- Йоҡоһоҙ төндәр артта ҡалыр. Бөгөн мин, ниһайәт, ысын күңелдән йылмайҙым. Биш йыл эсендә. Юҡ, ҡара көйөп тә йөрөмәнем. Туңған инем.
Кеше үҙенең ғүмере тураһында ҡасан уйлана икән? Уйланмайынса үлеп киткәндәр бармы икән? Миңә табиптарҙың рак тигән хөкөм ҡарары яңғырағас тәүҙә ышанманым, унан барыбер үлергә тип үҙемә ҡул һелтәнем. Әле йәш булыуым да йәшәү өсөн көрәшергә көс бирә алманы.
Барыһы ла уйламағанда килеп сыҡты. Ауға эләккән күбәләктең шул тиклем тыпырсынып, йәшәү өсөн көрәшкәнен күреп аптырап ҡалдым. Ҡотола алмаҫын белә, ә йәшәүгә сытырман йәбешкән. Күбәләкте уға етеп барған үрмәксенән ҡотҡарҙым да, йығылып ятып иланым.Унан тороп донъямды таҙарттым. Ошонан һуң һәр көнөмә йәбештем. Дауаханаларҙа кисергәнемде хәтерләгем дә килмәй. Әммә рак хөкөмө яңғырағандар үҙҙәрен төрлөсә тотоуы иҫемдән сығырлыҡ түгел. Ошо ауырыуға дусар булғандар араһында аҡылдан яҙғандар булды. Был ауыр хәбәрҙе күтәрә алмай яуыз, яһилға әйләнгәндәрҙе, ҡысҡырып илағандар, истерика ҡуптарғанды күрҙем.
Ауырыуҙарҙың туғандары ла үҙҙәрен төрлөсә тота. Берәүҙәр ауырыу яҡыны менән бергә бөгөлөп төшә, икенселәр туғанына барыһы ла яҡшы буласаҡ тей, ә үҙҙәренең ҡарашы быға ышанмауын күрһәтә, өсөнсөләр ысынлап та яҡынының һауығыуына ышана һәм уның янынан китмәй.
Биш йылым биш йөҙ йылдай булды. Әммә мин был һынауға рәхмәтлемен. Мин һәр көндө ҡәҙерләргә, уның тәмен белергә өйрәндем. Кешене ғәйепләү, кеше һөйләү, кеше тикшереүҙән күптән ары торам. Сөнки һәр аламалығың, ҡырын аҙымың өсөн яуап бирергә тура киләсәген беләм.
Әлбиттә, барыһы ла артта, мин 100% һау тип әйтеп булмай. Әммә ышаныс бар икән, тимәк, йәшәү ҙә бар. Уйламағанда ҡотҡарған күбәләккә рәхмәтләмен. Уға ҡарап мин йәшәү өсөн көрәшергә өйрәндем һәм әжәлде кисектерә алдым.
Шуға күрә - мин йылмаям бөгөн!
Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.