

Нефтекама ҡалаһының каруселенә (Кольцо обозрения - "Чертово колесо") бер тотонмай менеп киткән, өҫтә әйләнеп-тулғанып йөрөгән егетте күреп халыҡ таң ҡалды. Кемдер "ҡолай бит!" тип ҡысҡырып "Ашығыс ярҙам", ә кемдер полиция саҡыртты. Егет хоҡуҡ һаҡсылары янына һауала берҙе әйләнеп, һикереп килеп төштө.
Юҡ, ул иҫерек тә түгел, наркоман да түгел. 26 йәштәге Игорь үҙенең бер ҡыҙға бик ныҡ ғашиҡ булыуын белдерҙе. "Быларҙың барыһын да мин һөйгәнемә арнаным. Әммә ул минең мөхәббәтемде ҡабул итмәне",-тине ул.
Республикабыҙға ситтән килгән егет Башҡортостанды бик оҡшатыуын белдерҙе. "Әле электромонтажсы булып ситкә эшкә китәм, әммә һеҙҙең ҡунаҡсыл һәм матур республикағыҙға мотлаҡ тағы киләсәкмен",-тине ул.
Һау йөрө, егет. Тик улай ғүмереңде хәүеф аҫтына ҡуйма. Мөхәббәтеңде башҡа төрлө лә белдереп була, шулай бит, дуҫтар?