Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2023, 17:35

Гонаһ алғым килмәй

Беҙҙең күрше апай менән ағай балаларын бәләкәй саҡтан: “Эшкинмәгән һеҙ, һеҙҙән кеше сыҡмаҫ ул!”-тип бер туҡтауһыҙ әрләй торғайны...

Гонаһ алғым килмәй
Гонаһ алғым килмәй

Гонаһ алғым килмәй
Кеше һүҙе – кеше үлтерә, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Һүҙ ҡөҙрәтен аңламай, бихисап әҙәм балаһы әрәм була. Бигерәк тә ата-әсәнең балаларына әйткәне ысынбарлыҡҡа әйләнә лә ҡуя икән.
Беҙҙең күрше апай менән ағай балаларын бәләкәй саҡтан: “Эшкинмәгән һеҙ, һеҙҙән кеше сыҡмаҫ ул!”-тип бер туҡтауһыҙ әрләй торғайны. Ярай, ҡайһы саҡта йәндәре көйөп, берҙе генә әйтелһә, әммә был һүҙҙәр көн-төн яңғырай ине. Минең өләсәйем мәрхүмә: “Ҡуйсы, кескәй балаларға ни эшләп улайтып әйтәһегеҙ? Фатиха булып төшөп ҡуйһа”,-тип тыйып маташыр ине.

Мин ул саҡта өләсәйемдең һүҙҙәренең мәғәнәһен бөтөнләй аңламағанмын. Хәҙер бына аңланым. Бигерәк тә элекке күршенең балаларының яҙмышын ҡарап. Кешене яманлап гонаһ алғым килмәй, әммә береһенең дә тормошо уңманы. Ысынлап та, ата-әсәләренең һүҙҙәре балаларға ҡарғыш булып ятты, шикелле.
Ғәйшә инәйегеҙ.


Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: