Кейеҙ баҫыу, йөн иләү, кейеҙ һәм йөндән эшләнгән әйберҙәр етештереү башҡорттарҙа боронғо шөғөл булып һанала. Күп быуаттар һуҙымында, башҡа күсмә халыҡтарҙағы кеүек үк, кейеҙ баҫыу башҡорттарҙың бөтә тормошона бәйле булған. Башҡорт ғүмере кейеҙҙә башланған һәм тамамланған, кеше кейеҙҙән яһалған кейем кейгән, атын кейеҙле ябыу менән япҡан, уны иҙәненә йәйгән. Ваҡыт үтеү менән, кейеҙ баҫыу үҙенең боронғо ҡулланма тәғәйенләнешен юғалтҡан һәм халыҡ өсөн мөһим кәсеп булыуҙан туҡтаған. Хәҙерге көндә башҡорттар араһында этник үҙенсәлеккә ҡыҙыҡһыныу арта. Башҡортостанда юғалып барған кәсепкә ҙур иғтибар бүленә.
Халҡыбыҙ йолаларын онотмай,дауам итеү, кейеҙ баҫыуҙың нескәлектәренә төшөндөрөү, донъя мәшәҡәттәренән, интернет селтәрҙәренән айырылып сығып, бер-беребеҙ менән күрешеп аралашыу маҡсаты менән "Шәфәҡ " ағинәй ойошмаһы менән йортома кейез баҫырға йыйылдыҡ.
Беҙҙең ауылда ҡатын-ҡыҙҙар элек-электан төрлө кәсептәр менән шөғөлләнә. Көҙ, һарыҡтарҙы ҡырҡҡас, ошо йөндө әрәм-шәрәм итмәй, эш итеп ала торғандар ине. Берәр төркөм йыйылып, йорт эштәрен бөткәс, кистәрен ошо йөн менән булышалар ине. Миндә һарыҡтарымды ҡырҡҡас, Баймаҡтан теттереп алдым.
Шул тиклем куңелле, дәррәү, берҙәм,оҫта ҡуллы инәйҙәр "һә " тигәнсе аҡ кейеҙ баҫып та бирҙеләр. Донъя мәшәҡәттәренән ял итеп, тағы ла осрашырға вәғәҙәләшеп, таралыштыҡ был саранан. Өмәлә үҫеп килгән ҡыҙҙар ҙа теләп ҡатнашты. Ағинәйҙәргә оло рәхмәтемде еткерәм. Әле биҙәк һалыу өсөн тағы ла осрашабыҙ әле.
Гөлшат Тулыбаева.