Йәмғиәт
4 Сентябрь 2023, 05:45

Иң мөһиме - намыҫың таҙа булһын

Петр Максимовичтың тағы бер һыҙаты күптәргә оҡшай, бәғзеләрҙе оялтыр сиккә еткерерлек ине. Унан алған икенсе һабағым булды был. Шығырым тулы залға ҡарап: “Ярай, һеҙ башҡорттар русса һөйләгеҙ, ә мин урыҫ – башҡортса”,-тине ул һәм саф башҡорт телендә иҫ киткес телмәр тотто. Ысынлап та, Петр Максимовичтың башҡорт телен һыу кеүек эсеүе, телмәрендә диалект һүҙҙәр һәм онотолоп барған бай һүҙҙәрҙе ҡулланыуы – һоҡланғыс күренеш...

Иң мөһиме - намыҫың таҙа булһынИң мөһиме - намыҫың таҙа булһын
Иң мөһиме - намыҫың таҙа булһын

 

Иң мөһиме – намыҫың таҙа булһын...”

Район-ҡаланың Почетлы гражданы Петр Божеховский юбилейын билдәләне

Тәүге осрашыуҙан онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған, йөҙөн генә түгел, ә хатта атлап йөрөшөн дә мәңгегә хәтерҙә ҡалдырыр кешеләр була. Улар һинең яҙмышыңда һирәк осрай, әммә күңелдә үҙенә генә хас һыҙаттары менән йәшәүен дауам итә.

Минең өсөн шундай кешеләрҙең береһе – Петр Максимович Божеховский. Район хакимиәтендә ниндәй кәңәшмә булғандыр, әммә шунда ҡапыл килеп инеп, тирә-яҡтағы бар проблемалар хаҡында ентекләп һөйләй башлаған етеҙ, һәр һүҙең һеңгәҙәтә әйткән был ағайға ҡарап аптырап та, һоҡланып та ҡалғайным. Әле уҡыу йортон яңы тамамлап, журналист булып эш башлаған минең өсөн был онотолмаҫ һабаҡ булды.

Петр Максимовичтың тағы бер һыҙаты күптәргә оҡшай, бәғзеләрҙе оялтыр сиккә еткерерлек ине. Унан алған икенсе һабағым булды был. Шығырым тулы залға ҡарап: “Ярай, һеҙ башҡорттар русса һөйләгеҙ, ә мин урыҫ – башҡортса”,-тине ул һәм саф башҡорт телендә иҫ киткес телмәр тотто. Ысынлап та, Петр Максимовичтың башҡорт телен һыу кеүек эсеүе, телмәрендә диалект һүҙҙәр һәм онотолоп барған бай һүҙҙәрҙе ҡулланыуы – һоҡланғыс күренеш.

Районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, Почетлы гражданы ошо көндәрҙә үҙенең 85 йәшен билдәләне. “Ә бит ул яңыраҡ ҡына йәштәрсә етеҙ хәрәкәтле, ғәйрәте ташып торған ир-уҙаман булараҡ, ҙур яуаплылыҡ менән ауыл хужалығы идаралығы начальнигы вазифаһын үтәп йөрөгән һымаҡ ине. Көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй бик ихлас, тырышып эшләне. Көн һайын райондың күп хужалыҡтарын йөрөп сыға ине. Был уға күп мәсьәләләрҙе ваҡытында һәм дөрөҫ хәл итергә ярҙам итте”,-тип хеҙмәтенә баһа бирә уның замандаштары

Петр Божеховский пенсия йәшенә еткәс, ветерандан эшен дауам итеүҙе һорайҙар. Ләкин ул вазифаһына йәбешеп ятмаҫҡа, ә ваҡытында эштән китергә һәм яуаплы бурысты йәш етәксегә тапшырырға ҡарар итә. Петр Максимовичты яҡшы белгән һәр кем уның эшһөйәр булыуын билдәләй. Ә был һыҙат унда бала саҡтан тәрбиәләнә. Тыуған ауылы Кожзаводта, Темәстә, Түбәлә уҡый. Өлгөргәнлек аттестаты менән бергә шофер танытмаһын да ала. Ә бындай бәхет ул заманда бик һирәктәргә эләгә. Урта мәктәпте тамамлағас та Петр туған “Һәүәнәк” совхозында хеҙмәт юлын башлай: автослесарь була, ә бер аҙҙан машина руле артына ултыра. Артабан техниканы һөйөү уны Башҡортостан ауыл хужалығы институтына килтерә. Ул бында инженер-механик һөнәрен алып сыға. Институттан һуң Петр Максимович “Һәүәнәк” совхозына ҡайта һәм үҙ һөнәре буйынса эш башлай. Тиҙҙән инициативалы, дәртле йәш белгесте партия сафына алалар, артабан партком секретары итеп һайлайҙар. Ә дүрт йылдан һуң ул — партия район комитетының ойоштороу бүлеге мөдире. Бер аҙҙан ауыл хужалығы идаралығы начальнигы итеп ҡуялар.

