

Бәшмәкселәрҙең яратҡан мәле. Яуған ямғырҙар бәшмәктең муллығына булышлыҡ итә. Әммә шундай мәлдә һаҡлыҡты оноторға ярамай. Беренсенән, ағыуланмаҫ өсөн тик таныған бәшмәктәрҙе йыйырға. Икенсенән, бәшмәккә әүрәп урман төпкөлөнә яңғыҙ китмәҫкә.
Кисә Әбйәлил районында бер ҡатын бәшмәккә китеп аҙаша. Уның оҙаҡ ҡайтмағанына борсолоп, эҙләргә сыҡҡан иренә, бәхет йылмая. Ул ҡатынын таба. Ҡатын да маладис, юғалып ҡалмай. Төндө урманда үткәрергә тура килһә тип, юлында осраған кәбәндең эсендә үҙенә йоҡларға урын әҙерләп йөрөгән була.
Бәғзеләрҙең "телефоны юҡмы ни" тип яҙыуҙарына шуны әйтке килә, урманда телефон һирәк тота, уның зарядкаһы ла ултырыуы бар. Юғалып ҡалмаған ҡатынға киләсәктә һағыраҡ та булырға кәрәк.
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Урманға бер үҙегеҙ бармағыҙ!