Йәмғиәт
7 Сентябрь 2023, 04:25

Ҡыйыҡтан ташланырға була...

Кемдер - ҡыҙҙы, кемдер ҡотҡарыусыларҙы йәлләй...

Бөгөн Өфө ҡотҡарыусылары тағы бер ғүмерҙе ҡотҡарып ҡалды. Сипайлово биҫтәһендә ҡыҙҙы ҡыйыҡ башында күреп ҡалалар. Тиҙ арала килеп еткән ҡотҡарыусылар уны тынысландырыу эштәрен башлай. Һүҙ менән әүрәтеп берәүһе ҡыҙҙың янына сығып баҫа. Уны һүҙ менән албырғатып ҡапыл тотоп ала һәм ҡыҙҙы өс ҡотҡарыусы ҡыйыҡтан алып сыға. 

Әммә был хәл кешеләрҙә төрлө фекер тыуҙырҙы. "Ул ғына бейеклектән йығылһа, үлмәҫ ине, тик инвалид булып ҡалыр ине",-ти бәғзеләр. Ҡайһы берәүҙәр: "Был ҡыҙ ундай хәлгә еткәс, йә ауырый, йә тормошонда бик ауыр хәл булғандыр" ,-ти. Ә күптәр: "Ҡотҡарыусыларҙы йәл. Улар страховкаһыҙ эшләй. Ҡыҙҙы ҡотҡарғанда ҡыйыҡтың ситенән генә барҙылар. Ә ҡыҙ уларҙы этеп ебәрһә?! Уның арҡаһында ҡотҡарыусылар һәләк булыр ине",-тип яҙа.

Хәҙерге ваҡытта был хәл буйынса тикшереү эштәре бара.  

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас