Йәмғиәт
14 Август 2023, 09:25

Фажиғәләр булмаһын өсөн

Быйыл 7 ай эсендә Башҡортостанда мотоциклдар ҡатнашылығында 177 юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы булған. Уларҙа 13 кеше һәләк булған, 199-ы төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған. Һәр дүртенсе зыян күреүсе - үҫмер. 

Фажиғәләр булмаһын өсөнФажиғәләр булмаһын өсөн
Фажиғәләр булмаһын өсөн

Бөгөн республикала "Мотоцикл" профилактик операцияһы башланды. Был хаҡта үҙенең Телеграм каналында баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов яҙып сыҡты.

Ысынлап та мотоцикл, скутерҙар бөтмәҫ баш ауыртыуына әүерелде. Үлемдең ни икәнен аңламаған балалар оло юлға сыға, ҙур тиҙлектә йөрөй, фажиғәләргә тарый.

Быйыл 7 ай эсендә Башҡортостанда мотоциклдар ҡатнашылығында 177 юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы булған. Уларҙа 13 кеше һәләк булған, 199-ы төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған. Һәр дүртенсе зыян күреүсе - үҫмер. 

Операция барышында мотоциклдар тикшереләсәк. Мотошлемһыҙ, таныҡлыҡһыҙ, техник яҡтан төҙөк булмаған мотоциклда йөрөгән, руль артына иҫерек ултырғандар яуапҡа тарттырыласаҡ, уларҙың транспорты штрафстоянкаға оҙатыласаҡ.  

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас