Быуаттарҙан быуаттарға,
Бына хикмәт.
Иң ҙур,бөйөк ризыҡ булып,
Ҡала икмәк.
Икмәк — ил байлығы, тиҙәр. Был ысынлап та шулай. Кешене туйындырып тороусы төп аҙыҡ ул. Шуға ла электән уны үҫтереүселәр—игенселәр хеҙмәте оло баһаланған.Эйе, икмәкһеҙ бер генә көн дә йәшәп булмай. Уның ҡәҙерен айырыуса аслыҡты кисереүселәр яҡшы аңлай. Ул дәүерҙәр ҡабатланыуын һис теләмәйбеҙ, әммә йәш быуынға икмәк ҡәҙерен аңлатыу—беҙҙең төп бурыс.16 октябрь Икмәк көнө билдәләнде. Ошоно иҫәптә тотоп, Өмөтбай ауыл китапханасыһы,ағинәйҙәр ойошмаһы һәм башланғыс класс уҡытыусылары менән берлектә, башланғыс класс уҡыусылары өсөн "Икмәк -иң ҙур байлыҡ" тип исемләнгән тәрбиәү сара үткәрелде.Уҡыусыларға ер йөҙөндә икмәк булһын өсөн кемдәр көс түгеүе, тәмле икмәктең еңел генә бирелмәүе, күп кешеләрҙең хеҙмәте һалыныуы тураһында мәғлүмәт бирелде.
Был сарала ағинәйҙәр ҡоро ағзалары Әнүзә Хәжиәхмәт ҡыҙы уҡыусыларға "икмәктең"беҙҙең табынға күпме юл үтеүе тураһында һөйләп үтһә,Миңлегөл Фәрит ҡыҙы балаларға әлеге ваҡытта төп иген культуралары тураһында һөйләне,ә Зилә Тимерғәле ҡыҙы ошо тәмле әсе һәм сөсө икмәкте нисек бешереү тураһында мәғлүмәт бирҙе.Башланғыс класс уҡытыусылары Рәзилә Таштимер ҡыҙы һәм Миләүшә Сәреүәр ҡыҙы,уҡыусыларға икмәк тураһында матур йырҙар һәм шиғырҙар өйрәткәндәр.Сара барышында балалар игенсе һәм икмәк тураһында шиғырҙар ятланылар,йырҙар йырланылар.
Күреүебеҙсә, тәмле икмәк еңел генә бирелмәй. Унда күп кешеләрҙең хеҙмәте һалынған, тире тамған. "Был ғәжәп хазинаны үҫтереүгә кем көс һалған, уны кем бешергән – шуларҙы ҡәҙерләйек һәм һаҡлайыҡ, уларҙы хөрмәт итергә өйрәнәйек!"-тигән теләктәр менән таралыштыҡ был саранан.
Зилиә Ноғаманова
Өмөтбай ауыл китапханасыһы.