кәрәклеге тураһында ла уйламағанмын бит, уны ҡайҙан беләйем инде. Ҡулымда аҡса юллыҡ ҡына.
Ҡатын-ҡыҙ врачы кабинетының ишек төбөндә бер генә апай бар ине. Янына барып ултырҙым. Бер аҙҙан ул инеп китте. Таныш-белеш килеп сыҡмаһа ярар ине тип борсолам. Врачҡа нисек аңлатырмын тип тә ҡурҡам. Шул саҡ яныма ике кеше килеп ултырҙы. Береһе әсәй йәшендә кеүегерәк күренә. Икенсеһе минән бер аҙ йәшерәк һымаҡ, әммә үҙен нисектер сәйер тота. Тегенеһе әсәһелер инде, етәкләгән. Яныма килеп ултырғас та, теге ҡыҙ миңә текләп ҡарап ултыра башланы. Сәс ҡыҫтырғысымды тотоп ҡарай, үҙе бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Минән күҙен дә алмай. Теге апай, ҡулдарын болғап: "Тик кенә ултыр, Гөлфиә, ҡағылма сит кешегә,"--тип асыулана.
Ҡыҙ башын аҫҡа эйеп бер аҙ ғына тора ла, тағы миңә ҡарап ултыра башлай. Ҡараштары ла сәйер булғас, ҡурҡа башланым. "Ҡурҡма, һеңлем, минең ҡыҙым ул, кешегә зыяны юҡ, башы эшләй уның, һөйләшә генә алмай, шуға харап иткәндәр ҙә инде. Бер йүнһеҙе көсләгән, башта белмәнек. Хәҙер инде уның кем икәнен дә беләбеҙ, тик артынан йөрөргә аҡсабыҙ ҙа, һаулығыбыҙ ҙа юҡ. Күреп тораһың, ҡыҙым йөҙгә йәмһеҙ түгел, күҙ төшөрлөк. Теге егеттең ата-әсәһе урынлы кешеләр, шуға күрә улдары нишләһәм дә ярай тигәндер инде. Балаһы ла һауһыҙ булып тыуһа, нимә эшләйем инде мин. Үҙ ҡыҙым да түгел бит әле ул минең. Улым икенсе ҡатын алғас, килен: "Был телһеҙ балағыҙ миңә кәрәкмәй тип, кире ҡайтарып ебәргән. Баланың ғәйебе юҡ бит, өс йәшенән ҡарап үҫтерҙем. Ун алты йәшендә бына нимә булып ҡуйҙы. Һаҡлап ҡына йөрөттөм бит мин уны. Кәм булып үҫмәһен тип, күрше ҡыҙҙары менән клубҡа сығырға ла рөхсәт иткеләнем шул. Бисараҡайым, ҡаршы тора алмағандыр инде,--тип илап та алды өләсәһе. --Алдырып булмаҫмы тип йөрөйбөҙ бына. Дүрт килдек инде, бөгөн бишенсе килеүебеҙ, врачты тура килтерә алмайбыҙ". Бер үк уйҙа булғас, оло кеше белмәйсә булмаҫ, тип уйлағанмындыр, һорап ҡуйҙым. "
Ауыртамы икән, үлмәйемме икән?"-тип.
"Үлеүен үлмәйең, балаңды үлтерәһең, баланың бер ғәйебе лә юҡ, тере ул, ҡорһағың беленә бит инде, беҙгә лә дүрт ай самаһы. Һин сәләмәт бит, кеше һүҙенән ҡурҡма, алып ҡайт балаңды,"--тине ҡорһағыма ҡарап.
Бөтөн кәүҙәм ҡурылып китте. Әйтерһең, өҫтөмә ҡайнар һыу ҡойҙолар. Сараһыҙлыҡтан илап ебәрҙем. Теге ҡыҙ сәстәремдән һыйпай, үҙенсә йыуатмаҡсы булғандыр. Ҡыҫҡа ғына ошо һөйләшеүҙән һуң тынлыҡ урынлашты. Һәр кем үҙ уйына сумды. Врач юҡ та юҡ. Ҡапыл теге апай һикереп торҙо ла: "Әәәәй, әйҙә, тор, һине үҫтерҙем, ул баланы ла үҫтерермен, баланың ни ғәйебе бар!"--тине лә, ҡыҙын етәкләп, шәп атлап сығып китте. Мин дә уларҙың артынан эйәрергә булдым. Баланың ни ғәйебе бар тигән һүҙ күңелемә үтте. Ултырғыстан тороп ҡуҙғалам ғына тигәндә, кабинет ишеге асылды ла, миңә тиклем ингән ҡатын сығып китте. Асыҡ ишектән врач миңә ҡарап тора, инегеҙ, ти. Ниңә килгәнемде һөйләп бирҙем. Оялдым, тотлоҡтом. Икеләнгәнемде аңланы бит инде, ныҡ уйла, тип врач мине ишектән оҙата сыҡты. Коридорҙа күбәләк кеүек кенә кескәй ҡыҙ һикереп уйнап йөрөй ине. Шунда врач миңә ҡоро ғына:"Үҙеңде бына шундай бүләктән мәхрүм итәһеңме? Һин, давай, йүләрлек эшләргә маташып йөрөмә, иртәгә приемға кил, учетҡа ҡуйырбыҙ, балаңды алып ҡайтаһың,"--тине. Ҡурҡыуымдан башымды аҫҡа эйеп сығып киттем. Юл буйы теге ҡурсаҡ кеүек ҡыҙсыҡты, алданған телһеҙ ҡыҙҙы уйланым. Ун ике саҡрымды йәйәү ҡайттым. Мин өйгә ҡайтып ингәндә киске сәғәт һигеҙҙәр ине. Атай ҡаршы алды. Ишеткәндер, нимә әйтер, бөгөн өйҙә йоҡлап булмаҫ тип, ҡурҡып ҡына индем. Атай белгән ине. Минең өсөн хәл иткес егерменсе июнь көнө ине ул. Атай әрләмәне. "Балаңды үҫтерербеҙ, минән ҡурҡып йөрөмә, ни булһа ла, мин һинең атайың, ярҙам итермен,"--тине. Ул көндәрҙә аҡҡан күҙ йәштәрем ҡайҙарҙан ғына сыҡҡандыр ҙа, ҡайҙарға ағып бөткәндер. Атайҙың аңлауынан, оятымдан, баланың киләсәк яҙмышы өсөн ҡурҡыуҙан иланым. Баланың ни ғәйебе бар тигән һүҙ көс бирҙеме, кеше һүҙенә иғтибар итмәҫкә тырыштым. Дауаханаға барған һайын телһеҙ Гөлфиәне күргем килеп барҙым. Тик бер тапҡыр ҙа осратманым. Телһеҙ булып тыуыуынан ҡурҡам, тине бит өләсәһе. Алдырғандыр. Ҡыҙ бала таптым. Ҡыҙымды ҡулыма алырға ҡурҡтым баштараҡ. Төшөрөп ебәрермен кеүек тойолдо. Ҡосаҡларға ла ҡурҡа инем. Нәфисә апай беҙҙе үҙе менән алып китте. Бала ҡарашырға ул ярҙам итте, ул өйрәтте. Ҡыҙым еҙнәй менән апайға ҡурсаҡ урынында булды. Бер ҡырын һүҙ әйтмәнеләр. Ҡайһы саҡта Айгөлөмдө уларҙың ҡыҙы, үҙемдең һеңлем кеүек тоя инем. Ҡыҙым нәҡ теге ваҡытта дауаханала күргән күбәләк кеүек ҡыҙға оҡшаған. Зәп-зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө. Аҡҡан һыуҙар тигән! Инде бына шул кескәй генә күбәләгем--Айгөлөм кейәүгә сыҡты, бәпәй көтәбеҙ. Айгөл бәләкәй саҡта мин дә кейәүгә сыҡтым, ирем менән тағы ике егет үҫтерҙек. Быйыл апайымдың малайы Рәмил өйләнде. Никах туйына беҙ ҙә барҙыҡ. Бына шул мәжлес мине ҡабат йәшлегемә ҡайтарҙы. Рәмилдең ҡатыны теге телһеҙ Гөлфиәнең ҡыҙы булып сыҡты. Донъя түңәрәк түгел тип әйтеп ҡара һин шунан һуң. Өләсәһе лә иҫән-һау икән, шөкөр, ҡартайһа ла, зирәклеген юймаған. Яйын тура килтереп, теге саҡты һөйләнем. Һеҙ түгелме ул, шулай-шулай, алдырырға тип килгәйнек, тинем. Таныны. Ул да шаҡ ҡатты. "Беҙгә ул саҡта дауахана ишеге алдында кескенә ҡыҙ осраны. Шундай матур ине, һөйөп туймаҫлыҡ, ҡыҙым уйнай башланы. Балалар ярата ул. Эй, мин әйтәм, беҙҙеке лә шундай матур ҡыҙ бала булып тыуаһы йәндер, нисек шуны юҡ итергә кәрәк тип, дауаханаға ундай уйҙар менән бүтән килеп йөрөмәҫкә тип, ныҡлап уйлап ҡайттым да киттем. Ул кескәй ҡыҙ беҙгә яҙмыштан бер хәбәр булған. Гөлфиәне үҙе кеүек телһеҙ егет эҙләп килде. Ундайҙар районда һирәк бит ул. Белешкәндәрҙер инде. Алыштылар, барыштылар. Өфөгә күсенеп киттеләр. Егеттең ата-әсәһе байҙар ине, фатир алып бирҙеләр. Ҡыҙымды тегеүсегә уҡыттылар. Гөлфиәм ҡыҙ бала тапты, Гөлнур тип исем ҡуштыҡ. Бына шуны һеҙҙең нәҫелгә кейәүгә бирәбеҙ икән бөгөн. Бәхеттәре булһын. Башҡа бала алып ҡайтманылар. Икеһе лә телһеҙ булғас, һауһыҙ тыуыр тип борсолдом үҙем дә. Ә Гөлнурым телле, әлхәмдүлилләһ. Бер нәмә лә юҡтан ғына булмай, балаҡайым, әйҙә инәйек, юғалтҡандарҙыр. Бына хәҙер ҡоҙағыйҙар ҙа булдыҡ. Эй, уҙған ғүмер, бер килерһең әле, иркенләп һөйләшербеҙ,"--тип, ҡыҫҡаса ғына һөйләштек тә, таралыштыҡ. Бына шундай хәлдәр. Теге ваҡытта яңылыштан һаҡлап ҡалған аҙым ни тиклем шатлыҡтар, бәхетле көндәр бүләк итте. Эргәбеҙҙә аңлаусы кешеләр булыуы ла көс өҫтәне. Теге ваҡытта күктән ебәрелгән хәбәр--ҡурсаҡтай ҡыҙсыҡты осратыуыбыҙға, ҡыҙҙарыбыҙҙы тапҡанға ҡоҙағый-ҡоҙасалар менән бөгөн һөйөнөп йәшәйбеҙ. Телһеҙ булһа ла, йәшлектә күрешкәнебеҙҙе ҡоҙағый менән аңлаша алдыҡ.
Сәлимә апайығыҙ.