Йәмғиәт
21 Август 2023, 15:00

Кофе, тәк, кофе!

Мин аҡса алырға онотҡанмын. Әгәр көтөп торһағыҙ, сығарып бирермен. Икенсе юл да бар: мин һеҙҙе кофе менән һыйлайым...

Кофе, тәк, кофе!Кофе, тәк, кофе!
Кофе, тәк, кофе!

Ял көндәрендә әхирәттәрем менән оҙаҡ ултырып ташлаһаҡ такси ялларға тура килә. Сөнки мин алыҫ йәшәйем, ҡараңғыла йәйәүләп ҡайтып барыуы ла ҡурҡыныс. Бер кис шулай таксиға ултырғас аҡсам юҡлығын аңланым. Водителгә ҡарайым. Урта йәштәр самаһындағы ир.

Тегегә: “Мин аҡса алырға онотҡанмын. Әгәр көтөп торһағыҙ сығарып бирермен. Икенсе юл да бар: мин һеҙҙе кофе менән һыйлайым”.

Тегенең ауыҙы шунда уҡ йырылып китте. “Кофе, тәк, кофе”,-ти күҙҙәрен майландырып. Минең өйгә инеп, кофе эсеп, унан ниҙәр булырын күҙ алдынан кино кеүек зыр әйләндереүе һиҙелеп тора ине.

Йортом эргәһенә барып еткәс туҡтатыуын һораным да, сумканан бер мәртәбә яһап эсерлек ике кофе ҡапсығын тотторҙом. Таксист шаңҡып ултырғансы өйөмә йүгереп инеп тә киттем. Һүҙемдә торҙом бит! Кофе менән һыйланым.

Ә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас