Төмән – Ханты-Мансийск юлындағы фажиғәле авариялар тураһындағы видео тиҙ арала интернетҡа таралып өлгөрҙө.
Үҙ полосаһынан сығып киткән еңел машина тәүҙә бер, унан икенсе машинаға төкөй Уның менән 52 йәштәге ҡатын ижара иткән була. Машинала уның ире һәм 13 йәшлек улы була. Машина шунда уҡ янып китә һәм бар ғаилә ошо ут эсендә һәләк була.
Зыян күргән тағы бер машина яныуын дауам итә. Унда ирле-ҡатынлы һәм 17 һәм 12 йәштәге ҡыҙҙар була. Фажиғә урынына туҡтаған кешеләр уларға ярҙам итергә тырыша. Әммә емерелгән ишектәр асылмай, машинаға ут ҡаба. Ут эсендәге кешеләрҙең йөрәккә үтерлек тауыштары ишетелә. Уларҙы сығарырға маташҡан кешеләр уларға һыу һибеп ҡарай. Һөҙөмтәлә 17 йәштәге ҡыҙ һәләк була. Ҡалғандары ауыр хәлдә.
Был видео ауыр уйҙарға һалды. Ярҙамға ашыҡҡан бер водителдең дә огнетушителе юҡ ине. Огнетушителдәр булһа, бәлки был янған утты йәһәтерәк һүндереп булыр ине.
- “Ашығыс ярҙам” һаман килеп етмәй! Ярты сәғәт үтте тип ҡысҡырған тауыш ишетелә.
Ошо мәлдә “Ашығыс ярҙам” машинаһына һәр саҡ юл бирәләрме? тигән һорау тыуа. Махсус тауышлы был ҡотҡарыу машинаһын водителдәр йыш ҡына үткәрмәй, уларға юл бирмәй бит. Уның үлем хәлендәге кешегә йә ошондай фажиғә урынына ашыуығын уйлап та бирмәгәндәр бар.
Тағы бер мәсьәлә. Ошо видео. Уны бер ҡатын һөйләнә-илай төшөрә. Бәлки, шок хәлендә булғандыр. Зыян күреүселәрҙең тән йәрәхәттәре ниндәй булыуын да ентекләп һөйләй. Әммә интернетҡа таралған был ҡурҡыныс видеоны балалар ҙа, йөрәк сирле кешеләр ҙә ҡарауы бар бит. Әммә видеороликка был хаҡта иҫкәртмә ҡуйылмаған. Бәлки, шулай кәрәк буғандыр. Уныһы минеең шәхсән фекер.
Юлда булған һәр кемгә хәйерле һәм бәлә-ҡазаһыҙ юлдар! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Фото: Төмән өлкәһе ЮХХДИ хеҙмәте.