Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2023, 08:00

Йәрмөхәмәт ауылы ағинәйҙәре өйлө булды

Тулыраҡ беҙҙең сайтта

Бөгөн Ярат ауыл биләмәһенең Йәрмөхәмәт ауылында ағинәйҙәр йыйыны үтте ( ойошма етәксеһе - Мырҙабаева Ғәйшә). Был турала беҙгә Баймаҡ районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы хәбәр итте. Райондың төпкөл ауылдарының береһе булған Йәрмөхәмәт ауылында ағинәйҙәр ойошмаһы әүҙем эшләй. Ир-егеттәр менән берлектә улар ауыл халҡын сәләмәт тормош алып барырға әйҙәй. Шулай уҡ төҙөкләндереү эштәре менән дә булышалар. Милли йолаларҙы тергеҙеү эштәрен дә алып баралар. Ошо көндәрҙә ауылдағы «Ағинәй бүлмәһен» йыһазландырыу эштәрен башҡарҙылар. Ағинәйҙәрҙең төп терәге булған ир-егеттәр Ҡадир Ишҡыуатов, Ғибаҙулла Хәлиуллин һәм башҡалар һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙалар. Йыйында ҡатнашыусылар Ғибаҙулла Хәлиуллин ғаиләһенең «Хәлиуллиндар аллея»һы менән танышты, ауыл мәсетендә булды . Ауыл Советы депутаты Ҡадир Ишҡыуатов йыйында ағинәйҙәр хәрәкәтен ыңғай баһалап, ауылда иңгә-иң терәп эшләүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды, балалар, ғаиләләр менән тәрбиәүи эш алып барыуҙарын һөйләне. Ҡадир Айса улының сығышы «Аҡһаҡал һүҙе» булып яңғыраны, бик файҙалы булды . Йәрмөхәмәт ағинәйҙәре һөт ризыҡтары, шифалы үләндәрҙән күргәҙмә әҙерләгән, Ярат ауылы китапханасыһы ҡорот тураһында бай мәғлүмәт менән таныштырҙы . Йәрмөхәмәттәр Ярат клубында бергәләп баҫҡан кейеҙ , эшләгән сергетыш күргәҙмәһен күрһәттеләр. Йыйындың икенсе өлөшө — тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығында , Алғаҙы ауылы ағинәйе Ғәбиҙә Ҡормашева ҡул эштәре — сергетыш , балаҫтары менән таныштырҙы . Йомаш ауылы ағинәйе Фәрхәнә Иҫәндәүләтова дини йолалар үҙенсәлеге , балалар һәм төрлө йәштәге ҡатын - ҡыҙҙарҙа иман , әхлаҡ , һ б сифаттар тәрбиәләү тураһында сығышы ,, Ағинәй нәсихәте " итеп ҡабул ителде , бик файҙалы булды . Районда һәм республикала билдәле буҙа эшләү оҫтаһы Фәрхәнә Мират ҡыҙы буҙа ла эшләп алып килгән ине . Сыңғыҙ ауылы ағинәйҙәре Ишһылыу Рәжәпова - тула һуғыу , Ғәликәева Дәүләтбикә - боронғо шаршау , Мәрйәм Мәхмүтова — сергетыш эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреп , бөтә нескәлектәрен төшөндөрҙө . Район ағинәйҙәре етәксеһе Гүзәл Монасипова һәм Сыңғыҙ , Ғүмәр , Әбделкәрим , Алғаҙы , Йомаш , Ярат , Ҡуянтау ауылы ағинәйҙәре ,, Ағинәй бүлмә"һе асылыу менән ҡотлап , бүләктәр тапшырҙы , Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы ,, Киске Өфө " гәзитенә подписка бүләк итте . Гүзәл Монасипова, Район "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе.

Йәрмөхәмәт ауылы ағинәйҙәре өйлө булды
Йәрмөхәмәт ауылы ағинәйҙәре өйлө булды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: