Район ағинәйҙәренең әсә телен һаҡлау, үҫтереү буйынса Мөрәжәғәтнамәһе
Балаларға матур, мәғәнәле исем ҡушыу – һәр ата-әсәнең бурысы. Сабыйҙарға башҡорт исеме ҡушайыҡ.
Һәр сабый башҡортса бишек йырын күңеленә һеңдереп, әкиәттәр, ҡобайырҙар тыңлап үҫһен, баланың теле әсә теле менән, атай-әсәй һүҙе менән асылһын.
Теле барҙың – иле бар, ти халыҡ мәҡәле. Атай-әсәйҙәр үҙ балаһына Тыуған иле, туған теле тураһында һөйләһен.
Балалар һәр ғаилә китап менән дуҫ булһын. Милли гәзит-журналдар алдырып уҡыһын. Һәр ғаилә башҡорт телендә донъя күргән 2-3 баҫмаға яҙылһын.
Йәмәғәт урындарында, транспортта, сауҙа нөктәләрендә, дарыуханала һәм башҡа урындарҙа үҙ телебеҙҙә аралашайыҡ. Телебеҙҙән оялмайыҡ, кәмһетмәйек!
Өләсәй-ҡартәсәйҙәр, олатай-ҡартатайҙар ейән-ейәнсәрҙәре менән башҡортса аралашһын. Уларҙа һүҙ байлығын үҫтереүҙә ярҙам итһен, әхлаҡ, иман нигеҙҙәренә төшөндөрһөн.
Балаларыбыҙҙы башҡорт төркөмөнә һәм класына бирәйек. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә ул-ҡыҙҙарыбыҙ күңелендә илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолар тәрбиәләүгә иғтибар бирелһен, был юҫыҡта башҡорт телендә төрлө саралар үтһен.
Балалар бәләкәстән милли йолаларҙы, уйындарҙы, кейемдәрҙе, халыҡ ижадын, тарихты белеп үҫһен.
Интернет селтәрҙәрендә башҡортса аралашайыҡ. Әсә телебеҙҙә йырҙар, шиғырҙар ҡуяйыҡ, ҡотлауҙар бирәйек. Төрлө смайликтар урынына “рәхмәт”, “афарин”, “уңыштар” һ.б. һүҙҙәрҙе ҡулланайыҡ.
Район башҡорттары ҡоролтайы, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, район гәзиттәре телебеҙҙе һаҡлауҙа берҙәмлек күрһәтһен, төрлө бәйгеләр, ярыштар даими ойошторолһон.
Мөрәжәғәтнамә 2023 йылдың 26 октябрендә район "Ағинәйҙәре" йыйынында ҡабул ителде.