1982 йылда Петр Максимович “Баймаҡ” тәжрибә хужалығының директоры итеп тәғәйенләнә. Тормошондағы бындай ҡырҡа боролошто ул тыныс ҡабул итә, тиҙ арала коллектив менән уртаҡ тел табып, хужалыҡтың йылдам үҫешенә тос өлөш индерә.

Алты йылдан һуң яҙмыш Петр Божеховскийҙы тағы Баймаҡҡа алып килә: альтернатив нигеҙҙә партия район комитетының икенсе секретары итеп һайлана. Артабан Гостехнадзор инспекцияһын етәкләй. 1995 йылда тағы ауыл хужалығы идаралығы начальнигы вазифаһына саҡырыла.
Петр Максимович тормош юлын бик лайыҡлы үтте тип һис икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин. Уның күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте “Почет Билдәһе” ордены, миҙалдар, бихисап грамоталар менән баһаланған, уға республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелгән.

Петр Божеховскийҙың хаҡлы ялҡа сыҡҡас Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантанала райондың хеҙмәт ярышы еңеүсеһе булараҡ тәбрикләнеүе уны белмәгәндәрҙе аптыратып та ҡуя. Сөнки аҡһаҡалдың иң алдынғы етәкселәр һәм белгестәр иҫәбендә хөрмәтләнеүе ғәжәп булып тойола. Асылда иһә аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ. Петр Максимович хаҡлы ялға сыҡҡас та ауыл хужалығы тармағында эшләүен дауам итә һәм башҡа коллективтарға үрнәк булырлыҡ уңыштарға өлгәшә. “Баймаҡ ПМК-һы” ойошторған “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Петр Божеховский һәм Рим Сырлыбаев кеүек олпат ветерандарҙың тырышлығы менән тотороҡло үҫеш ала. Төҙөүселәрҙең аграр подразделениеһы үҫемлекселек һәм йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Ә был тармаҡтарға ошо ике уҙаман етәкселек итә лә инде. Хеҙмәтте дөрөҫ ойоштороу, технология талаптарын аныҡ үтәү нигеҙендә ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыу мәсьәләһен улар уңышлы атҡарып сыға.

Хеҙмәт менән үткән бихисап йылдар. Нисек барыһына ла өлгөрә алды икән ул?

Мине ҡарашымдан уҡ аңлап торған ҡатыным Тамара Владимировна булмаһа, эшләүе күпкә ауыр булыр ине. Ғаиләм ныҡлы ҡәлғәм булды. Ҡатыным үҙенең эш күплегенә ҡарамаҫтан, һәр саҡ мине хәстәрләп йәшәне. Шуға күрә уны мәңгелеккә юғалтыу ҡайғыһынан арынып бөтөүе мөмкин түгел”,-ти Петр Максимович.

Тамара Владимировна һәм Петр Максимович Божеховскийҙар ярты быуаттан ашыу татыу, матур, бәхетле ғүмер иткән. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Улар икеһе лә педагог һөнәрен һайлай. Бер уй менән янып, берҙәм булып йәшәгән ғаилә Тамара Владимировнаны юғалтыуҙы ауыр кисерә.

Тормош юлын үтеп, хаҡлы ялға сығып, үткәндәрҙе барлаған кешегә иң мөһиме нимә?”-тип һорайым аҡһаҡалдан. “Намыҫың таҙа булыуы. Ҡул аҫтыңдағыларҙы, ғөмүмән, кешеләрҙе нахаҡҡа рәнйетмәү. Хеҙмәтеңде намыҫ һәм бар күңелең менән башҡарып, тыуған ереңдең, илеңдең үҫешенә көс индереүҙең тәмен тойоу”,-тине Петр Максимович.

Эйе, “Почет билдәһе” ордены, башҡа бихисап миҙал-наградаларға лайыҡ булған, ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, баймаҡ районы һәм ҡалаһының Почетлы гражданы Петр Божеховский үткәндәренә ғорурлыҡ менән генә ҡарарға хаҡлы. Петр Максимовичтан хәҙерге белгестәргә өйрәнәһе эштәр байтаҡ. Хөрмәтле юбилярға бар күңелдән ныҡлы һаулыҡ, күңел һәм йән тыныслығы теләп, районыбыҙ мәнфәғәтенә башҡарған намыҫлы хеҙмәте алдында оло ихтирам менән баш эйәбеҙ.

Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас