Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2023, 21:05

Таксист яҙмалары

Көтөп ултырһам, подъездан бер ир һәм ҡатын килеп сыҡты. Тағы ла һорайым ҡайҙа алып барырға тип. “17-се йортҡа” ти. Аптырап “бына тора бит һуң ул йорт” тием. “Беләм” ти был ир...

Таксист яҙмалары
Таксист яҙмалары

Таксист яҙмалары

Бер нисә көн ҡалала томан тороуы хәрәкәтте ҡатмарлаштыра. Ҡапыл юлға йүгереп сыҡҡан кешеләр бигерәк тә ҡурҡыта. Ошондай саҡта кешеләрҙе аҡылға килтереү юлын тапһалар ине тип ҡуяһың.

Шул уҡ ваҡытта һаман да ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булып ҡуя. Төнөн проспекттағы бер күп фатирлы йортҡа саҡырыу алдым. Ҡайҙа бараһығыҙ тигән һорауға биш-ун аҙымдай алыҫлыҡтағы йортто әйтә. Шаяралыр тип уйланым да, телефонды һалдым. Тағы шылтыраттылар. Барыбер заказ юҡ ине. Киттем. Көтөп ултырһам, подъездан бер ир һәм ҡатын килеп сыҡты. Тағы ла һорайым ҡайҙа алып барырға тип. “17-се йортҡа” ти. Аптырап “бына тора бит һуң ул йорт” тием. “Беләм” ти был ир.

Ҡуҙғалдым да шунда уҡ туҡтаным. Сөнки был йорттоң һуңғы подъезынан күрше йорттоң беренсе подъезына барыр кәрәк ине. Биш аҙым атлаһалар барып етерҙәр ине. Туҡтағайным, теге ир аҡса һуҙа. Йәнем көйһә лә “кәрәкмәй” тинем. Әммә ир аҡсаны ҡулыма тоттороп ҡатынды ҡултыҡлап йортҡа инеп киттеләр. Ҡараһам, биш йөҙ һум!

Нимә булды һуң был? Ир ҡатынға үҙенең шәплеген күрһәтергә теләнеме икән? Улай булһа, күрше подъезға күтәреп алып барһа, эффект шәберәк булыр ине. Бына шундай ҡыҙыҡтар булып тора таксистарҙа.

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.  

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: